+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 17:20

Исемен мәңгеләштереү юлында

Туғайҙан сыҡҡан олуғ шәхес Нияз Мәжитовтың тыуыуының 85 йыллығы билдәләнде Сәйетбаба ауылында әленән-әле төрлө саралар үткәрелеп тора. Уларҙың барыһы ла туған телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, данлыҡлы, күренекле шәхестәребеҙҙе ҙурлауға, ололоҡлауға ҡоролған. Шундайҙарҙың береһе - 20 октябрҙә Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә күренекле яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе, олуғ ғалим, башҡорттар араһынан сыҡҡан, бөтә донъя кимәлендә танылған мәшһүр археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булып үтте.

Сәйетбаба ауылында әленән-әле төрлө саралар үткәрелеп тора. Уларҙың барыһы ла туған телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, данлыҡлы, күренекле шәхестәребеҙҙе ҙурлауға, ололоҡлауға ҡоролған. Шундайҙарҙың береһе - 20 октябрҙә Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә күренекле яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе, олуғ ғалим, башҡорттар араһынан сыҡҡан, бөтә донъя кимәлендә танылған мәшһүр археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булып үтте.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы-журналист, БР Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, БДУ профессоры, академик Ғиниәт Ҡунафин, БР Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Вилмир Аҙнаев, “Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Юлдашев, Н.Мәжитовтың Өфөлә йәшәүсе ҡыҙы БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә Солтанова, Красноусолдан энеһе Венер Мәжитов, Өфө ҡалаһынан ҡоролтай ағзалары Сәүиә Ғәзизова, Иршат Аҫылғужин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар Сәйетбаба ауылы мәсете ихатаһындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең ауылда булыу йылдарын һүрәтләгән һәйкәлдәр композицияһында һәм Нияз Мәжитовтың тыуған ауылы Туғайҙа булдылар. Артабан иҫкә алыу сараһы Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда дауам итте. Фойела ҡунаҡтарҙы Нияз Мәжитовтың ғилми хеҙмәттәренән, уның тураһында замандаштарының иҫтәлектәрен үҙ эсенә алған китаптарҙан торған күргәҙмәләр ҡаршы алды. Сәйетбаба моделле ауыл китапханаһы хеҙмәткәренең Ж.Кейекбаевтың Йорт-музейы менән берлектәге “Ғорурлығы тыуған еремдең” тип аталған, шулай уҡ имәндәштәрҙең “Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы” тигән күргәҙмәһе һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Хәтер кисәһенә ауыл кешеләренән тыш, Имәндәш ауылынан вәкилдәр, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары ла килгәйне. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сараға етди әҙерләнгән. Сәхнә түрендә Н.Мәжитовтың ҙурайтылған портреты урын алған.

Сәйетбаба ауылы ҡурайсылары башҡарыуындағы мәшһүр “Урал” көйөн сараға йыйылыусылар аяғүрә баҫып тыңланы. Хәтер кисәһе асыҡ тип иғлан ителгәс, тәүге һүҙ Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡоловҡа бирелде.

-Нияз Абдулхаҡ улының 85 йыллығына арналған Хәтер кисәһе дауам итә, - тине Рәзим Ибраһим улы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. –Теге донъя менән был донъя араһын кеше хәтере бәйләп тора. Ризаитдин Фәхретдинов әйтмешләй, ғалимдары булған халыҡ бәхетле, ғалимдарын онотмаған халыҡ иманлы. Бына бөгөн беҙ һеҙҙең барығыҙ менән дә ниндәй бәхетлебеҙ ошондай ғалимдарыбыҙ һәм дә ниндәй иманлыбыҙ ошондай ғалимдарыбыҙҙы ололоҡлауыбыҙ менән. Ошонан һуң иманлылығыбыҙ бы-уын-быуын дауам итһә ине, Нияз Абдулхаҡ улының рухы шат булһа ине, - тине ул.

- Ошо Башҡортостан ерендә, ауыр 30-сы йылдарҙа тыуып-үҫеп, ауыл ерендә уҡып белем алып, Башҡортостан һәм Рәсәй күләмендә оло шәхес булып китеү мөмкин тигәнде Нияз ағай үҙенең тормош юлында иҫбатланы, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов. - Нияз ағай үҙенең ғилми эшендә иң беренсе Башҡортостан - Урал ерендә башҡорт халҡының төплө нигеҙле ерле, боронғо халыҡ икәнен иҫбатланы. 7 томлы башҡорт халҡының тарихы китабы сыҡты, ул баҫманың етәксеһе булды. Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайының беренсе рәйесе, башланғысы, юл һалыусыһы ла тап ул ине. Ҡоролтай эшенән һуң Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһы Союзы рәйесе булып та эшләне, - тине һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ҡабул ителгән Нияз Мәжитовтың исемен мәңгеләштереү хаҡындағы тәҡдимдәрен халыҡҡа еткерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Вилмир Аҙнаев: - Нияз ағайыбыҙ Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә, донъяға билдәле ғалимдарҙың береһе, тарихсы ғына түгел, археология буйынса тәрән белем эйәһе лә. Бөгөнгө көндә республикала уға тиң булырлыҡ ғалим юҡ, - тине.

Нияз Мәжитовтың юлын дауам итеүсе ҡыҙы Әлфиә Солтанова атаһы хаҡындағы иҫтәлек-хәтирәләре менән уртаҡлашты, билдәле яҡташтарҙы белергә, уларҙы онотмаҫҡа саҡырҙы.

-“Боронғо Өфө” республика тарихи музей-ҡурсаулығы – республикалағы иң йәш музейҙарҙың береһе, беҙгә ни бары 7 йәш, - тине музей директоры Гәүһәр Батталова. –Музей хеҙмәткәрҙәре өсөн Нияз Абдулхаҡ улының исеме айырыуса ҡәҙерле, сөнки музейыбыҙ үҙенең төҙөлөүе, эшләүе менән нәҡ Н.А.Мәжитовҡа бурыслы. Музей төҙөү буйынса ул башлаған эштәрҙе бөгөн беҙ дауам итәбеҙ, киләсәктә “Боронғо Өфө археология паркы” тип аталасаҡ музей комплексының концепцияһы хөкүмәт кимәлендә яҡлау тапты. 2012 йылдан башлап “Өфө-II” ҡаласығы биләмәһендә археологик ҡаҙыныу эштәрен музей хеҙмәткәрҙәре - йәш ғалимдар дауам итә. Бөгөнгө көндә һәйкәлдең сиктәре билдәләнде, - тине сығыш яһаусы һәм Н.Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап быйыл бер нисә сара үткәреләсәген дә белдерҙе. Һәм Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә инселәп килтергән бүләктәрен тапшырҙы.

Нияз Мәжитовтың Хәтер кисәһен ойоштороуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимовтың да яҡташтарына әйтер һүҙҙәре күп булды.

- Бындай Хәтер кисәләре мәрхүмдәр өсөн кәрәкмәй, тереләр, айырыуса йәш быуын өсөн кәрәк. Үкенеслерәк, әлбиттә, һуңлабыраҡ үткәрәбеҙ, ағайҙың тыуған ваҡыты - 20 август, - тине ул һәм данлы шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәрен уҡып ишеттерҙе. Улар араһында Н.А.Мәжитов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйыуҙы хәстәрләү, баш ҡалалағы һәм Ғафури районының Красноусол, Имәндәш ауылдарындағы яңы урамдарға, Красноусол башҡорт гимназия-интернатына академик Н.А.Мәжитов исемен биреү кеүек башҡа мәсьәләләр ҙә бар. Бөгөнгө йыйындың фәтеүәһе, ҡарары булырға тейешлеген әйтте.

- Һәр эштә, бөгөнгө көндә бөтә донъя буйынса башҡорт халҡының тарихын өйрәнгән, уға һәйкәл ҡуйған ағайыбыҙҙың исем-шәрифе донъялыҡта булырға те-йеш, шулай уҡ һәр төрлө йүнәлештә, башҡа тармаҡта эшләгән яҡташ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен дә оноторға тейеш түгелбеҙ, - тине ул сығышын тамамлап. Кисәгә Ниязбай Булатбай улы ла буш ҡул менән килмәгән, мәктәпкә, китапханаларға китаптар бүләк итте. Имәндәш ағинәйҙәренә “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау грамотаһын тапшырып үтте.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Өфөнән бөйөк ғалимдың рухын иҫкә алыу сараһына килгән профессорҙар Ғиниәт Ҡунафин, Марс Юлдашев, ҡоролтай ағзаһы Иршат Аҫылғужин, Сәйетбаба ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закир Ишмырҙин (“Абдрахман” башҡорт халыҡ йырын да йырлап ишеттерҙе), Имәндәш ауылы мәктәбе директоры Расих Муллашев телмәре Нияз Мәжитовты иҫкә алып, хәтирәләрен уртаҡлашыу менән бер рәттән халыҡты, шулай уҡ балаларҙы яҡшылыҡҡа, рухлылыҡҡа, шәхесебеҙҙе онотмауға саҡырыу булып та яңғыраны. Олуғ, ҙур шәхес Нияз Абдулхаҡ улын ололоҡлағандары өсөн бөтөн Ғафури халҡын Аллаһы Тәғәлә үҙе ҙурлаһын, тигән һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәүиә Ғәзизова ҡоролтай рәйесенең элекке урынбаҫары Әлтәф Ғәйфуллин Нияз Абдулхаҡ улының үҙе иҫән сағында 80 йәшенә арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Унда “Ябай ҙа һин, йомарт та, уҫал булаң ҡай саҡта, хәҡиҡәтте иҫбатлап, һәр саҡ иреш моратҡа. Тарихта эҙ ҡалдыраһың, 100-әр томдар яҙҙың һин, бөтә башҡорт халҡы өсөн һәр саҡта ла бөйөк һин”, тигән юлдар бар. Сәүиә Миңлеғәле ҡыҙы, Нияз Абдулхаҡ улы был шиғырҙы тыңлағас, Әлтәф дуҫ, тере сағымда мине бөйөк иттең, рәхмәт, тип ҡулын ҡыҫҡайны, тине.

Бөйөк яҡташыбыҙға хөрмәт күрһәтеү маҡсатында уҙған йөкмәткеле сараны Сәйетбаба һәм Имәндәш ауылдары мәҙәниәт йорттары һәүәҫкәрҙәре концерт номерҙары менән биҙәне. Үҙен ошолай иҫкә алып, ҙурлауҙарынан Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың рухы шат булғандыр...
Читайте нас: