+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 12:08

Ә йөрәктәр һаман йәш...

Көҙҙөң сыуаҡ көнөндә сәстәренә сал төшкән апай-ағайҙар район мәҙәниәт һарайына Ололар көнө уңайынан йыл да үткәрелеп килгән байрамға йыйылды. Ул фойела ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһенән башланды.

Фойела ололарға Красноусол ауыл биләмәһе тарафынан әҙерләнгән байрам күстәнәстәре таратылды. Ғафури мәғлүмәт үҙәге “Табын” һәм “Звезда” гәзиттәренә яҙылыуҙы ойошторҙо. Гәзиткә яҙылған һәр кем бүләк алып ҡыуанды.

Артабан ололар тамаша залына үтте. Быйылғы сара “Иң өлкәне” шоу программаһы булараҡ әҙерләнгәйне. Иң тәүҙә ололар араһында үткән спорт ярыштарында еңеүселәр бүләкләнде. Йөҙөү буйынса ирҙәр араһында 1-се урынды алған Рәшит Мөхәмәтйәнов, Ғайса Кейекбаев (2-се), Николай Петров (3-сө урын), ҡатын-ҡыҙҙар араһында Таңһылыу Бәхтийәрова (1-се урын), Рәйлә Рассолеева (2-се), Вәрисә Кәлимуллинаға (3-сө урын) һәм ололарҙы сәләмәтлек клубына йәлеп итеүсе Фәйруза Ғибаҙуллинаға Красноусол ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Байрам барышында алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә юбилярҙары ла сәхнә түренә саҡырылды. Яугилде ауылынан Зәлфирә һәм Раил Әһлиуллиндар, Красноусолдан Любовь һәм Николай Маркеловтар Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды.

Ололарҙы “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Розалия Рахманғолова ла ҡотланы.

Артабан байрамдың “Иң өлкәне” конкурсында ҡатнашыусылар - Красная Поляна ауылынан сәләмәт тормош алып барған, бер тапҡыр ҙа дауаханала булмаған Сергей Дмитриевич Тимофеев, Бурлынан рәссам, шиғырҙар ижад итеүсе Вера Васильевна Вәлиева, Үзбәк ауылынан 92 йәшендә лә гөрләтеп

донъя көтөп, яңғыҙы 7 баланы аяҡҡа баҫтырған Биктимер Хәлиулла улы Шәрипов, Юлыҡтан башҡорт, рус, инглиз телдәрендә оҫта итеп шиғыр һөйләүсе Нурия Ғирфан ҡыҙы Кәримова, Красноусолдың әүҙем йәмәғәтсе-ветераны 89 йәшлек Тамара Ивановна Пухова, элекке Красно-усол быяла заводы эшсеһе, хеҙмәт ветераны 87 йәшлек Райхана Бәхтийәр ҡыҙы Хисмәтуллина, Архангелка ауылынан көслө тауышлы йырсы 76 йәшлек Нина Прокопьевна Подоплелова, Үзбәк ауылынан ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы Миңзилә Ғәлина, Үтәктән уҡытыусы-ветеран 81 йәшлек Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Бәширова, скандинав йөрөшө, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүсе Софья Анатольевна Ширкова, “Хазина” фольклор ансамбле етәксеһе Зәйтүнә Әхмәтғәле ҡыҙы Зәйнешева “Иң өлкәне” миҙалы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Байрамды Рәзилә Хәбибуллина менән Елена Рябова йәмле һәм йәнле итеп алып барҙы. Ололарға Рәмил Ҡотдосов, Рәзилә Хәбибуллина, “Хазина” фольклор, “Эксклюзив” балалар бейеү ансамблдәре концерт номерҙарын бүләк итте. Бер-береһе менән осрашып-һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән, моңло йырҙарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән күңелдәре күтәрелеп, йөрәктәре йәшәреп киткән өлкән йәштәге апай-ағайҙар байрам бөткәс тә таралырға ашыҡманы.
Читайте нас: