+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2018, 11:52

“Һинең ерҙә тыуған балаларға тыуған ауыл булдың, Ватаным!”


Ауыл халҡы, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар дәртле көй ағылған, тирмәләр, күргәҙмәләр, сауҙа рәттәре, уйын аттракциондары ҡуйылған майҙанға ағылды. Был көндө Родина ауылы ағинәйҙәре ҙур тирмәне милли биҙәкле таҫтамал-ашъяулыҡтар менән биҙәп, мул табын әҙерләне. Ибәтуллиндар, Фәйзуллиндар, Чебурашкиндар, Латиповтар ҙа үҙ нәҫелдәренең тирмә-ҡыуыштарын ҡороп, көнкүреш, оҫталыҡ әйберҙәрен ҡуйғандар, ырыуҙарының шәжәрәләрен ағас йәки фотостенд рәүешендә эшләгәндәр. Күргәҙмәләрҙә ауылдың бай тарихын, үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған, ауыл таланттарын, уңғандарын данлаған стендтар ҙа бар ине. Улар араһында билдәле шағирә-сәсәниә, тынғыһыҙ ауыл старостаһы Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдинаның тормош һәм ижад юлына арналғаны ла булды. Родина ауылы оҫталары Рәзилә Шәрипованың бәйләгән, сиккән әйберҙәре, Валентина Веретюктың оҫталыҡ эштәре, Людмила Алтынбаева сиккән сағыу картиналар янынан да кеше өҙөлмәне.

Алып барыусылар Ирина Аҡбашева, Рәйлә Ишмөхәмәтова, Герман Плеханов байрамды асып тәбрикләгәндән һуң, ауыл тарихы менән таныштырыр өсөн һүҙҙе Людмила Вечеринаға бирҙе. Алыҫ 1928 йылда әлеге Родина ауылы урынында Красноусол быяла заводын, һуңынан урындағы нефть скважиналарында эшләүсе нефтселәрҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн хужалыҡ барлыҡҡа килә. Ул 7-се һанлы совхоз тип атала. Совхоздың тәүге эшселәре иҫ киткес ауыр шарттарҙа ер землянкаларҙа йәшәйҙәр. Һуңынан ағас өйҙәргә күсәләр, урамдар барлыҡҡа килеп, поселение ауыл төҫөн ала. Тырыш, уңған халыҡ көн иткән ауылда инфраструктура үҫешә – 1971 йылда ҙур тамаша, бильярд залы, гримеркаһы булған клуб, 1983 йылда заманса йыһазландырылған балалар баҡсаһы, 1985 йылда – магазин, почта урынлашҡан сауҙа үҙәге, медпункт, аҫылмалы күпер һәм башҡалар төҙөлә. Совхоздың хатта үҙ балалар лагеры ла була. Әлбиттә, төп ҡаҙаныштары булып ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеү тора. “Родина” совхозы оҙаҡ йылдар һуҙымында райондың 70%-ҡа тиклем итен, 50% һөтөн, 100 % йомортҡаһын етештерә. Ҡош-ҡорт һаны 100 мең башҡа еткерелә. Ит продукцияһы 50-нән 750 тоннаға тиклем арта. Бөтә был уңыштарҙың нигеҙендә сов-хоз эшсәндәре – яҙмыштарын ошо ауыл менән бәйләгән тотош нәҫелдәрҙең тырыш хеҙмәте ята. Был исемлектә Ильясовтар, Курмаевтар, Мезенцевтар, Вечериндар, Исламғоловтар, Павловтар, Родионовтар, Чигвинцевтар, Харьковтар, Яҡуповтар, Мостафиндар, Рәхмәтуллиндар, Ғарифуллиндар, Шәфиевтар һәм башҡа күптәр телгә алынды. Уларҙың өсөнсө, дүртенсе быуын нәҫелдәре әле лә йәшәй бында.

Артабан ауылдаштарын ра-йон хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев тәбрикләне. Был байрамдың төп хужалары һәм сәбәпселәре, әлбиттә, ауыл кешеләре, тине ул. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем ауыл йәшәһен, сәскә атһын өсөн күп көс һалған совхоз етәкселәрен һанап үтте, юғары күрһәткестәрен билдәләне. 1-2 йыл эсендә элекке “Родина” совхозының етештереү биналарын төҙөкләндереп, тауыҡтар үрсетеүгә тотонған эшҡыуар Руслан Бакиров тырышлығы менән тауыҡтар һаны 90 меңгә еткән, алдағы көндәрҙә уны 100 мең башҡа тиклем арттырыу күҙ уңында тотола, тине Рөстәм Рәшит улы. Шулай уҡ ул да сәхнә түренә саҡырып, ауылдың 80 йәште үткән өлкән кешеләренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, байрам бүләктәре тапшырҙы.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Соколова “Ауылдың иң йәш кешеһе” номинацияһында Владислав Минихты бүләкләне. Ауыл старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина “Иң өлгөлө йорт” хужалары – Воробьевтар ғаиләһен, “Иң оло кеше” Валентина Бурданы ҡотланы. Телем, илем тип илһамланып ижад иткән, байрам алдынан ғына ҡулына етенсе шиғыр китабын алған Фәүзиә апай “Ҡәләм оҫтаһы” номинацияһында бүләкләнде. Ауылдың оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт иткән мәктәп директоры Әғләм Вәлиев, фельд-шер Венера Нафиҡова, балалар баҡсаһы етәксеһе Нина Рогачева, почта бүлексәһе етәксеһе Мария Корнева ла Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Ауылдаштарына байрам ҡотлауы һәм рәхмәт һүҙҙәре менән Р.Ә.Фәйзуллин, йәмәғәтселек исеменән Ғәлиә Ғәле ҡыҙы Рахманғолова ла сығыш яһаны. “31 йыл ошо

ауылда йәшәү осоронда бында асыҡ күңелле, ихлас кешеләр йәшәүенә инандым. Бөгөнгө байрамды ла күмәк көс һәм дөйөм тырышлыҡ менән үткәрәбеҙ. Бар башланғыстарҙа ла ярҙам итеп, һәр сарала ҡатнашҡан (бөгөнгө байрам былауын да ул бешерҙе) Шамил Батыршиндың ғаиләһенә рәхмәт әйтер инем,” - тине Ғәлиә Ғәли ҡыҙы. Шулай уҡ ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Йәншишмә” фольклор төркөмө, Родина мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары ла бүләкһеҙ ҡалманы.

Ауыл байрамы йыр-моң, дәртле бейеү, ҡыҙыҡлы конкурстар менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайының “Хазина” фольклор ансамбле, “Землячки” халыҡ хоры, йырсылар Эльвира Насирова, Шамил Антигаев, Наталья Хәбибуллина һәм башҡаларҙың сығыштары барыһына ла байрам кәйефе, күңелле ял минуттары бүләк итте.
Читайте нас: