+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 16:32

Иҙел башынан ҡунаҡтар

Сәйетбаба ауылы энту-зиастарының башҡорт фольклорын тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау, таратыу өлкәһендәге даны күп ерҙәргә таралды. Бәхеткә ҡаршы, башҡа төбәктәр ҙә был йәһәттән өлгө алып, үҙ йола-ғөрөфтәрен өйрәнеү, киләсәк быуынды шул юҫыҡта тәрбиәләмәксе.

Көҙҙөң сыуаҡ көнөндә Белорет районы Манышты ауылынан бер төркөм энтузиастар “Асанай” фольклор төркөмө, ағинәйҙәр клубы, мәҙәни-тарихи үҙәк эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн Сәйетбаба ауылына килеп төштө. Әлегә уларҙа бындай төркөмдәр юҡ икән, әммә ойошорға, эшләргә теләктәре ҙур, экскурсияларын “фольклор экспедиция” тип атанылар. “Асанай” фольклор төркөмө, ағинәйҙәр сығыштарынан торған концерт уларға бик оҡшаны, үҙҙәренә кәрәк фәһем алдылар, яуап итеп Инйәр музыка мәктәбенән Амаль исемле ҡыҙ ҡурайҙа бейеү көйҙәре уйнап ишеттерҙе. Белореттар делегацияһы составында яҡташ яҙыусыбыҙ Нурислам Шәйхоловтың ҡыҙы Гөлсөм Мостафина ла бар ине. Ул атаһы хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты, уның ҡайһы бер шәхси әйберҙәрен, яҙған картинаһын мәҙәни үҙәккә тапшырҙы. Гөлсөм Нурислам ҡыҙы үҙе лә ижад итә, күп йылдар “Урал” гәзите редакцияһында эшләгән, яҡташтарына арналған әҫәренән өҙөк тә уҡып ишеттерҙе, ҡустыһы менән берлектә сығарған китаптары менән таныштырҙы. Экспедиция мәҙәни-тарихи үҙәк, крайҙы өйрәнеү музейы, моделле китапхана эшмәкәрлеге менән танышыуҙан тыш, Ҡаранйылға ауылына ла барып, халыҡ йырҙарының хазинаһы Рауза Суфиянова менән дә осрашты.
Читайте нас: