-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2018, 11:17

Хәтер һаҡлай һәйкәлдәр

Инвалидтарҙың “Чернобыль” Союз” төбәк башҡорт республика йәмәғәт ойошмаһының 25 йыллығы билдәләнгән көнгә тура килгән сара район хакимиәтендә “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙән башланды.

Һәйкәл асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Й.Салауатов, мобилизация эштәре буйынса урынбаҫар В.И.Герасимов, республика хәрби комиссариатының Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса бүлек етәксеһе Ф.А.Ғимаҙиев, “Чернобыль” Союз” ойошмаһы рәйесе Р.В.Ғәйнуллин, Өфө, Салауат, Бәләбәй, Сибай, Туймазы, Ҡалтасы һәм башҡа ҡала-райондарҙан Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ликвидаторҙар һәм төбәк ойошмалары рәйестәре булды. Район йәмәғәтселеге, локаль һуғыштар ветерандары, һәләк булған ликвидаторҙарҙың яҡындары, ауыл халҡы алдында Руслан Салауатов, Решат Ғәйнуллин, чернобылселәрҙең район ойошмаһы рәйесе Ирина Дмитриева һәм башҡалар сығыш яһаны.

- Бынан 32 йыл элек Чернобылдә атом станцияһы шартлағас, ил халҡы ярҙамға ашыҡты. Бөгөн беҙ ошо авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҙур батырлыҡ күрһәткән Башҡортостандың 4,5 мең яугирын иҫкә алып баш эйәбеҙ. Был һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә

республиканан 10 мең кеше, һеҙҙең райондан 33 кеше ҡатнашҡан. Төрлө милләт кешеләре бер төптән булып ошо фажиғәне еңеп сыҡтыҡ. Чернобылселәрҙе илебеҙ именлеген һаҡлап яуҙа булған һалдаттар менән бер рәткә ҡуйып хөрмәтләйбеҙ, - тине рес-публика хәрби комиссариаты вәкиле подполковник А.М.Пронин һәм барыһын да һәйкәл асылыу менән тәбрикләне.

Артабан һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Рәсәй мосолмандары диниә назаратының имам-мөхтәсибе Баян хәҙрәт әруахтарға бағышлап доға уҡыны. Һуңынан митингта ҡатнашыусылар район мәҙәниәт һарайына юлланды. Фойеға инеү менән уларҙы Туймазы ҡалаһының “Чернобыль” Союз” төбәк Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының күргәҙмәһе ҡаршы алды. Ойошманың етәксеһе Юрий Леонидович Бирюзов әйтеүенсә, уларҙың экспонаттары Чернобылдәге ҡот осҡос һәләкәт, яҡташтар күрһәткән батырлыҡ – киләһе быуындарға иҫкәртеү булырға тейеш. Экспонаттар араһында иҫән ҡалған яҡташтарының фоторәсемдәре, хөкүмәт наградалары алғандар тураһында китап, альбомдар, ликвидаторҙарҙың кейемдәре һәм башҡалар бар ине. Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды күргәҙмәне тулыландырыу йәһәтенән күп эштәр башҡарған.

Ғафури районы чернобылселәр ойошмаһы рәйесе Ирина Дмитриева һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән уртаҡлашып: “Бер нисә йыл элек ошо ойошманы етәкләгәс, төрлө ҡала-райондарҙа күп сараларҙа булырға тура килде. Башҡа урындарҙа ҡуйылған мемориалдарҙы күреп, беҙҙә лә булырға тейеш, тигән уй тыуҙы. Ошо тәҡдим менән район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улына мөрәжәғәт иттем. Ул хуплап ҡаршы алды, финанс ярҙам күрһәтте. Артабан бағыусылар эҙләй башланыҡ. Өфө ҡалаһынан һәйкәлдең ташын барып алдыҡ. Уҙған йыл башында эш башлап ебәрҙек. Красноусол ауыл хакимиәте, райондың афған һәм чечен һуғышы ветерандары һәм башҡа битараф булмаған кешеләр ярҙам итте. Барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Әле районда 15 иҫән чернобылсе бар. Күптәренең һаулығы ҡаҡшаған. Барыһына ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ,” – тине.

Ойошманың 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы тантана Чернобылдәге фажиғә тураһындағы документаль фильм ҡарауҙан башланды. Тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы исеменән Руслан Салауатов ҡотланы һәм бер нисә кешегә иҫтәлекле миҙал тапшырҙы. Унан һуң сығыш яһаған Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы вәкиле С.В.Пименова төрлө райондарҙың ойошма рәйестәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Өфө ҡалаһы хакимиәте исеменән А.Р.Ғафаров тәбрикләп, Чернобыль һәләкәтендә баш ҡаланың 1,5 мең кешеһе ҡатнашыуы, әле уларҙың 800-ө иҫән икәнлеге, Өфө ҡалаһының үҙәгендә ликвидаторҙарға һәйкәл ҡуйыласағы тураһында һөйләне һәм Р.В.Ғәйнуллинға Өфө ҡалаһы символикаһы төшөрөлгән сәғәт бүләк итте.

Хәрби комиссариат вәкилдәре А.М.Пронин менән Ф.А.Ғимаҙиев чернобылселәргә республика хәрби комиссариатының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Чернобылселәрҙең респуб-лика ойошмаһы етәксеһе Р.В.Ғәйнуллин сығыш яһап, байрам менән ҡотланы, ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте. Ра-йон хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа ойошманың Маҡтау грамотаһын, уның урынбаҫары Р.Й.Салауатовҡа һәм бер төркөм чернобылселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ юбилейҙарын билдәләүсе чернобылселәр ҙә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Ҡотлаусылар араһында район янғын һүндереү часы начальнигы В.В.Отмахов та бар ине. Ул Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Рәхмәт хаты менән чернобылселәрҙе бүләкләне. Өфө ҡалаһының “Бельское казачество” атаманы урынбаҫары С.В.Тирновский ҙа бер нисә кешене ҡотлап үтте.

Бүләкләүҙәрҙән һуң, чернобылселәр өсөн матур концерт ҡуйылды. Унда Өфө ҡунағы Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыровтың ҡатнашыуы көтөлмәгән бүләк булды. “Эксклюзив” өлгөлө бейеү коллективының, Эльвира Насирова менән Хызыр Нәзировтың дуэты, Гөлфирә Бәшированың йыры, Наил Вәлиевтың баян моңдары байрам кисәһен биҙәне.

Г.СИРАЕВА.
Читайте нас: