+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 14:32

Муллыҡ тантана итте

Байрам уңайынан ойошторолған көҙгө муллыҡ - ауыл хужалығы йәрминкәләрен йылдағыса һәр кем көтөп ала. Тауарҙың төрлөлөгөнән, сауҙа нөктәләренең күплегенән сығып күҙаллағанда, үҙеңә кәрәк тауарҙы сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге булыуы менән отошло ул.

Ысынлап та, район мәҙәни-әт һарайы алдындағы майҙанда уҙған йәрминкәлә нимәләр генә тәҡдим ителмәне халыҡҡа. Унда красноусолдарҙан тыш, районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре лә ҡатнашты тип әйтергә була. Бына Ташлы ауыл биләмәһенән М.Йомағолова эремсек, май, ҡаймаҡ, бал, Г.Савельева еләк үҫентеләре менән һатыу итте. Ғафаровтар ҙа үҙ продукциялары менән килгәйне. Ташбүкәндән Ғ.Насирова менән Ф.Фәйзуллина ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, йомортҡа, А.Лапшева һарыҡ, күркә ите, Сәйетбабанан Лоҡмановтар ярымфабрикаттар, Аҡкүлдән Г.Гәрәйева өйрәк ите, йәшелсә-емеш, Мансуровтар бәрәңге, һуған, кишер, һарымһаҡ (йәшелсәләрҙең һуңғы икәүһе шундуҡ һатып алынып бөттө), Яңғыҙҡайындан Ә.Фәйезова өйрәк ите, малсылыҡ продукцияһы, Красноусолдан М.Солтанов, А.Рогожин бал, Ҡарағай ауылынан Салауатовтар һарыҡ ите һәм һөт ризыҡтары, Яугилденән Миниязовтар бал, ит, Войновканан Каревтар сусҡа ите килтергән. Юрмаш ауылынан Салауатовтар ҙа халыҡҡа ит, Красная Поляна ауылынан файҙалы дарыу үләндәре тәҡдим иттеләр. Буруновканан үҙҙәре етештергән экологик йәһәттән таҙа көнбағыш майы менән һатыу иткән Әминевтарҙың был продукцияһын һәр кем теләп һатып алды. “М.Алиян” ауыл хужалығы предприятиеһы үҙҙәрендә етештерелгән ит-һөт продукцияһы, хужалыҡтар халыҡҡа төргәкле һалам, бойҙай тәҡдим итте, төрлө емеш ағастары менән һатыу итеүселәр ҙә булды.

Райондың ҡайһы бер белем биреү учреждениелары ла йәрминкәнән ситтә ҡалмаған. Бурлы мәктәбе мәктәп яны баҡсаһында үҫтереп алынған мул уңыштары менән һатыу итеп, үҙ уҡыу йорттарына ярайһы ғына табыш килтереүе маҡтауға лайыҡ.

Дөйөм алғанда, һатып алыусылар сауҙа майҙанының тарыраҡ булыуына ризаһыҙлыҡ белдереүгә ҡарамаҫтан, йәрминкә ике яҡ өсөн дә отошло булды.


Читайте нас: