-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2018, 11:08

Саф шишмәгә тиң ижад

Еҙем-Ҡаран мәктәбендә бына икенсе йыл инде бик матур, әһәмиәтле, фәһемле сара уҙа. Быға тиклем билдәле яҙыусы яҡташыбыҙ, уҡымлы хикәйәләр, сатирик әҫәрҙәр, очерк, мәҡәләләр авторы, журналист, драматург Шакир Ғиниәт улы Насировтың Хәтер кисәһе уҙғарылып килһә, былтырҙан башлап район мәктәптәре уҡыусылары араһында иншалар конкурсы үтә. Ошо конкурсҡа йомғаҡ яһап еңеүселәрҙе билдәләү, әлбиттә, яҙыусының тыуған яғы Еҙем-Ҡаран мәктәбендә ойошторолдо.

Шакир Насиров 1913 йылда хозур тәбиғәтле Мағаш тауы итәгендә, йәмле Еҙем йылғаһы ярында урынлашҡан Ибраһим ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдарға лайыҡ була. Һуғышҡа киткәнсе һәм ҡайтҡас “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, “Китап” нәшриәтендә эшләй. 1966 йылдан, йәғни ғүмеренең һуңғы йылдарында (1968 йылда мәрхүм була) “Һәнәк” журналының яуаплы секретары була. Әҙәбиәткә 1930 йылдарҙа килә. Ошо йылдарҙа матбуғатта уның очерк һәм мәҡәләләре менән бер рәттән хикәйәләре һәм бәләкәй күләмле пьесалары баҫыла. Шулай ҙа ижади һәләте 40 йәшендә генә ныҡлап асыла. Күп кенә хикәйәләр ижад итә. 1955 йылда уның тәүге хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Ш.Насировтың сатирик маһирлығы “Һәнәк” журналында эшләгән осорҙа айырыуса көсәйә. Юмористик хикәйәләр һәм бер шаршаулы комедиялар яҙа. Талантлы яҡташыбыҙ Шакир Насировтың беҙгә ҡалдырған әҙәби мираҫы, күләме яғынан ҙур булмаһа ла, башҡорт әҙәбиәте тарихында әһәмиәтле урын алып тора.

Еҙем-Ҡаран мәктәбендә үткән сараға район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса буйынса методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова, әҙәбиәт уҡытыусылары һәм уҡыусылар, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Килмөхәмәтова, ауыл китапханаһы етәксеһе Гөлшат Рахманғолова, М.Ғафуриҙың йорт-музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова саҡырылғайны. Килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп коллективы һәм уҡыусылар хөрмәтләп ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән “Еҙем-Ҡаран” йырын башҡарғандан һуң, сараны алып барыусылар уҡытыусы (сценарий авторы ла) Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина менән уҡыусы Алһыу Ҡоломбәтова тәүге һүҙҙе мәктәп директоры Фирүзә Әбделмәноваға тапшырҙы.

Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы мәктәп тормошо менән таныштырып, бындай сараның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләне. Эйе, Еҙем-Ҡаран мәктәбендә һәр төрлө саралар даими уҙып тора. Әҙәбиәткә лә элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Шуғалыр ҙа уҡыусылар “Табын” гәзите алып барған “Өмөтлө ҡәләм”дә һәм башҡа әҙәби конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, приз-лы урындар яулай. Бында инде тәү сиратта уҡытыусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Былтыр, мәҫәлән, Үзбәк мәктәбендә үткән район кимәлендәге шиғри бәйгелә Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Ҡоломбәтова Гран-приға лайыҡ булғайны. Ана, бөгөн ниндәй оҫталыҡ менән сараны алып бара! Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы 2 йыл рәттән ошо сараның бағыусыһы булған Рәшит Ғәли улы Насировҡа рәхмәт белдерҙе, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Әйткәндәй, Рәшит Ғәли улы бына етенсе йыл уҡыусыларға Белем көнөндә, Яңы йыл байрамында, “Һуңғы ҡыңғырау”ҙа үҙенең бүләктәрен әҙерләй икән. Ра-йон мәғариф бүлеге һәм мәктәп етәкселеге уға бик рәхмәтле.

Гөлшат Рахманғолова Шакир Насировтың ижады һәм тормош юлы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

- Ижад – ул шишмә кеүек. Бер инеш кенә булып сылтырап ағып сыға ла, ҙур йылғаға ҡушылғансы күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға барған һайын киңәйә, көсәйә, тулылана, - тип башланы Рәүилә Килмөхәмәтова һәм күңелдәргә үтерлек итеп сығыш яһаны.

- Туҡһанынсы йылдарҙа беҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән (ул саҡта билдәле шағирә Еҙем-Ҡаран мәктәбендә уҡыта ине) һөйләшеп Шакир Насировтың Хәтер кисәһен башлап ойошторғайныҡ, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты мәктәп китапханаһы хеҙмәткәре Миңһылыу Мирхәйҙәрова. Ул Ш.Насировтың тормошо һәм әҫәрҙәре буйынса викторина үткәрҙе.

Альбина Булат ҡыҙы иншалар конкурсын йомғаҡлап, уҡыусыларҙың ижади эштәренә күҙәтеү яһаны. Етешһеҙерәк яҡтарын да, уңыштарҙы ла айырым билдәләне.

- Киләсәктә иншалар тағы ла матурыраҡ яҙылырына өмөт бар, - тине ул һәм конкурс еңеүселәренең исемен атаны. Шулай итеп, иншалар конкурсында Гран-приға Алһыу Әбделмәнова (КБГИ, 6 кл.) лайыҡ булһа, 5-7-се класс уҡыусылары араһында 1-се урында Айгөл Ҡунафина (КБГИ, 7 кл.), 2-селә – Юлдаш Байбулдин (Сәйетбаба мәктәбе, 7 кл.), 3-сөлә – Илназ Мөхәмәтйәнов (Еҙем-Ҡаран мәктәбе, 5 кл.), 8-11-се кластар араһында 1-се урында Айгүзәл Мөхәмәтдинова (Бурлы мәктәбе, 10 кл.), 2-селә – Юлиә Рамаҙанова (Яңғыҙҡайын мәктәбе, 8 кл.), 3-сө урында Йөҙимән мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Илүзә Вәлиева булды.

Саранан һуң килгән ҡунаҡтар һәм уҡыусылар Мәжит Ғафуриҙың музейына сәйәхәт ҡылды. Музей директоры Рәсилә Нәжметдинова бында уларҙы йылы ҡаршылап, яҙыусының ижады һәм тормошо менән таныштырҙы.
Читайте нас: