+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 12:18

Арҙаҡлы яҡташтар иҫтәлегенә

19 октябрҙә “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан Күрпәс бей һәйкәле эргәһендә “Башҡортостан халыҡтары юлбашсылары” аллеяһына башланғыс һалып, ағас ултыртыу акцияһы үтте.

Сарала район хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, шифахана вәкилдәре, Өфө ҡалаһының “Берҙәм Рәсәй” партияһынан, инвалидтар йәмәғәт ойошмаһынан ҡунаҡтар, Өфө дәүләт авиация университетының халыҡ-ара фәнни конференцияһында ҡатнашыусылар, райондың һәм шифахананың хеҙмәт ветерандары, ял итеүселәр, Курорт мәктәбе уҡыусылары булды.

Күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртеп, тарих төпкөлөнән урап ҡайтҡан ауаз булып яңғыраған ҡурай моңдарынан башланды күркәм тантана. Уны асыу өсөн һүҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатовҡа бирелде. Руслан Йәғәфәр улы барыһын да Башҡортостандың географик үҙәге – Ғафури районында, шифалы ләм һәм һыуҙары менән республикала ғына түгел, илебеҙҙә киң билдәле шифаханала булыуҙары менән тәбрикләне. Башҡортостан төҙөлөүҙең 100 йыллығына арналған был акцияның әһәмиәте хаҡында һөйләне, оҙаҡламай аллеялағы ағастарға күренекле кешеләрҙең исемдәре менән яҙыуҙар ҡуйыласаҡ, тине.

Шулай уҡ сараға йыйылыусыларҙы район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, Өфө ҡалаһының ветерандар советы рәйесе Ришат Хәйретдин улы Аллағужин, “Красноусол” шифаханаһы директорының ял һәм сервис буйынса урынбаҫары Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы Юлмөхәмәтова, Өфө ҡалаһының Совет районы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Кирилл Александрович Засименков ҡотланы.

Артабан акцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәр иҫтәлегенә 100 шыршы ағасы ултыртты.


Читайте нас: