-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 14:29

Алтын көҙҙөң бер көнөндә байрам итте барса халыҡ


Тантаналы митинг башланыуын белгертеп Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, артабан район мәҙәниәт һарайы вокал ансамбле башҡарыуында Ғафури районы Гимны яңғыраны.

Башҡортостан – тыуған ерем,

Һиндә тыуҙым, һиндә үҫәмен.

Һинән яҡын, һинән гүзәлерәк

Юҡтыр бер ил – шуны беләмен.

Байрам сараһы ошондай аһәңле шиғри юлдар менән асылды. Алып барыусылар – район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин йыйылыусыларҙы күркәм байрам менән ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе.

-Ҡәҙерле ғафуриҙар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Республика көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым! – тип башланы үҙенең сығышын Рәмил Зәкәриә улы. – Республиканың үҙаллылыҡ йылдарында Ғафури ерендә яңы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениелары сафҡа инде, юлдар һәм күперҙәр төҙөлдө, әллә нисәмә тиҫтә саҡрымда газ-һыу үткәргестәр һалынды, торлаҡ төҙөлөшө йылдам алып барыла.

Ағымдағы йылдың уҙған осоронда райондың предприятие-ойошмалары етештергән тауар, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Төҙөлөш күләме лә үҫешә бара. Быйыл 9 айҙа 20 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 195 шәхси йорт төҙөлгән. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” республика программаһы сиктәрендә 6 ғаилә дөйөм суммаһы 3 миллион 700 мең һумлыҡ булған дәүләт ярҙамы алып, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Һуңғы 5 йылда бындай ярҙамды 381 ғаилә алды. Был, әлбиттә, һөйөндөрмәй ҡалмай. Красноусолда әүҙем рәүештә күп фатирлы йорттар төҙөлөшө дауам итә.

Социаль объекттарға айырыу-са ҙур иғтибар бирелә: мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлау буйынса күләмле генә эштәр башҡарылды. Әле яңы ғына район мәҙәниәт һарайында ремонт эштәре тамамланды. Ундағы эшкә һәм матди-техник базаны нығытыуға республика бюджетынан 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Табын коррекция мәктәбе төҙөлөшө дауам итә.

Юлдар буйынса ла ҙур эш алып барыла. Быйыл автомобиль юлдарын тотоу, ремонтлау, төҙөү бу-йынса 118 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелде, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк тәшкил итте. Урындағы тәғәйенләнештәге юлдарға быйыл 5 миллион һум аҡса үҙләштерелде.

“Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сиктәрендә Красноусолда ете күп фатирлы йорттоң урам биләмәләрен һәм ике йәмәғәт урынын төҙөкләндереү буйынса эш алып барыла, күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлөшө бара.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу дауам итә. 2017 йылда был Программа сиктәрендә 5 проект (дөйөм суммаһы 6,5 миллион һум) тормошҡа ашырылғайны. Быйыл йәнә 2 проект ғәмәлгә ашырыла.

Район иҡтисадының һиҙелерлек өлөшөн агросәнәғәт комплексы тәшкил итә. Иген культуралары уңышы йыйып алынды, ужым сәсеү тамамланды. Иген культуралары уңышы һәр гектарҙан 23,6 центнер тәшкил итте. Көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйып алыу ҡыҙыу темпта алып барыла, был культураларҙың һуңғыһының гектар ҡеүәте бөгөн уртаса 351 центнер булып, респуб-ликала был һәйбәт күрһәткес. 9 айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығында 2 миллиард 75 миллион һумлыҡ тулайым продукция етештерелде (былтырғы менән сағыштырғанда үҫеш 4,6 процент). Быйыл өс фермер “Яңы эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” республика программалары сиктәрендә дөйөм суммаһы 7,9 миллион һумлыҡ грант алды.

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл, энергетика, газ, урман хужалығы, элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре лә дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе йылдам темп менән үҫешә. Районда мәҙәниәткә, йәштәр сәйәсәтенә, үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, физкультура һәм спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Спортсыларыбыҙҙың уңыштары ла һөйөнөрлөк. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың йәш спортсылары Башҡортостан Республикаһы Ауыл спорт уйындарында беренсе урындарҙы яулай, - тине сығышын йомғаҡлап Рәмил Зәкәриә улы һәм байрам көнөндә шулай уҡ районыбыҙҙың барлыҡ хеҙмәтсәндәренең талымһыҙ эшмәкәрлеген баһалап, оло рәхмәтен еткерҙе. Р.Бохаров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын, шулай уҡ районыбыҙ спортсылары Оксана Родионова, Нурзиә Әбделғужина, Эдуард Өмөтбаев, Илдар Уразғоловҡа Рәхмәт хаттарын тапшырғандан һуң, һүҙ район Советы рәйесе Зөфәр Хафизовҡа бирелде. Зөфәр Мәғәсүм улы сарала ҡатнашыусыларға байрам уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм йәнә бер төркөм алдынғылар уның ҡулынан район Советының Маҡтау грамоталарын ҡабул итеп алды. Район Советы рәйесе шулай уҡ “Ғафури районының Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем таныҡлығын һәм миҙалын да тапшырҙы. Быйыл был мәртәбәле исемгә Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова лайыҡ булды.

Артабан байрам ҡунағы Гөләриә Рифҡәт ҡыҙы Ялсыҡаева ғафуриҙарҙы республика Башлығы исеменән төп дәүләт байрамы - Республика көнө менән ҡотлап үтте. Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ғафуриҙарҙың да быға тос өлөш индереүен билдәләне.

Сара барышында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов тантаналы шарттарҙа 14 йәше тулған Денис Уйылдановҡа шәхесен раҫлаусы иң тәүге, төп документы – Рәсәй гражданы паспортын тапшырҙы.

Байрам тантанаһында шулай уҡ райондың иң йәш гражданы – 7 октябрҙә донъяға килгән Йәсминә исемле сабыйға ла (әсәһе Индира Иҫәнғәлина) бүләк әҙерләнгәйне. Ҡыҙсыҡҡа инселәнгән бүләкте өләсәһе ҡабул итеп алды.

Район мәҙәниәт һарайынан Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары, мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләп килгән “Хазина” фольклор һәм мәҙәниәт һарайы вокаль ансамблдәренең, Булат Йосоповтың йыр-моңдары, “Быҙыбыт” балалар өлгөлө бейеү коллективы һәм Илшат Ҡотов башҡарған бейеүҙәр байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.

Ошо уҡ көндө кистән красноусолдар Красноусол ауы-лы көнөнә арналған байрам сараһына “Йәшлек” ял-мәҙәниәт паркына йыйылды. Красно-усол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева сараны асып, йыйылыусыларҙы Рес-публика һәм Красноусол ауылы көнө менән ҡотланы. Ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәргә байҡау яһағандан һуң, төрлө номинациялар буйынса алдан иғлан ителгән конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләп үтте. “Красноусол ауыл биләмәһен төҙөкләндереүҙә ҙур өлөшөн индергән өсөн” номинацияһында Халыҡ мәшғүллеге үҙәге коллективы еңеүсе тип табылды. “Таҙа йылғаға – таҙа яр” конкурсында еңеп сыҡҡан Үҙәк район дауаханаһы коллективы һәм Елена Әсәҙуллина бүләккә лайыҡ булды. “Красноусолдың иң өлкән кешеһе” тип 92 йәшлек Клавдия Антипина аталды. “Иң матур йорт” номинацияһында Вәсилә һәм Фәрит Ҡоҙайғоловтар, Эльмира һәм Илгиз Урманшиндарҙың йорттары билдәләнде. “Күп фатирлы йортта матурлыҡ һәм йәм булдырғаны өсөн” номинацияһында Калмыков урамының 11-се йортонда йәшәгән Людмила Зверева, “Үҙ йорто баҡсаһында матурлыҡ булдырған” Татьяна Алекберова, “Красноусол ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан” Регина Дьяконова бүләкләнде. Был көндө шулай уҡ бергә-бергә татыулыҡта 45 йыл ғүмер кисергән ғаилә парҙары Ирина һәм Владимир Бакаевтар, бергә йәшәүҙәренең 30 йыллығын, ынйы туйҙарын билдәләгән Елена һәм Валерий Уреневтар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Артабан сәхнә районыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары, мәҙәниәт һарайының ижади коллективтарына бирелеп, тирә-яҡҡа дәртле йыр-моң таралды. Байрам сараһы төнгә тиклем дауам итеп, күңелле дискотека менән тамамланды.
Читайте нас: