-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 13:50

Саралар ҡатыланды

Һунар итеү өлкәһендә булған үҙгәрештәр тураһында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса федераль дәүләт

инспекторы Михаил Георгиевич ОРЛОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне.

-Әлеге ваҡытта Ғафури районында был йүнәлештә хәл-торош тотороҡло булып ҡала килә. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ боҙоу осраҡтары ла юҡ түгел, әлбиттә. Росгвардия, ЮХХДИ, участка инспекторҙары менән берлектә һәм хайуандар донъяһын һаҡлау өлкәһендә закон боҙоуҙарҙы сикләү саралары даими үтеп тора. Уларға Росгвардияның авиаотрядын (вертолет, пилотһыҙ осоу аппараты) йәлеп итеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

2017 йылда районда 10 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, өсәүһенә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Беренсеһе – 2017 йыл башында Үтәк ауылы эргәһендәге урманда ата мышы законһыҙ рәүештә атып алынған. Икенсе осраҡ – Имәндәш ауылы янындағы урманда законһыҙ рәүештә 2 мышыны атыу. Ике осраҡта ла полиция хеҙмәткәрҙәренең оператив эше һөҙөмтәһендә енәйәт эштәре тиҙ арала асылған һәм материалдар халыҡ судына ебәрелгән. Өсөнсө осраҡ – Игенселәр ауылы эргәһендәге урманда законһыҙ рәүештә балаһы менән инә айыу атылған. Был хәл буйынса ла шик-ле кешеләр билдәләнгән һәм документтар судҡа ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ боҙоусыларҙың бөтәһе лә район кешеләре.

2018 йылдың 8 июлендә РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә керҙе. Яңылыҡтар, башлыса, экологик енәйәт һөҙөмтәһендә күрелгән зыянды билдәләүгә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, ҙур зыяндың күләме – 40 мең һум, айырыуса ҙур зыян өсөн 120 мең һум тип билдәләргә тәҡдим ителә. Күрелгән зыянды иҫәпләгәндә законһыҙ рәүештә атылған һунар хайуандарының һаны, енесе (ата йәки инә булыуы) һәм урыны (айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре) иғтибарға алына. Мәҫәлән, законһыҙ атылған мышы балаһы өсөн күрелгән зыян күләме 80 мең һум, ата мышыға – 240 мең һум, инә мышыға – 400 мең һум, әгәр улар айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә атылған икән – ата мышыға – 400 мең һум, инә мышыға – 560 мең һум тип билдәләнә, ҡоралай балаһына – 40 мең һум, ата ҡоралайға – 120 мең һум (200 мең), инәгә – 200 мең һум (280 мең), ҡабан сусҡаһы бәрәсенә – 30 мең һум, ата сусҡаға – 90 мең (150 мең) һум, инәгә – 150 мең (210 мең) һум, айыу балаһы өсөн – 60 мең һум, ата айыуға – 180 мең (300 мең) һум, инәгә – 300 мең (420 мең) һум тип билдәләнгән. Шулай уҡ 2018 йылдың 27 июнендә ҡабул ителгән федераль закон менән РФ Енәйәт кодексының законһыҙ һунар өсөн енәйәт яуаплылығы өлөшөнә үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, 258-се статья буйынса штраф 200 меңдән 500 меңгә тиклем арттырылды, мәжбүри эштәр һәм һаҡ аҫтына алыу ҙур зыян күрелгәндә 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүгә алыштырылды. Ошо уҡ статьяның икенсе өлөшөнә өҫтәлмәләр индерелеү һөҙөмтәһендә законһыҙ һунар өсөн 500 меңдән 1 млн һумға тик-лем штраф йәки 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала.

Бынан тыш республикала тояҡлы ҡыр хайуандарына, айыуға һәм бүрегә күмәк һунар ваҡытында һунарсылар ҡыҙыл, ҡыҙыл-һары, һары төҫтәге жилеттарҙа һәм ошо төҫтәге элементтар булған кейемдә (баш ке-йеме, ҡулға бәйләнгән таҫма һ.б.) булырға тейеш.

Шуға күрә граждандарға һунар ваҡытында иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә һәм хоҡуҡ боҙоуға илтеүсе ниндәй ҙә булһа эш башҡарыр алдынан яҡшылап уйларға кәрәк тип мөрәжәғәт итер инем. Һунарсыларға яҡшы һунар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: