Форумда “Өлкәндәрҙе һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү һәм реабилитациялау, әүҙем оҙон ғүмерлелек өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү”, “Дәүләт ҡарамағында булмаған балалар баҡсалары, өҫтәлмә белем биреүҙә социаль эшҡыуарлыҡтың үҫеше, 3 йәшкә тиклем балаларҙы ҡарау хеҙмәттәре” тигән майҙансыҡтар эшләне, төрлө темаларға семинарҙар үтте. Уларҙа ҡатнашыусылар эксперт һәм бизнес-тренерҙарҙан мөһим мәғлүмәттәр алды.
“Туризм, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм экология” номинацияһында “Шишмә” (“Родник”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (етәксеһе – Розалия Рахманғолова) “Хәрәкәт – ул йәшәү!” проекты еңеү яуланы. Ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!