-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 14:42

Киңәйтелгән ҡабул итеү: Беҙҙе нимәләр борсой?

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 18 октябрҙә район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса күсмә ведомство-ара (киңәйтелгән) ҡабул итеү ойошторҙо. БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Д.Ә.Әхмәтйәнов етәкселегендә БР Прокуратураһы, “Рәсәй юристар ассоциацияһы”ның Башҡортостан бүлексәһе, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса “Баш медик-социаль экспертиза бюроһы” ФҠУ-һы, шулай уҡ БР Министрлыҡтары һәм Дәүләт комитеттары етәкселеге Ғафури районы граждандарын ҡабул итте.

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 18 октябрҙә район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса күсмә ведомство-ара (киңәйтелгән) ҡабул итеү ойошторҙо. БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Д.Ә.Әхмәтйәнов етәкселегендә БР Прокуратураһы, “Рәсәй юристар ассоциацияһы”ның Башҡортостан бүлексәһе, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса “Баш медик-социаль экспертиза бюроһы” ФҠУ-һы, шулай уҡ БР Министрлыҡтары һәм Дәүләт комитеттары етәкселеге Ғафури районы граждандарын ҡабул итте.

Ҡабул итеүгә алдан телефон аша ете тиҫтәгә яҡын граждан, артабан ҡабул итеү көнөндә өс тиҫтәләп кеше өҫтәп яҙылды. Һорауҙарҙың күпселеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы булды. БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенә 10 кеше мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы бәйән итте. БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына – 8, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына – 6, БР Мәғариф министрлығына – 6, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән БР буйынса “Баш медик-социаль экспертиза бюроһы” ФҠУ-һына – 5-әр, БР Ауыл хужалығы министрлығына – 4, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына - 3, БР Мәҙәниәт министрлығы менән РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенә 2 кеше һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Ҡабул итеүҙе алып барған БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минис-тры урынбаҫары Юрий Палтусовҡа Красноусолдағы Көнсығыш (Восточная) урамының 7 генә йорт урынлашҡан, тик пенсионерҙар ғына йәшәгән бер өлөшөндә йәшәүсе 3 граждан үҙҙәрен борсоған һорауҙы был урам юлдарының үткеһеҙ булыуын, урамдағы бағаналарҙың серек, лампочкалары булмауын бәйән итте. Үҙҙәрен бер утрауҙағы кеүек хис итә улар, “Ашығыс ярҙам” да, такси ҙа килеп етмәүгә лә аһ-зарҙарын белдерҙеләр. Район хакимиәте вәкиле уларҙың был мәсьәләләре ыңғай хәл ителеренә өмөтләндерҙе.

Красноусолда йәшәүсе ирле-ҡатынлы икәү үҙҙәре йәшәгән авария хәлендәге дөйөм торлаҡтан яңыға күсереүҙә килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Баҡтиһәң, ир кешегә (икенсе ҡатынға өйләнгән) элекке ҡатыны менән икеһенә яңы төҙөлгән йорттан ике бүлмәле бер фатир бирәсәктәр икән. “Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл, нисек инде мин айырылышып, икенсе ҡатын менән йәшәй тороп, ике ғаиләгә бер фатир бирәләр, берәр бүлмәле

айырым-айырым торлаҡ биреп булмаймы ни?”- тип үҙ хәлен аңлатырға тырышты ир кеше. Министр урынбаҫары Юрий Александрович уларға яуап итеп: йә ошолай йәшәргә ризалашаһығыҙ, йә суд аша хәл итәһегеҙ, тине.

2 балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән бер ҡатын Әсәлек капиталына йорт һатып алып, ул авария хәлендә булып сыҡҡан. Район хакимиәтендә Торлаҡ комиссияһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт итеүҙәре лә бушҡа булыуына, ниндәй ҙә булһа программала ҡатнашырға теләп тә, кире ҡағыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Район хакимиәте вәкиле уға төрлө республика программалары хаҡында аңлатма бирҙе, унда ҡатнашып, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге булыуын белдерҙе.

Киңәйтелгән ҡабул итеүҙә район халҡы үҙҙәрен борсоған етди мәсьәләләрҙе республика министрлыҡтары вәкилдәренә еткереүҙән ҡәнәғәт ҡалды, тип әйтергә кәрәк. Күтәрелгән проблемаларҙың ҡайһыларына мөрәжәғәт итеүселәр шундуҡ яуап алһа, хәл итеүҙе талап иткәндәренең хәл ителеренә өмөтләнергә генә ҡала.


Читайте нас: