Йылдың-йылы октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәренә юлдар селтәрен төҙөк һәм тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Һөнәри байрамдары уңайынан идаралыҡ етәксеһе Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ менән коллективтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшәбеҙ.
- Башта шуны әйтеп китергә кәрәк, беҙҙең предприятие коллективы иңенә районыбыҙҙың 531 саҡрым оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарын тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған. Быйыл планға ярашлы, район буйынса юлсылар бригадалары тарафынан Ишембай - Красноусол һәм Архангел - Красноусол трассаларын ремонтлауҙа күләмле генә эштәр башҡарылды. Объекттың тәүгеһендә 1,9 саҡрымда юлдар ремонтланһа, 2,3 саҡрымда ағымдағы ремонт үткәрелде. Икенсеһендә иһә 520 метр оҙонлоҡтағы юл ремонтланып, файҙаланыуға тапшырылды, йәнә 2,5 саҡрымдағы юлдар (был объект күсмә, йәғни эште 2019, 2020 йылдарҙа тамамлауға иҫәпләнгән) нигеҙҙә тапшырыуға әҙер, тип әйтергә кәрәк.
Район үҙәгендәге юлдарға асфальт түшәү һәм ремонтлау буйынса ла ДРСУ эшселәре бик һәйбәт эшләне. Урман, Леспромхоз, Дзержинский, Яңы тормош урамдары юлдары асфальтланды. Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү сиктәрендә Калмыков, Ленин, Фрунзе, Кейекбаев, Пугачев, Свердлов урамдарындағы күп фатирлы йорттар ихаталарына асфальт түшәлде.
Быйыл шулай уҡ “Президент гранты” иҫәбенә ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә урамдарға һәм юлдарға ҡырсынташ түшәү буйынса эштәр дауам итте. Бындай эштәр Табын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә башҡарылды. Әлеге мәлдә ошондай уҡ эш Аҡкүл ауыл биләмәһендә бара, сиратта – Бельский, Мораҡ, Үтәк, Ташлы һәм Ташбүкән ауыл биләмәләре. Красноусол ауыл биләмәһендә лә башҡараһы эштәр бар әле – яңы “Һабантуй” һәм “Йәштәр” биҫтәләре юлдарын төҙөкләндерергә кәрәк буласаҡ.
- Ошо ҙур күләмле эштәрҙе башҡарыу өсөн юл хужалығы эшсәндәренең иң мөһим ярҙамсыһы булып махсус техника хеҙмәт итә. Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
-Ысынлап та, беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ нигеҙ-ҙә баланстағы юл техникаһының торошо менән бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автопаркыбыҙ күптән яңыртылғаны юҡ, бер яңы техника менән дә тулыланманы. Беҙ тракторҙарға, “КамАЗ”, грейдер, экскаваторҙарға һәм башҡа төр яңы техникаға мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Бары тик предприятиебыҙ хеҙмәткәрҙәренең ҙур тәжрибәһе, үҙ техникаларына теүәл һәм һаҡсыл ҡарашта булыуы һөҙөмтәһендә бөтөн төп бурыстар үтәп сығыла ла инде. Техникаларыбыҙ иҫке, әлбиттә, әммә республиканың күп кенә ДРСУ-ларында ошондай уҡ хәл. Бары тик водителдәр, механизаторҙар, тракторсылар оло тәжрибәгә эйә булғанлыҡтан, иҫкелек сигенә еткән техника предприятиеға тоғро хеҙмәт итә – юлдар ремонтлана, яңылары төҙөлә, бөтөн юл инфраструктураһы һәйбәт кимәлдә тотола.
- Белеүебеҙсә, һеҙҙең идаралыҡта берҙәм, татыу, тәжрибәле коллектив, үҙ һөнәренең оҫталары тупланған...
- Эйе, коллективта һыналған, тотороҡло, араларында егәрле һәм грамоталы кешеләр бик күп. Штатта бөтәһе 55 кеше. Былтырғы менән сағыштырғанда штат ярайһы ғына ҡыҫҡарҙы, эшмәкәрлекте ҡулайлаштырыу барышында предприятиебыҙҙа әкренләп ҡыҫҡартыуҙар алып барыла. Әлбиттә, бер кемде лә эшһеҙ ҡалдырырға тырышмайбыҙ, был үҙлегенән килеп сыға, кемдер хаҡлы ялға китә, кемдер башҡа эшкә күсә һәм башҡа сәбәптәрҙән.
Беҙҙә инженер-техник хеҙмәткәрҙәр 9 кеше, ә күпселекте юлдарҙа эшләүселәр, махсус техника менән идара итеүселәр тәшкил итә.
- Көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәре нисек бара?
- ДРСУ-ла әлеге мәлдә бар иғтибар ҡышҡы осорға әҙерлек эштәренә йүнәлтелгән. Эшселәребеҙҙең бер өлөшө ҡышҡы техниканы, шул иҫәптән ҡар таҙартҡыстарҙы тәртипкә килтерә, эштәрҙе алып барыу өсөн кәрәкле материал туплана, боҙлауыҡ ваҡытында ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибеү өсөн ҡулайлаштырылған техниканы әҙерләү менән мәшғүл. Предприятиебыҙ тарафынан ҡыш көнө боҙлауыҡ ваҡытында юлдарға һибеү өсөн 1500 тонна ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы әҙерләнде, шулай уҡ ошо уҡ маҡсатҡа тоҙло һыу килтертеү өсөн килешеү төҙөлдө.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Ҡайһы бер проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, байрам – беҙҙең өсөн иң шатлыҡлы ваҡиға – байрам булып ҡала. Йәнә бер тапҡыр бөтөн коллективтың хеҙмәтен һәм индергән өлөшөн билдәләп үтер инем. ДРСУ хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, уларҙы бар тырышлыҡтарын һалып, тулыһынса үтәйҙәр. Техника үҙ мөмкинлектәрен күптән үтәп, төрлө ҡатмарлыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, төп бурыстар үтәлә, юлдар торошо кимәлдә тотола. Был тәңгәлдә 30-35 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең, атап әйткәндә, автогрейдер машинисы Рәфит Мөхәмәтҡолов, ремонт буйынса слесарь Ғарифулла Зөлҡәрнәйев, тракторсы Виктор Ергунов, шулай уҡ тырыш һәм өмөтлө йәштәр – юл мастеры Ирик Стукалов, экскаватор машинисы Дмитрий Васильев һәм башҡаларҙың өлөшө ҙур. Улар үҙ эшен башҡарып ҡына ҡалмай, ә районыбыҙ үҫешенә тос өлөшөн индерә. Ғафури ДРСУ-һының данлы традицияларын дауам итеүселәр ҙә булып тора. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы (улар бөгөн 33 кеше) һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, байрамса кәйеф теләйем, барыһына ла берҙәм эш һәм дөйөм хеҙмәткә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.
-Зөфәр Мәғәсүм улы, һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.