Ғафури улы
Хәләл күкрәк көсөн төрлө зәһәр елдәргә ҡаршы ҡуйып, тыуған халҡым, һөйөклө милләтем тип хәҡиҡәт юлында арымай-талмай йөрөүсе, үҙенең аҡыллы, тәрбиәле булыуы менән республикабыҙҙың киләсәген, халҡыбыҙҙың яҙмышын күрә белеүсе, тырыш хеҙмәте менән танылыу яулаған Ниязбай Булатбай улын хөрмәтләп, ғаиләһенең именлеген теләп, шиғри юлдар әленән-әле, үҙенән-үҙе тел осона килә. Телдән төшмәҫ «Ир-егеттең аҫылы - ил эшендә танылыр» тигән мәҡәлгә йәнә «Ил өмөтөн ир аҡлар» тип тә өҫтәге килә.
Эйе, аҡланы Ниязбай Булатбай улы халҡының ышанысын, төрлө вазифалы урындарында ла хеҙмәте менән күренекле булып, билдәлелек яуланы.
«Табын», «Йәшлек» газеталары үҙаллы баҫма булып, милләтебеҙгә хеҙмәт итеүендә уның фиҙаҡәрлеге күренде. Уға район ғына түгел, республикабыҙ халҡы ла рәхмәтле, шуға ул хөрмәтле лә.
Афарин, Ғафури улы - яҡташыбыҙ Ниязбай
Башҡортостан - республикама
Ҡоштар кеүек, ғәзиз халҡын
Күп көс һалған ыласын ир.