+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2018, 14:43

Ватанды һаҡлау һөнәре2

Күп йылдар үтһә лә, илебеҙ азатлығын батырҙарса яҡлаған яугирҙарҙың иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңгелеккә һаҡлана. Вазифаларына, дәрәжәләренә ҡарамаҫтан, улар менән ғорурланабыҙ, эштәрен һәм ҡаһарманлыҡтарын хәтерләйбеҙ. Күптән түгел Красноусолдағы 2-се мәктәптең тамаша залында “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау” тип исемләнгән сара үтте.

Күптән түгел Красноусолдағы 2-се мәктәптең тамаша залында “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау” тип исемләнгән сара үтте. Балалар ижады үҙәге ойошторған был байрамда 8-11-се класс уҡыусылары һәм “Йәш армия” хәрби-патриотик балалар-үҫмерҙәр ижад берекмәһе (етәксеһе – А.Р.Миңлебаев) ағзалары ҡатнашты. Шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы II ранг капитаны В.И.Герасимов, хәрби комиссариат вәкиле III ранг капитаны М.К.Йәнбәков, Йәштәр, социаль сәйәсәт һәм спорт секторы етәксеһе Г.Ғ.Мирхәйҙәрова саҡырылғайны.

Тантаналы сараны Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары полковник Ф.А.Ғимаҙиев асып, буласаҡ Ватан һаҡсыларын спорт менән шөғөлләнергә, батыр, ныҡ булырға, һәм, әлбиттә, яҡшы уҡырға, ата-бабаларҙың данлы үткәненә тап төшөрмәҫкә өндәне.

Саҡырылған ҡунаҡтар уҡыусыларға илебеҙ тарихындағы ауыр һәм шанлы йылдар, әлеге быуындар тыныс йәшәһен өсөн халыҡтың батырлығы тураһында ла хәтерләне. Иҫтәлектәрендә ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында ла һөйләнеләр.

“Йәш армия” берекмәһе уҡыусылары автомат һүтеп-йыйыу ярышында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Артем Корнев – 1-се, Никита Кудряшов – 2-се, Фазлы Эртекин 3-сө урындарҙы алды һәм Балалар ижады үҙәгенең Маҡтау грамоталарына, йәштәр секторының иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды.

Тамашасылар алдында “Esperanto” (А.Әбделмәнова), “Альянс” (С.В.Бакаева) бейеү, “Ветер перемен” вокаль ансамблдәре, Балалар ижады үҙәге һәм 2-се мәктәптең йыйылма хоры (Ә.Р.Насирова), “Театр донъяһы” (Г.В.Арыҫланова) ижади берекмәһе сығыш яһаны. Рәсәйҙә элек-электән хәрби хеҙмәт намыҫ һәм выждан эше, батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек мәктәбе булған. Ватан һаҡсыһы үҙ алдына ҡуйған бурыс-маҡсаттарға ирешеүсән, ныҡлы рухлы, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған шәхес булырға тейеш. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаусыларға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Илебеҙҙең көсө халыҡтың илһөйәрлегендә сағыла. Уны тәрбиәләүгә тирә-яҡ мөхит, ғаиләнең йәшәү рәүеше, балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙәге мөнәсәбәттәр – барыһы ла булышлыҡ итә. Һәр йәмғиәттә ҡыйыу, инициативалы, әүҙем, белемле, Тыуған ил һағына баҫырға әҙер кешеләр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Балалар ижады үҙәге сараны үткәреүҙә ярҙамдары өсөн район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлегенә, 2-се мәктәп директоры В.Ғ.Ғәббәсовҡа рәхмәт еткерә.


Читайте нас: