+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 13:11

Бөркөт булып осор, саңҡыр сағы

Был көндәрҙә талантлы журналист, шағир, ғалим, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов оло юбилейын – 60 йәшен билдәләй.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Н.Б.Сәлимов – һоҡланғыс хеҙмәте һәм ижады менән рес-публикала күптән танылған шәхес. Районыбыҙҙың Яугилде ауылында тыуып, ошо бәрәкәтле ерҙең һауаһын һулап, сиҙәмендә тәпәй йүгереп үҫкән малай бөгөнгө көндә – билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Бөтә
Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының үҙәк төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары берләшмәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында” Законды ғәмәлгә ашырыу Комиссияһының Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары, «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт берекмәһенең идара рәйесе, 13 китап, алты тиҫтә самаһы фәнни мәҡәлә авторы.
1981 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Ниязбай Булатбай улы хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. 1983 йылда эшенә талапсан ҡараған егетте тыуған ауылына - Яугилде мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1984 йылда иһә уны «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡыралар. 1989-1990 йылдарҙа Н.Б.Сәлимов республикабыҙҙың «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары булып эшләй һәм нәҡ ошо осорҙа «Йәшлек» гәзитен булдырыу буйынса ҙур эштәр атҡара.
«Табын» гәзитенең рес-публикала тәүге үҙ аллы башҡортса гәзит булып донъя күреүе лә – уның фиҙаҡәрлеге, тырышлығы һөҙөмтәһе. Тиҙ арала абруй ҡаҙанған гәзиттең мөхәррире 1994 йылда республиканың «Йәшлек» гәзите редакцияһына баш мөхәррир вазифаһына эшкә саҡырыла.
Ниязбай Булатбай улы 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә эшләй, 10 йыл тирәһе граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 2011 йылда республикабыҙҙың төп баҫмаһы - «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Дәүләт хеҙмәте буйынса хаҡлы ялға сыҡҡас, 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары булып эшләй.
Баш ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, тыуған яғы, яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй Ниязбай Булатбай улы. Уның тырышлығы менән Башҡортостаныбыҙҙың географик үҙәгенә – Ғафури районының Ерек ауылы эргәһендәге урман ситенә - иҫтәлекле таш ҡуйыла. Күңеле иман нуры менән тулы замандашыбыҙ тыуған ауылы Яугилделә мәсет һалыу идеяһын да күтәреп сыға, үҙе һәм ауылдаштары индергән иғәнә иҫәбенә иман йортоноң бинаһын тиҙ арала күтәртеп ҡуйыуға ирешә.
Н.Б.Сәлимовты күптәр тынғыһыҙ, бер нимәгә лә битараф булмаған йәмәғәт эшмәкәре булараҡ беләләр. Тыуған ра-йонында йәшәгәндә төп гәзит эшенән тыш, төрлө мәҙәни-спорт саралары уҙғарыуға ла ваҡыт таба ул. Республикала киң масштабта үткәрелгән Табын ырыуы йыйындары һәм ырыу йәштәренең фестивалдәрен төп ойоштороусы ла – Ниязбай Булатбай улы.
Н.Б.Сәлимовты уның әле яңы ғына донъя күргән “Рухым – ырыҫым” исемле китабының тышлығына төшөрөлгән сая бөркөткә оҡшатам. Бар ғүмерен халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға арнаған, замана ауырлыҡтарын, халҡыбыҙ иңенә төшкән һынауҙарҙы бөркөт саялығы менән тура бәреп, хәләл көсө менән хәл итергә ынтыла ул. Бөркөттәр ҡаяларҙы, күктәрҙе генә тиңһенә. Тәбиғәтенә һалынған күркәм сифаттар – егәрлелек һәм яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм мәрхәмәтлелек, изгелек, тыуған илгә, тыуған ергә, туған телгә булған сикһеҙ һөйөү хистәре… Вайымһыҙлыҡ тигәнде белмәү Ниязбай Сәлимовты һәр саҡ рухи юғарылыҡҡа, бейеклеккә әйҙәй – бар булмышы, халыҡ ғәме менән йәшәү рәүеше уны осошҡа саҡыра. Ысын журналистиканың һәм шиғриәттең маҡсаты ла шул бит: кеше күңелен азатлыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәү.
Мине Ниязбай Булатбай улы менән яҡташыбыҙ филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова (тамырҙары Оло Үтәш ауылына тоташа) таныштырҙы. Уға тиклем «Табын», «Йәшлек» гәзиттәренең баш мөхәррире, тос фекерле мәҡәләләр авторы, яҡташтар менән районда, Өфөлә үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың, осрашыуҙарҙың оҫта ойоштороусыһы итеп белгән Нияз ағай менән шулай көтмәгәндә бер «ғаилә»нең – Рәйсә Халиҡованың фәнни мәктәбе - ағзалары, фекерҙәш, рухташ аспиранттар булып киттек. Икебеҙҙең дә ғилми етәксебеҙ фән даръяһында ҡолас ташлап йөҙгән, ниндәй генә яуаплы вазифалар башҡарырға тура килһә лә, ғилми эш менән шөғөлләнергә ваҡыт табып, билдәле уңыштарға өлгәшкән Нияз Сәлимовты беҙгә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйҙы, уның кеүек өлгөр булырға, ваҡыт ҡәҙерен белергә өндәне.
2001 йылда Н.Б.Сәлимов, “Башҡорт әҙәби теле публицистикаһының формалашыуы һәм үҫеше” исемле диссертацияһын уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә булды. Күп тә үтмәй “Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле” тип аталған монографияһын баҫтырып та сығарҙы, ғилми йыйынтыҡтарҙа бик күп фәнни мәҡәләләре донъя күрҙе.
Әйтергә кәрәк, ғалимдың был монографияһы гәзит-журнал һәм радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн бик файҙалы ҡулланма булды. Китап башҡорт тел ғилемен әле үҙләштерә башлаған студентта ла, ваҡытлы баҫма редакцияларында ҡәләмен һынаған журналиста ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки был йүнәлештә нәшер ителгән башҡа төрлө әсбаптар булғаны юҡ ине әле. Хеҙмәттә боронғо төрки яҙма ҡомартҡылары, шәжәрәләр, рәсми документтар, ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре менән бергә республикабыҙ баҫмалары ла тикшереү материалдары һәм сығанаҡтары булып хеҙмәт иткән.
Йәнә шуны ла әйтергә кәрәк: башҡорт тел ғилеменә, нәҡ уның кеүек, илһам ҡанаттарының береһе – ғилемлеккә, икенсеһе публицистикаға һәм шиғриәткә тоташҡан ижадсының килеүе бик тә отошло булды. Дөрөҫөрәге, ижад донъяһына үҙе бер күренеш булып килеп керҙе Нияз Сәлимов һәм бына нисәмә йылдар инде үҙе лә талпынып ижад итә, эҙләнә, беҙҙең дә күңелдәрҙе балҡытып йәшәй. Талантлы шағирҙың «Ҡурсаҡ булғым килмәне” (1992 йыл), “Атайым йомаҡтары” (1995), “Әнүзә менән шуҡ кәзә” (1997), “Ҡояш - ҡошмо?” (2006), “Ураҡ өҫтө” (2008), “Рухым – ырыҫым” (2018) китаптары башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алды.
Юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә булған ижадсының халыҡ менән аралашыу, архивтарҙа эшләү, ал-ял белмәйенсә эҙләнеү, тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһе булып «Бурлы урта мәктәбе: кисә һәм бөгөн» (2000), “Яугилде – Самыш: үткәне һәм бөгөнгөһө” (2007), “ Ғәзиз ерем - Ерегем” (2009), “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” (2016), ”Беҙ - табындар” (2017) китаптары, күләмле мәҡәләләре, очерктары донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә генә донъя күргән «Шәхестәр иңендә – халҡым яҙмышы» исемле йыйынтығы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына матур бүләк булды.
Бына шулай заманалар киңлегендә осоп барыусы пар ҡанатлы сая бөркөт кеүек янып, талпынып йәшәй Табын иленең арҙаҡлы улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреа-ты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына һәм күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән Ниязбай Булатбай улы Сәлимов. Билен бишкә быуып ижад итер, халҡына арымай-талмай хеҙмәт күрһәтер сағы әле уның. Бөркөт булып осор, саңҡыр сағы! Иншалла, шулай булһын! Яңы ижади үрҙәр, сәләмәтлек насип булһын һеҙгә, Ниязбай Булатбай улы!
Читайте нас: