+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 16:34

Исеме-даны ҡайтты тыуған ауылына

Районыбыҙҙа, шул иҫәптән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа илебеҙгә билдәле, һәләтле яҙыусы, шағир, сәсәндәр, шулай уҡ халҡы араһында ихтирам ҡаҙанған күренекле дин әһелдәре тыуған. Күптән инде арабыҙҙан киткән талантлы, олуғ шәхестәребеҙҙе ҙурлап, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү маҡсатында ошо төбәктә төрлө саралар, хәтер кисәләре даими уҙғарылып тора. Мәҫәлән, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда яҙыусы Шакир Насировтың, саҡ ҡына һуңғараҡ сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың хәтер кисәләре, күптән түгел Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 138 йыллығына арналған сара булып үткәйне. Яңыраҡ иһә даны алыҫтарға таралған Оло Үтәш ауылында күренекле дин әһеле, тирә-яҡҡа билдәле булған мәҙрәсә хужаһы Хатип хәҙрәттең улы, 1921-1923 йылдарҙа Башҡортостан Мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Мансур хәҙрәт Халиҡовтың хәтер кисәһе уҙҙы. Әле килеп, алтын көҙҙөң сәләмдәре килгән мәлдәрҙә, изге Ҡорбан байрамы көндәре уҙған осорҙа Оло Үтәштә йәнә матур, әһәмиәтле сараға – ошо ауылда тыуып үҫкән шағир-импровизатор, сәсән Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитовты иҫкә алыу кисәһенә йыйылдыҡ. Оло Үтәш мәктәбе был сараны уҙғарыуға етди әҙерләнгән. Килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Был 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үткән абруйлы сарала Сәйфулла сәсәндең хәҙерге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 91 йәшлек ҡыҙы Кәшифә апай Сәғитова, уның улы Фәрғәт, яҡындары, БР Милли архивы директоры урынбаҫары, БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналис-тар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, республикабыҙҙың арҙаҡлы сәсәниәһе, филология фәндәре докторы, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы Солтангәрәйева, “Юлдаш” радиоһы журналисы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Венера Фәнис ҡыҙы Ситдиҡова, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова, район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова, шағирә, район сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, уҡытыусылар, уҡыусылар килде. Үзбәк ауылы имамы Илфат Ғәлин сараға фатиха биреп Ҡөрьән аяттары уҡығандан һуң, сараны асып, уны алып барыусы Юлыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева (сценарийҙы үҙе төҙөгән, сәсәндәрсә йор һүҙ, ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы) һүҙҙе Сәйфулла сәсәндең ҡыҙы Кәшифә апайға бирҙе. - Атайымды хөрмәтләп, ошондай матур сара үткәргәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт, - тине ул, - атайым ҡайҙа барһа ла шиғыр сығарыр ине. Үҙенең күҙе күрмәгәс, миңә әйтеп яҙҙырыр ине. Яҙылмай ҡалғандары ла булғандыр инде. Күп шиғырҙары үҙе менән китте. Һуғыш ваҡытында айырыуса күп яҙҙы ул. Минән гәзиттәрҙе һәр хәрефенә тиклем уҡытып, яңылыҡтар менән даими танышып торҙо. Уларҙы ташламаны, йыйып барҙы. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа шағир Шәриф Бикҡол беҙгә килде. Атайым менән көнө буйы һөйләшеп ултырҙылар. Шиғырҙарын яҙып алды. Һуңынан атайым менән Өфөгә барғанда башҡа яҙыусылар менән дә осраштыҡ, - тип Кәшифә апай атаһы тураһында тулҡынланып һөйләне. Иҫтәлектәре менән бүлеште. Үҙенең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Артабан Нурсилә Хәсәнова һүҙ алып, был сараның ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. – Үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ, уларҙың ғүмере йәш быуынға өлгө булып тора, - тине ул. - Изге айҙа, изге ерҙә тағы ла осраштыҡ, - тип башланы үҙенең сығышын Сәйфулла сәсән Сәғитовтың хеҙмәттәрен барлап, ижадын өйрәнеп, халыҡ араһына сығарған, йәғни был мөбәрәк хәтер кисәһен уҙғарыуға күп көс һалған Ниязбай Сәлимов. – Ошо бәләкәй генә ауылдан заманында күпме күренекле шәхестәр сыҡҡан. Үтәште таланттар тимерлеге тип атарға булалыр. Хатип хәҙрәттең тыуы- уына 160 йыл тула. Билдәле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың әсәһе ошо ауылдыҡы. Халиҡовтар нәҫеле бөтөн илгә билдәле. Мәжит Ғафури ҙа Үтәш мәҙрәсәһендә белем алған. Әйткәндәй, Сәйфулла Сәғитов та М.Ғафури менән бер осорҙараҡ уҡыған. Үтәшкә шулай уҡ заманында Зәки Вәлиди ҙә килеп киткән. Сәйфулла сәсән дә үҙ ауылының патриоты булған. Вәлиулла Ҡоломбәтов, Мәжит Ғафури һәм Сәйфулла Сәғитовтың әҫәрҙәре үткән заманда яҙылһа ла бөгөн дә актуаль булып ҡала. Ниязбай Булатбай улы бындай кисәләрҙең мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләп, шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереү өҫтөндә бергәләшеп эшләйек, күренекле шәхестәребеҙҙең шәжәрәһен өйрәнәйек, - тине. Һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем эшмәкәрлек алып барғандары өсөн Сәриә Йыһаншина, Ғәлиә Рахманғолова, Фәүзиә Ҡотлогилдинаға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Еҙем-Ҡарандан килгән уҡытыусы-ветеран Флүрә Хәлилова хәтирәләре менән уртаҡлашты. - Сәйфулла Сәғитовты мин күреп беләм, - тине ул. – Беҙҙең ауылға килеп йөрөй ине ул. Шиғырҙарын уҡыр ине. Эргәһендә һәр ваҡыт ҡыҙы Кәшифә апай йөрөй торғайны. Сәйетбабанан Фәниә Фәйзуллина С.Сәғитовҡа арнап яҙған шиғырын һәм сәсәндең “Сәйетбаба” тигән әҫәрен уҡып ишеттерҙе. Розалия Солтангәрәйеваның сығышы айырыуса сағыу булды. Ул һөйләгәндә бер кем дә битараф ҡала алмағандыр, моғайын. - Бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәрен онотмайыҡ, уларҙы ҡәҙерләйек, - тине ул, - улар рухына доғалар ҡылайыҡ. Сәсәниә халҡыбыҙҙың онотолоп барған күп йолаларын иҫкә алды. Һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен хәтергә төшөргәндә сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да шул йолала ҡатнаштырҙы. Бик матур, онотолмаҫ күренеш булды был. Сығыштар күп булды кисәлә. Ғәлиә Ғәли ҡыҙының, Оло Үтәш мәктәбе уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙының, Фәүзиә Ғәлим ҡыҙының сығыштары ла иғтибар менән тыңланды. Фәүзиә Ҡотлогилдина “Туған телем” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Оло Үтәш һәм Юлыҡ мәктәбе уҡыусыларының сығыштары байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәренең мөнәжәте лә күңелдәргә үтерлек булды. Улар менән Сабир хәҙрәттең ейәнсәре – Клара Ибраһимова ла килгәйне, ул олатаһы тураһында иҫтәлектәрен барланы. Бәләкәй Үтәш ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы ра-йонында йәшәүсе шағирә Әлиә Рәхимованың (Мөхәмәтйәнова) “Тыуған яҡ” шиғырын да йылы ҡабул иттек. Ғөмүмән, “Сәсән көнө” мөбәрәк үтте. Күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәсән рухы ла шатланып киткәндер. Эйе, Сәйфулла Сәғитов кеүек талантлы шәхестәребеҙ онотолорға тейеш түгел. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү – беҙҙең бурыс. Шул уҡ ваҡытта иҫәндәренең дә ҡәҙерен белһәк ине.

Читайте нас: