+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 16:36

Ныҡлы ғаилә – донъя тотҡаһы

Райондың ЗАГС ойошмаһы етәксеһе Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина әйтеүенсә, республикала иғлан ителгән Ғаилә йылында ғаилә юбилярҙарын ҡотлау айырыуса тантаналы шарттарҙа үтә.

Ағымдағы йылдың 9 айында 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләүсе - 18, 60 йыллыҡтарын билдәләүсе – 12, 70 йыл бергә ғүмер иткән 1 парға Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған.

Уларҙың ҡайһы берҙәре район мәҙәниәт һарайында февраль айында үткән Ғаилә йылын асыу сараһында, 15 май – Ғаилә көнөндә, 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә һәм күптән түгел 1 октябрҙә – Оло кешеләр байрамында тәбрикләнде. Бынан тыш ауылдарҙа ла ғаилә юбилярҙарына арнап матур байрамдар үткәрелә. 50, 60, 70 йыл бергә йәшәгән ғаиләләрҙе ҡотлау өсөн ғаризаларҙы ауыл хакимиәттәренә йәки район ЗАГС бүлегенә бирергә кәрәк. Юбилярҙарҙың теләгенә йәки сәләмәтлек торошона ҡарап, өйҙәренә барып ҡотлау ҙа ойошторола.

Ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары – Яугилденән Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы һәм Раил Сибәғәт улы Әһлиуллиндар ауылдаштары араһында хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ хеҙмәт ветерандары. Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы оҙаҡ йылдар математика фәненән балаларға белем биргән уҡытыусы-ветеран.

Байымбәттә тыуып үҫкән Зәлфирә апай Бурлы мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ветеринария техникумында уҡып йөрөгән Раил ағай менән дуҫлыҡтары һуңынан мөхәббәт хисенә әүерелә. Бер-береһен мәктәп йылдарынан уҡ яҡшы белгән йәштәр 1968 йылда сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡора. Уҡыуын тамамлаған йәш белгес Раил ағайҙы йүнәлтмә бу-йынса “Мағаш” колхозына эшкә ебәрәләр. 2 йылдан Раил ағайҙың атаһы сирләп китеү сәбәпле, Яугилдегә күсеп ҡайталар. Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы Яугилде мәктәбендә математиканан уҡыта, оҙаҡ йылдар проф-союз ойошмаһын етәкләй, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, һуңынан мәктәп директоры була. Раил ағай ҙа маҡтаулы хеҙмәт юлы үткән ветеринар табип. “Ленинизм” колхозының иң көслө сағында партия ойошмаһы етәксеһе, 30 йылдан ашыу ауыл Советы, 4 саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлана. Дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөгән Раил Сибәғәт улына ауылдаштары ауыл старостаһы эшен ышанып тапшыра. Бында ла халыҡ өсөн күп эштәр башҡара ул. Һәр береһе үҙ эшендә маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр Әһлиуллиндар бик күп Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнгән. Татыу, ныҡлы ғаиләлә 5 бала донъяға килә. Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһы күрергә лә тура килә уларға. Ауыр ҡайғыларға бирешмәҫкә тырыша Әһлиуллиндар. Ата-әсәһе өлгөһөндә эшһөйәр, уңған, итәғәтле булып үҫкән 2 ҡыҙ, 2 улдары һөнәр алып, үҙ донъяларын ҡороп, үҙҙәре лә балалар үҫтерә. Зәлфирә апай менән Раил ағай әлеге көндә 6 ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй һәм олатай. Йәй оҙоно уларҙың йорто балалар тауышынан шау-гөр килеп тора.

- Балалар йыш ҡайтып хәл белешеп, ярҙам итеп китәләр. Әлдә ейән-ейәнсәрҙәр бар әле, олоғайған көнөбөҙҙә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ улар беҙгә. Уларҙың үҫеп етеп, үҙ аллы тормош ҡорғандарын күрергә насип булһын ине тип теләйбеҙ, - тиҙәр улар.
Читайте нас: