-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2018, 14:38

Электән оло кешеләр биҙәгән башҡорт ерен

Имәндәш ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы районда тәүгеләрҙән булып эшләй башлай. Күптәре хаҡлы ялда булған апайҙар ауыл биләмәһендә генә түгел, район күләмендә үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Быға тиклем Гөлшат Мәһәҙиева, хәҙер Рәмилә Мәхмүтова етәкләгән ойошма күп яҡлы эшмәкәрлек алып бара. Мәҫәлән, бынан 5 йыл элек үткәрелә башлаған оло кешеләрҙең “Яратам һине, тормош!” республика фестиваленең район этабында һәр йыл һайын призлы урындар алалар. Ағинәйҙәр төҙөгән “Әхирәттәр” ансамбленең репертуары бик бай. “Шәл бәйләнем”, “Батмустар менән бейеү”, “Балаҫ”, “Яулыҡ” һәм башҡа бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы сәхнә күренештәре-скетчтар, йыр-шиғырҙар биҙәй уларҙың концерттарын. “Ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, ауылыбыҙға килеп бейеүҙәр өйрәтеүсе Айгөл Бурановаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, - тиҙәр улар. Моңло тауышлы йырсылар – Резеда Ишемйәрова, Мафруза Йәғәфәрова, Альмира Түзбәкова, концерт программаһын шиғырҙар менән йәнләндереп алып барыусылар Рәзилә Зөбәйҙуллина менән Рәмилә Мәхмүтова, күмәк бейеү-йырҙарҙа, скетчтарҙа ҡатнашыусылар Гөлшат Мәһәҙиева, Гөлира Мәхмүтова, Әҡлимә Бикташева, Фәниә Усманова, Гөлсирә Ибәтуллина, Лиза Собханғолованың һәләттәренә һоҡланырлыҡ. Ағинәйҙәр райондың 7 ауылында концерттар ҡуйырға ла өлгөргән.

Һуңғы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулай барған скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә башлауҙарына ла 2 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. “Йәйге мәшәҡәттәр бөтөп, бер аҙ эштән бушағас, көҙ, ҡыш, яҙ айҙарында йөрөйбөҙ. Саф һауала көн һайын йәйәү йөрөү, төрлө күнегеүҙәр эшләү һаулыҡты нығытып ҡына ҡалмай, үҙ-ара аралашырға ла мөмкинлек бирә. Йәйен туҡтап торғандан һуң, тағы ла скандинав таяҡтары менән йөрөргә сыҡтыҡ,” – тине был эште башлап йөрөүсе Әҡлимә Бикташева.

Тынғыһыҙ ағинәйҙәрҙең тағы ла бер шөғөлө – Имәндәш китапханаһы эргәһендә ойошторолған “Илһам” ҡул эштәре түңәрәге. Унда Рәмилә Мәхмүтова ағинәйҙәрҙе таҫмаларҙан эшләнгән сәскәләрҙән картиналар төҙөргә өйрәтә. Милли биҙәүестәр – һаҡал, түшелдерек эшләү, сигеү, кейеҙ баҫыу менән дә ҡыҙыҡһына улар. Барыһы ла күлдәк-камзулдар тектереп алғандар, алҡа-беләҙектәргә лә аҡса йәлләп тормағандар.

3 йыл һуҙымында Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзының Ғафури районы буйынса етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова алып барған дин дәрестәренә лә йөрөгән ағинәйҙәр.

Имәндәш ауылында Сәскәләр байрамы, йәрминкәләр, яҡташ ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙарҙың ижад һәм хәтер кисәләрен, осрашыуҙар үткәреү, күрше ауылдарға төрлө сараларға йөрөү – барыһына ла ваҡыт таба имәндәштәр. Киләсәккә яңы пландар ҡороп, яҡшы уй-ниәттәр менән барған эштәрен артабан да ошо юҫыҡта дауам итергә булһын тип теләргә генә ҡала.


Читайте нас: