Флүр Сәмиғулла улы ҒАФАРОВ:
- Мин ВЛКСМ-дың ра-йон комитетының 2-се секретары булып 1973 йылда эшләй башланым. 1975 йылдан 1982 йылға тик-лем 1-се секретарь вазифаһын башҡарҙым. 1979 йылда районда 3200 комсомолец бар ине. Райондың партия комитеты, беренсел партия ойошмалары комсомол ойошмаларына ҙур иғтибар бирҙе. Айырыуса кадрҙар мәсьәләһендә ярҙамдары ҙур булды. Ул ваҡытта колхоз, совхоздарҙағы комсомол ойошмаларында юғары йәки урта махсус белемле, йәштәр араһында абруйлы, юғары ойоштороу һәләтле секретарҙар күп эшләне. Үҙҙәре эргәһендә йәштәрҙе туп-лап, ысын етәкселәр булдылар. Һуңынан күптәре партия сафында эштәрен дауам итте, төрлө өлкәләрҙә яҡшы белгестәр булып китте. Улар араһынан Әлтәф Батыршин (М.Ғафури исемендәге колхоз), Йәүҙәт Әбделмәнов (“Ағиҙел”), Әлфиә Сираева (“Йондоҙ”), Әмир Нафиҡов (“Ленинизм”), Рәфис Харисов (Ғафури совхозы), Рим Вахитов, Айрат Хәмзин (“Победа”), Рәшиҙә Исламғолова (Ленин исемендәге), Зоя Охотникова (“Заветы Ильича”), Олег Михайлов (“Россия”), Светлана Раҡаева (“Егән”) һәм башҡалар маҡталып эшләне. Район үҙәгендә лә алдынғылар күп ине: Красноусол быяла заводының комсомол ойошмаһы секретарҙары Валентина Красулина, Рәшит Хәмиҙуллин, Тимур Һөйөндөков, Ғафури леспромхозынан – Гөлшат Виноградова, Нәзирә Батыршина, Тамара Желтова, Миҙхәт Исмәғилев һәм башҡалар.
Республика, зона семинарҙарында колхоз, совхоз, ауыл хужалығы предприятиеларының комсомол секретарҙары өсөн спорт ярыштары, ижади оҫталыҡ конкурстары, “Комсомол прожекторы” гәзите сығарыу бәйгеләре үткәрелә ине. Беҙҙең район делегацияһы берҙәмлеге, дисциплиналы булыуы менән айырылып торҙо. Һәм, ҡағиҙә булараҡ, ярыштарҙа беренселекте бирмәнек. 1978 йылда район комсомол ойошмаһы ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнде. Мин эшләгән дәүерҙә 2-се секретарҙар Р.Н.Сухорукова, М.М.Ғүмәров, 3-сө секретарҙар З.М.Уразаева, Э.Ә.Мөлөкова булды, ойоштороу бүлеген Ә.Муллағолов, Х.Зыязетдинов, Н.Әбделмәнова етәкләне, В.Мөхәмәтшина, Р.Ғилфанова – иҫәп һәм финанс секторы етәкселәре, М.Муллагилдина, Р.Ғәлиев, А.Калачигин инструкторҙар булды. Райкомдың “Мос-квич-412” машинаһы бар ине, 1970-се йылдар аҙағында ВЛКСМ Өлкә Комитетынан “УАЗ-469” машинаһы ҡайтарылды. Водителдәр Вениамин Куклев, Фаил Маннанов, Фәнис Зәйнуллин тырышып эшләне. Йыйышты-рыусы Ғәлиә Зәйнуллина оҙаҡ йылдар бинаны таҙалыҡта һәм тәртиптә тотто.
Ҡыҙыҡ хәлдәрҙең дә шаһиты булырға тура килде. Шулай комсомол билеттарын алыштырырға Толпар ауылына киттек. Унда яҡтылыҡ булмау сәбәпле, иртәле-кисле 2-шәр сәғәт “ЗИД” моторлы генератор биргән яҡтылыҡ менән көн итәләр. Беҙ шунда уҡ фотоға төшөрөп, эшләп, билеттарҙы тапшырып ҡайтырға уйлағайныҡ. Ләкин фото эшләргә моторҙың көсө етмәй булып сыҡты. Район үҙәгенә кире ҡайтып фотоларҙы эшләп, комсомол билеттарын алып барып бирергә тура килде. Март айы ине был. Инде ҡайтырға торһаҡ, тау араһынан ҡар туҙҙырып 12 һыбайлы килеп сыҡты. Баҡтиһәң, Ерекле ауылының егет-ҡыҙҙары комсомол билеттарын алыштырырға килә икән... Билет алыштырыу ҡәтғи график буйынса башҡарылды, уны бер нисек тә боҙорға ярамай ине. Комсомолецтар араһында йәш әсәләр ҙә бар. Билдәләнгән көнгә уларҙы ауылдарҙан автобустар менән килтерәләр. Бына бер ваҡыт райком эсе илаған сабый тауышына күмелмәһенме!..
Ваҡыт аяуһыҙ алға йүгерә, быуындар алмашына. Илебеҙ ҙә, уның менән бергә дәүләт ҡоролошо ла үҙгәрҙе. Тик һәр ваҡыт кешеләрҙең маҡсаты бер – лайыҡлы йәшәү. Әммә кеше матди байлыҡ менән генә йәшәй алмай, уның өсөн тормоштоң рухи яғы ла бик мөһим. Шуға күрә хәҙерге йәштәр туҡтауһыҙ уҡырға, ижад итергә һәм фекерләргә, Тыуған илебеҙ алдында яуаплылыҡ тойорға тейештер тип уйлайым.
Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы ӘБДЕЛМӘНОВА:
- Комсомолға мин 1972 йылда 14 йәшемдә индем. Үҙем уҡыған Стәрлетамаҡ ҡа-
лаһының 15-се һанлы мәктә-бендә 3 йыл һуҙымында комсомол ойошмаһы секретары булдым. 1979 йылда йүнәлтмә менән Ташлы ауылы мәктәбенә килдем. 1980 йылдан алып 6 йыл һуҙымында ВЛКСМ райкомының иҫәп һәм финанс бүлегенә етәкселек иттем. Тәғәйен эшебеҙ колхоз, совхоздар, мәктәптәр, ғөмүмән, беренсел комсомол ойошмалары булған бар предприятиеларҙан иғәнәләр йыйыу, комсомол ойошмалары секретарҙарына эш хаҡы түләү һәм башҡаларҙан тыш, бөтә сараларҙы ойоштороуҙа берҙәм ҡатнашып, дөйөм эш өсөн янып эшләнек. Комсомол хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү курстарында Куйбышев зона комсомол мәктәбен тамамлау яҡшы тәжрибә булды. Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалманы, әлбиттә – ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем. Комсомол мәктәбен үткәндән һуң, КПСС-тың район комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы, район Советы рәйесе урынбаҫары, Совет секретары булып эшләнем.
Район йәштәрен ойоштороп, төрлө сараларға йәлеп итеп, дәртләнеп эшләгән комсомол ойошмалары ветерандарын ҙур юбилей айҡанлы ҡотлайым, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Әнүәр Әбүзәр улы МУЛЛАҒОЛОВ:
- Район комсомол комитетында 1974 – 1979 йылдарҙа эшләргә тура килде. Ойоштороу бүлегенең етәксеһе булдым. Комсомол ойошмаларында
йыйылыштар
үткәреү, беренсел ойошмалар секретарҙары менән эшләү, комсомолға алыу кеүек бурыстарҙы үтәнек. Ул йылдарҙа иң ҙур эштәребеҙҙең береһе - комсомол билеттарын алыштырыу булғандыр. Йәш быуынға коммунистик тәрбиә биреүҙә әүҙем эшмәкәрлегем өсөн 2 тапҡыр ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитетының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдым. Артабан партия, профсоюз, етәкселек эштәрен башҡарҙым.
Бик күп мөһим мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итергә тура килде. Практика бик яҡшы ине, шуға күрә бихисап комсомол лидерҙары етәкселәр, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып китте. Уларҙың береһе лә тормошта юғалып ҡалманы. Комсомол бит ул иғәнә йыйыу ғына түгел. Ул беҙгә, шул осор йәштәренә, күпте бирҙе. Художес-
тво күргәҙмәләре, концерттар ойоштороу, уңыш йыйыуҙа, төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу... Бик күптәр комсомол юлламалары менән ил буйлап йөрөп, донъя күрҙе. Ул йылдарҙы һағынып һәм тулҡынланып иҫкә алам. Беҙҙә берҙәмлек, көс бар ине.
Хәҙерге быуын йәштәренә коммунис-тар, комсомол, пионер, октябрят ойошмалары тураһында һөйләһәң, ғәжәп итәләр. Ә бит СССР тигән бөйөк дәүләттең тотҡаһы ине ана шул баҫҡыстарҙы бар иткән халыҡ. Шуның өсөн дә бик күптәр ҡыҙыл галс-тук, комсомол, октябрят значогы таҡҡан дәүерҙәрен ғүмеренең иң йәмле сағы тип хәтерләй.