Тәүге шиғырҙарым баҫылғандан һуң, гәзит редакцияһы мине лә шундай шәхестәр менән бер ҡатарҙан хәбәрселәр ҡорона саҡыра башланы. Шулай итеп исемдәрен гәзиттән генә уҡып белгәндәрҙе күреп таный башланым. Юнир ағай улар араһында ла айырым урын алып торҙо. Ни тиһәң дә, ул заманында “Ленинсы” рес-публика гәзитендә (1958 йыл) журналист булып эшләгән кеше. Нияз ағай ҙа уны юғары баһалай ине, ултырыштарҙың береһендә китап сығарырға тәҡдим итеп һүҙ башлауы ла шуға дәлил. “Беҙ бит әле башҡорттар” китабы ауыл хәбәрсеһе яҙған бәлки, тәүге йыйынтыҡ булғандыр үҙ заманында. “Табын” гәзитенең Н.Фархшатов премияһының ике тапҡыр лауреаты, “Башҡортостан” республика гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе, “Йыл кешеһе” булып танылыуы ла кимәл хаҡында һөйләй. Шуныһы ҡыҙғаныс, Юнир Үтәгәновтың публицистикаһы китап булараҡ донъя күрмәне. Һутлы, халыҡсан тел менән
ауылдаштары, яҡындары, заманы һәм үткәндәр тураһында яҙылған мәҡәләләре әле лә йотлоғоп уҡырлыҡ. Әл дә баҫылған берен ҡырҡып алып ҡәҙерләп һаҡлап ҡалғандар. Бер папкаға тупланған был ҡомартҡылар хәҙер ағайҙың хәбәрсе танытмалары менән бергә Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәгендә һаҡлана.
Ни бары 66 йәштә генә вафат булған Юнир ағайҙың яҡты иҫтәлегенә Люция апа (уҡытыусыларыбыҙҙы шулай атай инек) һуңғы көндәренә тик-лем тоғро ҡалды. Юнир Исмәғил улының тыуыуына 70 йыллығын Хәтер кисәһе итеп ойоштороуға көс һалһа, 80 йыллығын уҙғарыуҙы васыят итеп ҡалдырған.
Көҙҙөң илаҡ бер көнөндә аҡҡош мөхәббәтле был икәүҙең Хәтер кисәһе Сәйетбаба моделле китапханаһының уҡыу залында билдәләнде. Кисәгә авторҙың туғандары, дуҫтары, класташтары, уҡыусылары, коллегалары килгәйне. Сараны асып, китапханасы Илһөйәр Мортазина Юнир Үтәгәновтың ҡыҫҡаса биографияһы менән таныштырҙы. Зифа Үтәгәнова шаян, йор һүҙле, ярҙамсыл ҡәйнешен, 59 йыл бер-береһенә апалы-һеңлеле кеүек мөнәсәбәттә йәшәгән килендәшен юҡһынды. Ауырғазынан килгән Миңнира Үтәгәнова-Бикәнәсова ағаһын уҡытыусыһы ла, ижадташы ла тип атап, үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Рәсәй мәғарифы отличнигы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Заһиҙуллина өлкән коллегаларын оло хөрмәт менән иҫкә алды, дәрестәренә кереп ултырыуҙарын, кәңәштәрен биреп, тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙарын, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашҡанда Юнир ағайҙың ижады ярҙам итеүен билдәләне.
Сәйетбаба мәктәбендә лә яҡташтар ижады үҙәктә - яңы ғына Юнир Үтәгәнов шиғырҙарын ятҡа һөйләү конкурсын үткәргәндәр (шулай уҡ Люция Мөхәмәтғәли ҡыҙының васыятына ярашлы), унда төрлө йәш категорияһында еңеүселәр Хәтер кисәһендә тетрәндерерлек итеп сығыш яһанылар. Башланғыс кластарҙан Илһам Хәсәнов, бишенсенән Сөмбөл Юлбарисова һәм Яҙгөл Мурзина, 9-10-сы кластарҙан Наҙгөл Рахманғолова, Алһыу Садиҡова шағирҙың “Беҙ бит әле башҡорттар”, “Барыһы ла ошо ерҙә”, “Ерем менән һөйләшәм”, “Ерем - Урал, телем - башҡорт” шиғырҙарын йөрәктән үткәреп һөйләнеләр. Ижад ителеүҙәренә нисә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, тыуған ергә, телгә, тәбиғәтенә берсә һоҡланып, берсә әрнеү булып, әле генә яҙылған кеүек актуаль яңғыраны был әҫәрҙәр.
Үтәгәновтарҙың ғаилә дуҫтары Миңзәлә һәм Рәфҡәт Ниғмәтуллиндар Красно-усол ауылынан килеп еткән. Рәфҡәт ағай башҡарыуында Юнир ағайҙың яратҡан йыры “Тәфтиләү” күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына ҡағылды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Байбулдиндар: Хәннән Зәкир улы Юнир Исмәғил улының класташы һәм коллегаһы булһа, Илһам Хәннән улын Үтәгәновтар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡандар, улар рухына ҡурай моңдары бағышланды.
- Юнир бәләкәй сағында уҡ билдәле шәхес ине, - тип һүҙ башланы Сәлих Рахманғолов. – Уның “ҡалған өйрәмде эсеп киләм” тип дәрестән ҡайтып китеүе уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да телендә лаҡап булып ҡалды.
Уның етди төҫ менән илатҡансы көлдөрә алыуы, шуҡлығы, уйын һүҙлелеге Сәлих ағай сығышында тулыһынса күҙ алдына баҫҡандай булды. Рәүилә Лоҡманова хеҙмәт юлының башында Үтәгәновтарҙың йылы мөнәсәбәте, иғтибары, ярҙамсыллыҡтары өсөн ихтирам белдерҙе. Кисә һуңында мәрхүмдәр рухына аят бағышланды, Люция апаның аманаты булдыра алған тиклем үтәлде, инде рухы шат булһын.
Юнир Үтәгәнов кеүек үҙ фекере, стиле, һуҡмағы булған ижадсылар күп тыумай. “Тере саҡта тәхет эҙләмәнем” тип башлана уның “Васыят” шиғыры, вафатына 15 йыллап үтһә лә халҡы хәтерендә йәшәй, әҫәрҙәре һаман да актуаль яңғырай икән, эҙләмәһә лә үҙ тәхетенә ирешкәндер шәхес...