+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 18:59

Алтын көҙҙөң сағыу төҫтәре

Үткән йыл Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте тәҡдиме менән “Гөл сәскәле ихата – 2017” конкурсында ҡатнашыусы ауылдаштар, бигерәк тә гүзәл заттар, быйыл сәмләнеп “Иң яҡшы баҡса” конкурсында әүҙем ҡатнаштылар.

Үткән йыл Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте тәҡдиме менән “Гөл сәскәле ихата – 2017” конкурсында ҡатнашыусы ауылдаштар, бигерәк тә гүзәл заттар, быйыл сәмләнеп “Иң яҡшы баҡса” конкурсында әүҙем ҡатнаштылар.

Быйыл был йоланы Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күтәреп алды һәм мәҙәниәт йорто алдында ҙур сара үткәрҙеләр. Баҡсалағы гөл-сәскәләр генә түгел, көҙгө уңыш та иҫәпкә алынды.

Ауыл буйлап ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәриә Мәхмүтова, былтырғы Гран-при хужабикәһе Флорида Әбделмәнова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәзинә Исҡужина, ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаевалар икегә бүленеп, һәр ихатаға инеп баҡсаларҙы тикшереп сыҡтылар.

Мәҙәниәт йорто алды аллы-гөллө сағыу сәскәләр һәм көҙгө байлыҡты сағылдырған уңыш менән тулды.

“Иң яҡшы баҡса” конкурсында 1-се урынды алыусы уҡытыусы Фәнүзә Кәримова ҡапҡаһынан ингәс тә сафҡа баҫҡан һалдаттар кеүек, күҙҙең яуын алған сәскәләр теҙелгән, йәнәшәлә мул уңышлы йәшелсә баҡсаһы урынлашҡан. 2-се урынды уҡытыусы-пенсионер Кифая Садиҡова алды. Сәхнәлә лә, баҡсаһында ла матурлыҡ, гүзәллек ярата ул. 3-сө урын тәрбиәсе-пенсионер Фәниә Мәҡсүтоваға бирелде, уның донъяһы ла, баҡсаһы ла урамға йәм биреп ултыра. “Гран-при”ға Ғәлиә Ғәликәева (пенсионер) лайыҡ булды. Уның баҡсаһына, сәскәләренә бер ҡараһаң, бөтә арыу-йонсоуҙарың юғала.

“Гөл-сәскәле ойошма” конкурсында беренсе урын Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә бирелде. Икенсе урынды М.Ғафури музейы менән Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте бүлеште. Өсөнсөнө Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһы алды.

“Иң матур сәскә композицияһы” янында байрамға килгән халыҡ өҙөлмәне, өҫтәлдәрҙәге иң сағыу сәскәләргә һоҡланып туя алманылар. 1-се урынды мәктәп, мәҙәниәт йорто, дауахана бүлеште. 2-сене Ибраһим мәҙәниәт йорто, “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһы һәм пенсионер Рәмилә Ишҡолова алды. 3-сө урын почта, дарыухана, китапханаға бирелде.

“Иң шәп уңыш” номинацияһында “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһына тиңләшеүсе булманы. Сәриә Мәхмүтова һәр призлы урын алыусыларға матур шиғырҙар ҙа сығарған. Мәҫәлән:

Теш тә ала, дауалай ҙа

Башарова Винера.

Был тиклем дә сәскәләрҙе

Үҫтерҙең ней арала.

Гөл ярата Фәнүзә,

Ихатала шуғалыр ҙа,

Сәскәләр гөрләп үҫә.

Өфөләреңде ҡалдырып

Әл дә ҡайттың ауылға.

Һин үҫтергән сәскәләрең

Барыһын таң ҡалдыра.

Их, Гөләмзә, Гөләмзә,

Ихатаң тулы гөл-сәскә.

Орлоҡтарын һораһалар

Береһенән дә йәлләмә.

Бик һылыу ҙа, егәрле лә,

Йәш киленкәй Зөлфиә.

Иҫ китәрлек гөл үҫтерә

Өс балаһы өҫтөнә.

Шулай итеп, был сарала ҡатнашыусылар һәм гөл-сәскәле баҡса үҫтереүселәр береһе лә байрамдан иғтибарһыҙ һәм бүләкһеҙ ҡайтманы.

Ҡыҙыу эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ошо сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға, унан ләззәт алып һоҡланыусы ауылдаштарға ҙур рәхмәт, алдағы йылда ла был йола дауам итһен ине, тип әйтке килә.
Читайте нас: