Кисәнең тантаналы өлөшө район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Фойела комсомолдың 100 йыллығына арнап ветерандар советы, район хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәт советы, төрлө йәштәге әүҙем комсомолдар күргәҙмә ойошторған. Унда теләүселәр комсомол хәрәкәтенең бай тарихы менән танышып, фотолар, гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙе, бер аҙ һарғайған Маҡтау грамоталарын, комсомол значогы, билеттарын тотоп ҡаранылар. “Йәш гвардия” ойошмаһы комсомолдың 100 йыллығына арнап эшләгән эмблемалар таратты.
Район комсомолында 1974-1979 йылдарҙа эшләгән Әнүәр Әбүзәр улы Муллағолов йыйылышты асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын барыһы ла аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.
Тәүге һүҙ ВЛКСМ район комитетының элекке 2-се секретары Руфина Николаевна Сухоруковаға бирелде:
- Комсомол һәр ваҡыт төп ойоштороусы булып торҙо. Ул йылдарҙағы быяла заводының комсомолдары ойошторған тәүге шәмбе өмәләрен, күсмә вымпелдар алыуға өлгәшеүҙәрҙе оноторлоҡ түгел. Беҙ һәр ваҡыт, һәр ерҙә алда булдыҡ. Заман үҙгәрһә лә, ошо йылдарҙы балаларға өлгө итеп ҡуйырға тейешбеҙ, - тип һүҙен тамамланы ул.
1965-1968 йылдарҙа район комсомолына етәкселек иткән Валентин Александрович Суслов үҙ сығышында һуғыштан һуңғы йылдарҙағы төҙөкләндереү эштәренә, комсомол тормошоноң әүҙемлегенә баҫым яһаны.
- Минең 50-60-70-се йылдарҙағы комсомолдарым, - тип һүҙ башланы беренсе секретарь булып эшләгән Рәфҡәт Әхмәҙулла улы Ниғмәтуллин. – Беҙҙең йәшәү мәғәнәһе бер булды. Шуғалыр ҙа йәнебеҙ һәм күңелебеҙ менән беҙ йәш әле. Күптәребеҙ иҫән булмаһаҡ та, ҡалғандарыбыҙ ауырымайыҡ, йәшәйек әле, - тигән рух күтәренкелеге менән тамамланы ул һүҙен.
- Партияның ролен дә әйтеп китергә кәрәк, беҙҙе төҙәтә, йүнәлеш бирә торғайнылар. Беҙ ҙур бер ғаилә булып эшләнек, - тине үҙ сығышында комсомол райкомының 1-се, 2-се секретары булып эшләгән Флүр Сәмиғулла улы Ғафаров.
Элекке хәтирәләр менән уртаҡлашып заводтың комсомол секретары Роза Вәли ҡыҙы Чушкина, леспромхоздың комсомол секретары Гөлшат Сәрүәр ҡыҙы Виноградова, “Ленинизм” колхозынан Ғабдулла Шафиҡ улы Абдрахманов, Красноусолдағы 1-се мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова сығыш яһаны һәм бөтә комсомолдарҙы ла байрам менән ҡотлап, һаулыҡ, именлек теләнеләр.
Әнүәр Әбүзәр улы Муллағолов элекке әүҙем йәштәрҙе комсомол тормошонда янып эшләгәндәре өсөн 100 йыллыҡ уңайынан миҙалдар менән бүләкләне. Был кисәгә ауыл биләмәләре хакимиәттәренән вәкилдәр, уҡытыусылар, ауылдарҙың әүҙем йәмәғәтселәре лә килгәйне. Һәр бер ауыл хакимиәте биләмәһенә юбилей уңайынан сығарылған вымпел, значоктар тапшырылды.
Был етди сараны матур итеп алып барған Рәзилә Хәбибуллинаға, “Эксклюзив” бейеү коллективына, “Землячки” район ветерандар хорына, тынлы оркестр төркөмөнә, патриотик рухтағы йырҙары менән күңелде арбаған Эльвира Насироваға, Ғәзиз Ҡунаҡбаевҡа, “Ҡорос нисек сыныҡты?” шиғырын матур итеп һөйләгән Гөлназ Мирхәйҙәроваға, шулай уҡ “Комсомолға башҡа алмайҙар” шиғырын үҙенсәлекле башҡарған Елена Сәмиғуллинаға, пионер ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Комсомол сафына баҫҡан һәр кем өсөн тарихты, тарихи йылдарҙы ятҡа белеү һәм ант биреп кереү шарт була торғайны. Күптәр комсомол саҡтарын йәшлектең иң йәмле осоро тип тә хәтерләй. Шуғалыр ҙа уларҙа мәктәп йылдарынан уҡ етәкселек итергә өйрәнеү, яҡшыға ынтылыш, тоғролоҡ, эште еренә еткереп үтәү төп һыҙат булып торҙо. Быны бөгөн ошонда йыйылған элекке комсомолдарға ҡарап та әйтергә була ине.
Комсомолдарҙың һөйләр, әйтер һүҙҙәре күп ине. Улар бер маҡсат менән алға ынтылып, илгә тоғро хеҙмәт итеп, киләсәккә яҡты уй-ниәттәр менән йәшәгән. Кисәге комсомолдар һаман да патриотик рухта, дәрт менән янып йәшәй, йөрәктәре ғәмле тибә.