+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 14:16

Ҡыҙҙар күберәк тыуған

2018 йылдың өсөнсө кварталында Ғафури районы ЗАГС бүлеге тарафынан 320 гражданлыҡ хәле акты теркәлде, 518 юридик йәһәттән әһәмиәтле ғәмәлдәр башҡарҙы.

Ошо осорҙа Ғафури районында 51 ғаилә барлыҡҡа килеп, 27 никах тарҡалды. 90 бала донъяға килде, шуның 40-ы – малай, 50-һе – ҡыҙҙар. 24 ғаиләлә тәүге сабыйҙары донъяға ауаз һалһа, 31-ендә – икенсе, 16-һында – өсөнсө, 19 ғаиләлә дүртенсе һәм унан күберәк балалар тыуҙы. 12 сабый ата-әсәһе никахлашмаған, 10-ы яңғыҙ әсәйҙәрҙән донъяға килде.

Атай-әсәйҙәр сабыйҙарына Аяз, Батыр, Ильдан, Имран, Эмир, Аника, Айсулпан, Зара, Сөмбөл, Самина, Пелагея, Мирослава, Ясмина, Лаврентий тигән һирәк осраған исемдәр ҡушты.

Районыбыҙҙың 4 кешеһе исем-шәрифен, йәки атаһының исемен үҙгәртте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымға ҡарағанда үлем күберәк булды. Ошо осорҙа 136 үлем осрағы теркәлеп, 81 ир-ат, 55 ҡатын-ҡыҙ мәрхүм булған, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы – 2-әү.

8 ғаилә пары Башҡортостан Республикаһы Башлығының иҫтәлекле бүләгенә һәм Ҡотлау адресына лайыҡ булды. Шуның 2-һе – 60 йыл, 4-һе 50 йыл никахта йәшәүселәр.

Читайте нас: