+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 13:25

Ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан быуын

Районыбыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә заманында урман участкалары булдырылып, унда йәшәүсе халыҡ нигеҙҙә ағас эштәре менән шөғөлләнгән. Ҡурғашлы ауылы кешеләренең дә төп шөғөлө урман менән бәйле булып, урман пунктында ғаиләләре менән эшләүселәр ҙә бик күп булған. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан шундайҙарҙың бер нисәүһе менән осрашып һөйләшергә насип булды беҙгә. Бына Венера Әхмәҙғәле ҡыҙы Ваһапова менән Шәүрә Тимербай ҡыҙы Мөхәмәтшина (тормош иптәштәре лә бында эшләгән), Мәжит Сәләхетдин улы Фәтҡуллин бар ғүмерҙәрен урмансылыҡтағы эшкә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтағандар.

84 йәшлек Мәжит ағай Фәтҡуллин күптән бөтөүгә дусар булған Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылында тыуып үҫә. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, бигүк уҡыу тәтемәй уға. Үҙен белә-белгәндән урман мөхитендә үҫкән Мәжит бала ғына көйөнә үҙе һымаҡ 14-15 йәшлек үҫмерҙәр менән “Пищетара” тигән ойошмаға эшкә килергә мәжбүр була, төрлө эштәр башҡара ул. “Пищетара” участкаһы эшселәренең бәләкәй генә ауылы ла була, ул Сикйылға тауы итәгендә ҡалҡып сыҡҡан. Тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған эшселәрҙең шөғөлө – аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн тара продукцияһын етештереү була. Бындағы эш өс сменала ойошторолоп, тәүлек әйләнәһенә производство туҡталмаған. Артабан быуындары нығынып, эшкә ҡатҡыл тотонған Мәжиткә урман ҡырҡыуҙа, тара етештереүҙә хеҙмәт сынығыуы алырға тура килә, кочегар ҙа була. “Пищетара” участкаһы яңы ойошторолған леспромхоз ҡарамағына күсерелгәс, уҡып ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу теләге менән янған Мәжит Фәтҡуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына юллана. 1 йыл тракторсы һөнәрен үҙләштергән йәш белгес Ҡурғашлы урман участкаһына эшкә ҡайта. Артабан урман мастерына 8 айлыҡ курстарҙа уҡып ҡайтып, бер аҙ эшләп ала. Әлбиттә, урмандағы эш бик еңелдән түгел, әммә ул бар булмышы менән урман эшсеһе була, шуға ла ҡабаттан “ҡорос аты”- урман тракторы штурвалы артына ултыра. Әллә нисәмә гектар урман һыҙаттарын иңләп үтергә тура килә уға. Уның урман диләнкәләренән сығарылған ағастары үҙе бер бәләкәй тауҙай булғандыр. Әммә сәләмәтлек торошо сәбәпле, яратҡан һөнәрен ҡалдырырға тура килә Мәжит ағайға. Механик ярҙамсыһы, бригадир-механик булып хеҙмәт юлын үтеп, хаҡлы ялға туҡтай.

Мәжит Сәләхетдин улы 19 ғына йәшендә ауылдашы Фаилә Хөбөтдин ҡыҙы менән тормош ҡороп, 63 йыл бергә, матур ғаилә булып йәшәйҙәр. 2 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларының иң өлкәндәре Әхәт менән Тәлғәт авиация-ла, авиатехник булып эшләп, тәүгеһе – хаҡлы ялда, кесеһе Төньяҡ Африкала эшләп йөрөй, Өфөлә төпләнгән. Ҡыҙҙары уҡытыусы һөнәрен һайлаған, Зиләләре Ханты-Мансийск ҡалаһы мәктәптәренең береһендә физика-математика фәненән балаларға белем биреп, пенсияға сыҡҡан. Миңнира Красноусол башҡорт гимназия-интернатында информатиканан уҡыта. 11 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәргә олатай ҙа Мәжит ағай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен яңғыҙын ҡалдырып, һөйөклө ҡатыны бынан ике йыл элек гүр эйәһе булған. Әммә ағай бөгөн яңғыҙ түгел, ул тәрбиәләп үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оло улы Әхәт тәрбиәһендә йәшәй

(ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, ғаиләһе менән Красноусолда төпләнһә лә, атай нигеҙе йәнәшәһендә үҙ йорттары бар), әленән-әле башҡалары ла ҡайтып тора. Күпләп мал-тыуар аҫрап, атайҙарының умартасылыҡ шөғөлөн дә һүндермәй, дауам итә.

Бөгөн Ҡурғашлы ауылында үҙ кешегә әйләнгән сығышы менән Ишембай районының Үрге Әрмет ауылынан булған 78 йәшлек Венера Ваһапова менән 63 йәшлек Шәүрә Мөхәмәтшина (Сәйетбаба ауыл советына ҡараған күптән бөткән Ағайтуған ауылында тыуып үҫә) леспромхоздың таҡта ярыу цехында бергә эшләгән. Тәүгеһенең бындағы хеҙмәт стажы - 25, икенсеһенең - 22 йыл (Шәүрә апай йәшләй генә, 8-се класты тамамлағас та эшкә килгән). Башта төрлө ярҙамсы – ағас, утын ташыу эштәрен башҡарған был апайҙар артабан станок артына баҫып, ҡалын-ҡалын таҡталарҙы эшкәрткәндәр, улар ҡулы менән етештерелгән йорт йыһаздарының (мебель) төрлө ағас өлөштәре ҡалаға фабрикаларға оҙатылған. Леспромхоз етәкселәре булып оҙаҡ йылдар Фәрүәз Абдулла улы Насиров, Алексей Коротков, мастер булып Әмир Әбелғатин эшләгән. Апайҙар үҙҙәре менән бергә эшләүселәрҙе иҫтәренә төшөрөп үттеләр, станоксылар Миңлегөл Зәйниева, Нажия Насирова, Маһия Ғәйнуллина, Асия Камалова, Нурия Мәүлетҡолова, Шәрифә Насирова, Фәрит Мусин, Ҡадир Ғәзизов, Рәшит Әсфәндийәров, пилорамсылар Миңнияр Батыршин, Хәлим Зәйниев, Зәйләғи Батталов, тракторсылар Хөрмәт Сибәғәтуллин, Венер Шәйәхмәтов, ағас йығыусы Зөфәр Ғәзизов, ағас тәгәрәтеүсе Миңлеғәле Мөхәмәтйәнов, ағас ботарлаусы Ибраһим Әбделмәнов һәм башҡалар. Уларҙың күптәре мәрхүмдәр.

Икеһенең дә тормош иптәштәре – Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән Миңләхмәт Ваһапов (тракторсы ла, шофер ҙа, механик та булып эшләгән, 16 йыл элек гүр эйәһе булған) менән Ҡурғашлынан Зәки Әмир улы Мөхәмәтшин (пилорамсы, бригадир, мастер) урман эшенең уртаһында ҡайнаған. Фиҙаҡәр, маҡтаулы хеҙмәттәре бихисап Маҡтау грамоталары менән баһаланған уларҙың. Әүҙем комсомолка Шәүрә Тимербай ҡыҙының фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәгән.

Венера апай тормош иптәше Миңләхмәт ағай менән 5 балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Райхана Яҡутстанда төҙөлөштә маляр булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтағас, Красноусолға ҡайтып төпләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырған. Улдары Рөфҡәт Салауат ҡалаһында йәшәй, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, ул менән ҡыҙ атаһы. Зөбәржәт менән Илфаттары Красноусолда төпләнгән, тормош иптәштәре менән ҡыҙҙары - 3, улдары бер малайға ғүмер биргән. Бер ҡыҙҙары – 27 генә йәшлек Рузалияны юғалтыу ҡайғыһын кисерә Ваһаповтар. Уның берҙән-бер улы – ейәндәре Радикты етемлектең әсе һурпаһын татытмай, тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар тырышлығын һалған Венера апай. 3 ейәнсәр, 6 ейәндең яратҡан өләсәһе лә ул. Яңғыҙы ғына йәшәһә лә, донъяһын гөлдәй итеп көтә. Йорт эсе генә түгел, ишек алды ла күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләргә күмелгән.

Шәүрә апай менән Зәки ағай ике ул, бер ҡыҙҙың ата-әсәһе. Фәнис – Себерҙә, Гөлназ менән Илнур Красноусолда йәшәй, ҡыҙҙары “Красноусол” шифаханаһы ашханаһында, улдары Себергә йөрөп эшләй.

Тормоштоң ҡәҙерен белә апайҙар. Үҙ яҙмыштарына бер ҙә зарланмайҙар, “Эшләгәндең изгелеген күрҙек, Аллаға шөкөр, пенсияһын килтереп торалар, тормош матур”, тиҙәр һәм олоғайҙыҡ тип тормайҙар, балалары ярҙамы менән бәрәңгеһен, йәшелсә-емешен үҫтерәләр, апайҙарҙың икеһе лә маһир ҡул эштәре оҫтаһы. Өйгә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәгән күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө ептәрҙән әҙерләнгән урын-ер япмалары һәм башҡа бәйләм әйберҙәр шул хаҡта һөйләй.

Ҡурғашлы урман участкаһының элекке эшсәндәрен Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.


Читайте нас: