+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 16:18

Боронғо шөғөлдө тергеҙеп...

“Егәрленең ҡулы етәү” мәҡәле тап беҙҙең Юлыҡ ауылы килене Нәфисә Ҡужинаға төбәп әйтелгән кеүек. Ул сигеү сикһенме, матур күлдәктәр текһенме, ҡулынан бар эш тә килә. Матур, күҙҙең яуын алып торған бәйләм әйберҙәре лә күп уның. Районыбыҙ халҡы уның оҫта таҡмаҡсы икәнен дә белә.

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа өйҙәрҙә һикеләрҙә кейеҙ түшәлгән була торғайны. Кейеҙҙең йылыны тотоуы билдәле, һыу үткәрмәй, утта янмай. Кейеҙҙәр хужалыҡта киң ҡулланылған. Борон тирмә һәм аласыҡтарҙы кейеҙ менән көпләгәндәр, урын-ергә, иҙәнгә түшәү өсөн дә кейеҙҙәр файҙаланылған. Өҫ, баш, аяҡ кейемдәре эшләнгән, намаҙлыҡ та кейеҙҙән әҙерләнгән. Аҡ кейеҙ башҡорт кешеһе өсөн сафлыҡ, дәрәжәлек, именлек, ҡот һәм байлыҡ билдәһе булып торған.

Кейеҙ баҫыу – еңел эш түгел, уны яңғыҙ башҡарыу ҙа мөмкин түгел. Шуны иҫтә тотоп, боронғо онотолоп барған кейеҙ баҫыу шөғөлөн яңынан тергеҙеү уйы менән Нәфисә беҙҙе өмәгә саҡырҙы. “Эшләһәң, эш ҡарышмай”, тип, Миңлегөл апай Кәримова, Нурсилә Ҡасҡынова, Нурия менән Айһылыу Сәфәрғоловалар һәм мин, мәҡәлә авторы, шатланып өмәгә йыйылдыҡ. Доғалар менән эш башланыҡ. Тәүге көндө һарыҡ йөнөн теттек, тетеп бөткәс, биҙәктәр һалып, оҙон таяҡҡа урап ҡайтып киттек. Иртәгәһен эшебеҙҙе дауам иттек. Эҫе һыу һибә-һибә, ҡат-ҡат тәгәрәтеп кейеҙ баҫтыҡ. Яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән, кейеҙебеҙ килеп сыҡһа ине, тип, теләй-теләй эшләнек. Кейеҙебеҙ килеп сыҡты. Беренсе эшебеҙ, бәлки, матур ҙа түгелдер, әммә күңелдә ниндәйҙер рәхәтлек. Киләсәктә тағы ла матурыраҡ, сағыуыраҡ, сифатлыраҡ итеп эшләрбеҙ, Алла теләһә. Эш барышында доғалар уҡылды, Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙар әйтелде, йорт хужаларына хәйерле-бәрәкәтле ғүмер теләнек.

Был онотолған боронғо шөғөлдө башҡалар ҙа күтәреп алһындар ине, тигән изге ниәттәбеҙ. “Эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн”, - тип оҙатып ҡалды Нәфисә менән Ришат Ҡужиндар.
Читайте нас: