+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 12:31

Сүп-сар өйөмөнә батмайыҡ!

Әлеге ваҡытта Рәсәй территорияһында йыл һайын 60 млн тонна ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә. Был һан артҡандан-арта. Бөтә ҡалдыҡтарҙың 80 проценты сығарылған полигондар был күләмдәге сүп-сарҙы һыйҙыра алмай. Башҡортостан өсөн дә был киҫкен мәсьәлә. Респуб-ликала санитар талаптарға яуап биргән 36 полигон эшләй. Ҡалған 3500 тирәһе - санкцияланмаған сүплектәр. Уларҙа йыйылған токсик матдәләр тупраҡты һәм һыуҙы зарарлап, кешеләр һаулығына ҡурҡыныс менән янай.

Шуға күрә ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә реформа – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әлеге көндә сүп-сарҙы ташыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән шөғөлләнәсәк төбәк операторҙары барлыҡҡа килә. Яңы системаға күсеү өсөн норматив хоҡуҡи нигеҙ булһын өсөн Торлаҡ кодексына, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау законына, күп фатирлы һәм шәхси йорттар хужаларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибенә һәм башҡа хоҡуҡи акттарға комплекслы үҙгәрештәр индерелә. Законға ярашлы, һәр төбәк ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуҙың нормативтарын эшләргә һәм билдәләргә, ҡалдыҡтарҙы биләмәлә урынлаштырыу схемаһын төҙөп раҫларға, төбәк операторын һайлап, уның менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш.

Республика 5 зонаға бүленгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы конкурс үткәреп уларҙа төбәк операторын билдәләгән. “ЭКО-Сити” төбәк операторы 3-сө һанлы округҡа ингән ҡала-райондарҙы, шул иҫәптән Ғафури районын да хеҙмәтләндерә.

Төбәк операторы нимә менән шөғөлләнә?

Төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе ойошма булараҡ, үҙ зонаһында йәшәүсе ҡалдыҡ хужалары менән хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн килешеү төҙөй. Ул ҡалдыҡтарҙы йыя, ташый, эшкәртә, утилләштерә, зарарһыҙландыра һәм күмә. Был хеҙмәттәр өсөн ҡалдыҡтарҙы барлыҡҡа килтереүсе түләй. Ҡалдыҡтар сүп-сар ташыусы машинаға тейәлгәндән алып уның өсөн төбәк операторы яуап бирә. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар майҙансыҡтарын булдырыу урындағы идара органдарына – ауыл хакимиәттәренә йөкмәтелә. Контейнер майҙансығы өсөн ул урынлаштырылған ер хужаһы яуап бирә. Идарасы ойошмалар, күп фатирлы йорт хужалары ширҡәте һәм урындағы хакимиәттәр контейнер майҙансыҡтарының хужалары була. Әгәр контейнер майҙансығы күп фатирлы йорттоң дөйөм милкенә ҡараһа һәм уның биләмәһендә урынлашһа, уны тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн идарасы ойошма яуаплы. Әгәр контейнер майҙансығы муниципаль ерҙә урынлашһа, ул урындағы хакимиәт ҡарамағында була.

Төбәк операторы шулай уҡ санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүҙә лә ҡатнаша. Бының өсөн ойошма вәкилдәре сүплек урынына барып акт төҙөй, фотоға төшөрә, координаталарын билдәләй һәм сүплек урынлашҡан ер хужаһына иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрә. Әгәр ер хужаһы 30 көн һуҙымында сүплекте үҙ аллы юҡ итмәһә, был эште төбәк операторы эшләй һәм суд аша тотонолған сығымдарҙы түләтә.

Ҡулланыусылар өсөн талаптар

Ҡулланыусылар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы схемаға ярашлы йыйырға тейеш. Төбәк операторы менән төҙөлгән килешеүҙә йыйыу ысулдары:

- йорт эсе инженер системаһы буйынса сүп-сар ҡабул итеүсе камера контейнерҙары,

- контейнер майҙансыҡтарындағы һауыттар,

- төбәк операторы билдәләгән талаптарға яуап биреүсе ҡапсыҡтар, тоҡтар һәм башҡа махсус тәғәйенләнгән һауыттар күрһәтелгән була.

Эре ҡалдыҡтар – йыһаз, ҡорамалдар, һ.б. – махсус тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙа йыйыла.

Контейнерҙарҙа эҫе ҡал-дыҡтар, ҡар һәм боҙ, терегөмөшлө лампалар,батареялар һәм аккумуляторҙар, һаулыҡҡа зыян килтерерҙәй, сүп-сар ҡабул итеүсе техниканы боҙорҙай ҡалдыҡтар йыйырға ярамай. Ҡулланыусыларға законһыҙ сүплектәр барлыҡҡа килтереү һәм контейнерҙан тыш ҡалдыҡтар йыйыу тыйыла.

Кемдәр килешеү төҙөй?

Төбәк операторы менән килешеүҙе уның эшмәкәрлек зонаһында йәшәүсе ҡалдыҡтар барлыҡҡа килтереүсе хужалар (күп фатирлы йортта йәшәүсе фатир хужалары, шәхси йорт хужалары, юридик шәхестәр һәм эшҡыуарҙар, шул иҫәптән хужалыҡ алып барыусы баҡсасылар ширҡәте, гараж кооперативтары һ.б.) төҙөй.

- Яңы ҡағиҙәләр яңы йылдан ғына ғәмәлгә инеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең компания әле үк әҙерлек эштәре алып бара, - ти “ЭКО- Сити” төбәк операторының генераль директоры Семен Земсков. - Республикала беренсе тапҡыр сүп-сар сығарыласаҡ тораҡ пункттар ҙа бар. Унда әлегә тиклем ауыл халҡы сүпте ауыл ситтәренә ташлай. Бер ниндәй санитар талаптарға яуап бирмәгән санкцияланмаған сүплектәрҙең ошо булыуы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Уның һүҙҙәре буйынса, оҙаҡламай хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк. Әлеге көндә төбәк операторы ҡала һәм райондар хакимиәттәре менән берлектә контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу, кешеләр өсөн уңайлы сүп йыйыу графигын һ.б. хәл итә.

Төбәк операторы йыйған бар сүп-сарҙы санкциялы полигондарға ғына сығара. “ЭКО-Сити” зонаһында улар 7. Полигондар Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Учалы ҡалаһы сигендә урынлашҡан. Башҡа райондарҙан унда ташыу ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә урындарҙа тейәү станциялары төҙөү ҡаралған.

Сүп-сарҙы заманса эшкәртеү

Тағы ла бер ҙур проект – экотехнопарк төҙөү. Кластер билмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар уйлап табыу тураһында “ЭКО-Сити” төбәк операторы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты килешкән. Экотехнопарк фәнде һәм етештереүҙе берләштереүсе майҙансыҡҡа әйләнер тип күҙаллана. Уның биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар тормошҡа ашырыла. Тулы технологик циклды: сүп-сар эшкәртеүҙе, утилләштереүҙе һәм зарарһыҙландырыуҙы тәьмин итәсәк объекттар барлыҡҡа килә. Атап әйткәндә, Ишембайҙа сортлау заводы базаһында ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү ойошторола. Шул иҫәптән, органик ҡалдыҡтарҙан (аҙыҡ-түлек һәм үҫемлек сүп-сары) серетмә етештереләсәк. Уны үҙ ваҡытында эшләгән полигондарҙы тергеҙеү өсөн файҙаланасаҡтар. Ҡалған ҡалдыҡтарҙан RDF-яғыулыҡ етештерергә мөмкин була. Бының өсөн әле компания махсус завод төҙөү мәсьәләһен хәл итә. Шулай уҡ “ЭКО-Сити” компаниялар төркөмө Башҡортостанда беренсе булып пластик етештерә башлай. “Беҙ проектҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Беҙҙең экотехнопаркка асыштар һәм технологиялары менән ғалимдар киләсәк. Шуныһы айырыуса мөһим, улар араһында йәш ғалимдар ҙа буласаҡ, - тине Семен Земсков. – Беҙҙең бурыс – төбәктә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын бөтөнләй яңы кимәлгә сығарыу. Алдынғы тәжрибәләрҙе ҡулланыу ҡалдыҡтарҙы күмеүҙе кәметергә, тимәк, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға мөмкинлек бирәсәк”. 3-сө эшмәкәрлек зонаһында бөгөнгә сүп-сар ташыу буйынса 27 транспорт компанияһы эшләй. 2014 йылдан компания ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү буйынса комплекс эшләтеп ебәрҙе. Ул йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртергә мөмкинлек бирә.

Хаҡтар

Квитанцияларҙа ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн юл яңы йылдан уҡ барлыҡҡа киләсәк. Ҡалдыҡтар өсөн хатта бәләкәй генә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә түләргә тейеш. Ул фатирҙа йәки йортта нисә кеше йәшәүенә (теркәлгән) ҡарап түләнә. Әлегә был хаҡ билдәле түгел. “Яҡынса орентир – йылына кеше башына 500 һум. Ләкин был хаҡ нисә кеше ҡалдыҡ барлыҡҡа килтереүенә бәйле. Әгәр кеше йылына 1 кубометр сүп-сар барлыҡҡа килтерһә, 500 һум була. Ғаиләлә 4 кеше икән – йылына 2 мең һум, айына 1 кешегә 42 һум тура килә,” – ти Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология минис-тры Илдар Һаҙыев.

Белгестәр иҫәпләүенсә, бөгөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр йылына 2,3 кубометр сүп-сар барлыҡҡа килтерә. Яҡынса тариф менән иҫәпләгәндә, был йылына 1150 һум, йәки бер кешенән 95 һум. Шәхси йортта йәшәүселәр (ауыл кешеләре) – йылына 3,6 кубометр сүп-сар барлыҡҡа килтерә. Тимәк, был һан айына 142 һум тәшкил итәсәк.

И.Һаҙыев билдәләүенсә, “ҡалдыҡтарҙы ҡыуаҡ араһына ырғытыу килеп сыҡмаясаҡ. Был йәһәттән закондар ҡатылана – яңы хеҙмәттәрҙе түләүҙән баш тартҡан граждандар өсөн 2 мең һум, юридик шәхестәргә – 250 мең һум штраф ҡарала йәки эшмәкәрлектәре 90 тәүлеккә туҡтатыла.”

Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү реформаһының төп ҡоралы – төбәк операторы. Ләкин ул тейеш-ле һөҙөмтәләргә халыҡ ярҙамы менән генә өлгәшә ала. Әле барған үҙгәрештәр һәр беребеҙ өсөн бик мөһим икәнлеген аңларға кәрәк. Әгәр беҙ таҙа ҡала-ауылдарҙа йәшәргә, таҙа һыу эсеп, саф һауа һуларға теләйбеҙ икән, йәшәгән еребеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙе үҙгәртергә тейешбеҙ.


Читайте нас: