Оло йөрәкле ҡатын булып сыҡты ул. Балаларҙы үҙ итте, әтей-әнейҙе лә һәйбәт итеп ҡарап, баҡыйлыҡҡа оҙатты. Ҡыҙҙарҙы үҫтереп, оло тормош юлына оҙаттылар. Уларҙың өлкәне Зәлиә Хафизова ашнаҡсы һөнәре алып, Стәрлетамаҡта “БСК” заводында Маҡтау грамоталары алып, алдынғы булып эшләп йөрөй. Икенсеһе Ғәлиә Әмирханова – уҡытыусы, Үтәк ауылында эшләй, донъя көтә. Был ике ҡыҙ хәҙер үҙҙәре әсәй.
Фюзә килен үҙе тағы дүрт балаға ғүмер бирҙе. Һәр береһен тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, туйҙар яһап, ғаиләле иттеләр. Бөгөнгө көндә ул 6 балаға әсәй, 11-гә өләсәй булып йәшәй.
Фюзә Зәкәриә ҡыҙы төп йортта барса туғандарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп оҙата. Хәҙер бындай килендәр һирәгәйҙе. Фюзә кеүек килендәр, әсәйҙәр күберәк булһын ине, әлбиттә.
Фюзә үҙ донъяһын ғына ҡарап ҡалмай, мине – оло килендәшен дә ярҙамынан ташламай: һыу килтерһенме, кибеттән кәрәк-яраҡ алып ҡайтып бирһенме. Һәр көн таң атыу менән телефондан шылтыратып хәлемде белешә, көндөҙ килеп ярҙам итеп китә, кисен тәмле йоҡо теләп тағы шылтырата. Уға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Киленебеҙгә иң изге теләктәремде еткергем килә. Ҡәйнешем Ғәлим менән бергә тигеҙ ғүмер итегеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, бөтмәҫ бәхеттәр, балалар шатлығы, муллыҡ һәм донъя именлеге теләйем.
Изге теләктәр менән, оло килендәше