+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 12:20

Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы

Билдәле булыуынса, ил кимәлендә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында реформа бара. 2019 йылдың 1 ғин-уарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк. Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ғәмәлдәге хоҡуҡ ҡулланыу һөҙөмтәләре, төбәк операторы эшмәкәрлегендә мотлаҡ талаптарҙы үтәү, ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтары проектын әҙерләү һәм раҫлау тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үтте.

Билдәле булыуынса, ил кимәлендә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында реформа бара. 2019 йылдың 1 ғин-уарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк. Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ғәмәлдәге хоҡуҡ ҡулланыу һөҙөмтәләре, төбәк операторы эшмәкәрлегендә мотлаҡ талаптарҙы үтәү, ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтары проектын әҙерләү һәм раҫлау тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үтте.

Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, учреждение, ойошмалар етәкселәре, күп ҡатлы йорт ширҡәте рәйестәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Юридик шәхестәр алдында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы территориаль идаралығы белгестәре сығыш яһаны. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илдар Шәрипов асып, тәүге һүҙҙе идаралыҡ начальнигы урынбаҫары А.А.Панченкоға бирҙе. Ул әлеге көндә республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, тарифтар, санкцияланмаған сүплектәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Артабан беҙҙең райондың кураторы, дәүләт инспекторы В.А.Горшечников сығыш яһаны.

- Районда тирә-яҡ мөхиткә 26 предприя-

тие ҡалдыҡтар сығара. Төп бысратыусылар булып “Красноусол” шифаханаһы һәм “Тепловодоснабжение” МУП-ы тора. Былтыр районда бөтәһе 744 мең тонна ҡалдыҡ барлыҡҡа килгән. Лицензияһыҙ 80-гә яҡын сүплек бар. Райондағы 16 ауыл советына ҡараған 95 ауыл бар. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары район үҙәге Красноусолда ғына йыйыла. Ҡалғандарында сүп-сар тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарына яуап бирмәгән һәм кешеләр һаулығына ҡурҡыныс менән янаған санкцияланмаған сүплектәрҙә туплана. Районда ҡырсынташ, ҡом сығарыуға рөхсәте булған 7 ойошма бар. Ағымдағы йылдың 1 сентябренә ҡарата был эшмәкәрлек өсөн 26 белешмә бирелгән. Закон боҙоу осраҡтары бу-йынса бер нисә юридик ойошма админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ра-йон биләмәһендә теркәлгән 10 айырыуса һаҡланыусы территорияла, шул иҫәптән Аҡкүл заказнигында 22 тикшереү үткән, - тине ул.

Унан һуң сығыш яһаған А.А.Панченко атмосфера һауаһын һаҡлау, һауаға ҡалдыҡтарҙы сығарыуға рөхсәт ҡағыҙҙары алыуҙың яңы тәртибе тураһында ентекләп аңлатты. Әйҙәүсе белгес-эксперт Л.Ф.Хөснөтдинова һыу объекттарына һаҡсыл ҡараш, предприятиелар өсөн ҡайһы осраҡтарҙа килешеүҙәр төҙөргә кәрәклеге тураһында һөйләне. “Йылғаларға ҡағылышлы бөтә төҙөлөштәр – гидротехник ҡоролмалар, күперҙәр төҙөү, карьер асыу өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, һыу бүлеге) рөхсәте кәрәк. Һыу объекттарынан тәүлегенә 300 кубометр һыу йыйыусы юридик шәхестәр һәм эшҡыуарҙар министрлыҡҡа отчет бирергә тейеш. Һыу кодексының 65-се статьяһына ярашлы, граждандарға һыу объекттарына үтеүҙе сикләү ҡәтғи тыйыла. Яр һыҙатында (йылғанан 5-10 м арала) төҙөлөш объекттары булырға тейеш түгел. Һыу һаҡлаусы зоналарҙа ҡәберлектәр, мал зыяраты, транспорт тороу урындары, химик матдәләр урынлаштырырға ярамай,” – тине белгес.

Консультант Р.Р.Юнысова ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу объекттарын (ҡырсынташ, ҡом, балсыҡ сығарыу карьерҙары) иҫәпкә ҡуйыу тәртибе, эксперт И.А.Саттарова ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтары, уларҙы урынлаштырыу лимиты, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу, санкцияланмаған сүплектәрҙе полигондарға сығарыу кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. 2019 йылдың

1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ төбәк операторы эшмәкәрлегенә лә туҡталып үттеләр. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тарифтары буйынса күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм башҡа категория граждандарға ташламалар буласағы хаҡында ла әйтелде.

Курорт ауылынан “Сәләмәтлек” ТСЖ-һы рәйесе, Красноусолдағы 1-се мәктәп директоры Г.В.Петрова, Аҡкүл, Үтәк, Табын ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Шулай уҡ беҙҙең районды хеҙмәтләндерәсәк “ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкиле А.В.Подоплелов сығыш яһап, ошондай уҡ кәңәшмәне төбәк операторы менән дә үткәрергә кәрәклеген әйтте.

Ғөмүмән, кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте, юридик шәхестәр бик күп мәғлүмәт алды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тарифтары билдәле булғас, тағы ла бер тапҡыр йыйылып һөйләшергә кәрәк тигән тәҡдим индерелде.
Читайте нас: