-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 12:27

Өлкәндәрҙе шатландырып

Үҙең олоғайған һайын да, үҙеңдән оло кешеләргә ҡарап та, “Ҡартлыҡ шатлыҡмы?” - тигән һорауҙы йыш бирәһең икән...

Шатлыҡ, әлбиттә, әгәр эргәңдә яҡындарың, туған-тыумасаларың, балаларың, һинең өсөн өҙөлөп торған ут күршеләрең, ҡайһы берҙә ҡыҙҙарыңды алмаштырырлыҡ социаль хеҙмәткәрең булһа! Бына һуңғыһы хаҡында һөйләмәксемен дә инде мин.

Беҙ әсәйемде ысынында бәхетле кеше тип һанайбыҙ, сөнки уны матур итеп ҡараусы Рәзилә Рәшит ҡыҙы Хәбибуллина бар. Йәй көнө һәр беребеҙ отпуск ваҡытында алмаш-тилмәш әсәйебеҙҙе ҡарайбыҙ, әммә ял көндәре тиҙ генә үтә лә китә шул. Эш башланғас, донъяңды, бала-сағаларыңды ҡалдырып, һәр ял һайын "һә" тигәнсә ҡайтып булмай: теге мәшәҡәт, был мәшәҡәт тыуып ҡына тора... Әсәйем менән күберәк телефон аша ғына хәл белешергә тура килә. “Хәлдәр һәйбәт кенә, әле генә Рәзилә килеп китте, теге эште эшләне, был эште эшләне”, - тиһә, күңелгә йылы кереп китә. Өйҙә саҡ-саҡ йөрөгән әбейгә хәл белешергә, ярҙам итергә килгән ауылдаштарың булһа, шунан да ҙур шатлыҡ юҡтыр. Яңы ғына әсәйемдең хәлен беләйем әле тип шылтыратһам, күршеләре Фәнил менән Фәнүзә Басыровтар һөтөн-ҡаймағын керетеп сыҡҡан, Гөлшат менән Вәсил Fафаровтар бәрәңгеһен ҡаҙышҡандар. Унан алда Рәзилә иптәше Фәнзилде килтереп утын өйөп киткәндәр. Йома, байрам көндәре әсәйемдең ишеге ябылмай: Сәкинә еңгәй менән Рәсүл ағай Басировтар, Эльвира килен менән Вәсил Ғафаровтар, күрше Ира апай, Миңнира апайымдың ҡыҙҙары Розалия менән Раушания ялға ҡайтҡан һайын хәйер-фәләнен тотоп кереп, оло кешенең хәлен белешеп сығалар. Хәлен генә һөйләмәй, ауылдың тарихын да бәйән итеп ултыра ағинәй ҡорона еткән әсәйем. Торғаны бер хазина инде ул!

Рәзиләне әсәйем үҙ ҡыҙындай яҡын күрә. “Минең бишенсе ҡыҙым да бар ул!”- тип ебәрә уның хаҡында. Ысынлап та, “ҡыҙым” тигән матур һүҙҙе лайыҡ кешеләргә генә әйтәләрҙер. “Соцхеҙмәткәр - сос хеҙмәткәр” тигән халыҡта әйтем йөрөй. Был һүҙгә Рәзилә Рәшит ҡыҙы ысын мәғәнәһендә лайыҡ. “Кешенең атлап йөрөүенән ниндәй икәнен белеп була!”- ти әсәйем. Рәзилә етеҙ аҙымдары менән шәп-шәп атлап килеп керә лә, хәл-әхүәлде һорашып, әбей янында ултырып алғас, үҙ эшенә тотона, һыуын керетһенме, утын ташыһынмы, иҙән йыуып сығарһынмы, балаҫ ҡаҡһынмы - эштәре бихисап уның! Шул арала әллә күпме ауыл яңылыҡтарын, балаларының хәлдәрен, үҙенең башҡа эштәре хаҡында ла һөйләп өлгөрә ул. Ә башҡа эштәргә килгәндә - улары ла һанап бөткөһөҙ уның!

Мин Рәзилә менән аралашҡан һайын уны егәрле, уңған, үҙ һүҙендә тора белгән ҡатын тип һығымта яһап ҡуям. Алдына ниндәй маҡсат ҡуя - шуға ирешмәй туҡтамай. Июнь айында район мәҙәниәт йортонда социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри бәйгеһе булып үткәйне. Ҡулыма “Табын” гәзитен алыу менән, баш һүҙен ҡарағас та “Рәзилә еңгәндер!” тип уйлап ҡуйҙым һәм минең уйым дөрөҫкә сыҡты. Гран-при яулаусы, әлбиттә, ул булған!

Беҙ, район ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, Красно-усол ағинәйҙәре етәксеһе Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова менән, йәмле йәйҙең бер көнөндә Һабай ауылында “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторайыҡ әле тип барғайныҡ. Бесән ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, Рәзилә Рәшит ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы “һә” тигәнсә йыйып та алды. Эшлекле һөйләшеү ҡорҙоҡ. Ойошмаға ауылыбыҙҙың бөтә яҡлап та килгән ҡатын-ҡыҙҙарын тәҡдим иттеләр. Етәкселәрен һайланылар. Йыйылыштар үткәрергә, боронғоса матур кейемдәр тектереп кейергә, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, аманатты, мираҫты һаҡларлыҡ саралар үткәрергә кәрәк тип, яҡынса пландар ҡороп таралыштыҡ.

Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел! Әммә Рәзилә кеүек маҡсатлы, тырыш кешеләргә генә барыһын да бирә Хоҙай Тәғәлә! Әсәйем әйтмешләй: “Бисмиллаһ” итеп эш башлаһаң, “Аллаһҡа шөкөр” тип йәшәй белһәң, бөтә эштәрең дә уң булыр! Тағы ла оло кешенең рәхмәттәрен алып йәшәй белһәң, шунан да ҙур бәхет, шатлыҡ юҡтыр донъяла! Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде!
Читайте нас: