-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2018, 17:22

Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырырға ҡушты. Был хаҡтағы Указға 26 октябрҙә ҡул ҡуйылды һәм ул шул көндә үк үҙ көсөнә инде.

-Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре Рәсәй дәүләтенең милли ҡаҙанышы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тиелә Указ тексында, - тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Президенттың был ҡарары – Рәсәйҙең этник һәм мәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлау эшенә ҙур өлөш индереүе ул. Һуңғы осорҙа был йүнәлештә федераль кимәлдә байтаҡ аҙым яһалды. Мәҫәлән, августа Владимир Путин тарафынан мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың үҙ туған телен өйрәнеү хоҡуғын гарантиялаусы законға ҡул ҡуйылды һәм ул төбәктәрҙә киң яҡлау тапты. Фонд иһә киләһе йыл башынан уҡ эшләй башлар тип күҙаллана. Шулай уҡ уның попечителдәр советына һәм идараһына төрлө этностарҙың тел мәнфәғәттәрен яҡлай алырҙай абруйлы кешеләр кереүе лә кәрәк.

- Фонд федераль бюджет ассигнованиелары, ирекле иғәнәләр һәм хәйриә ярҙамы, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан тупланасаҡ. Президент Указына ярашлы, өс ай эсендә Фондтың Уставын, ә Рәсәй Хөкүмәтенә Фондтың идара һәм попечителлек советы составын раҫларға кәрәк. Фонд Мәскәүҙә урынлашасаҡ. Уны бюджеттан финанслау 2019 йылдан башланасаҡ.
Читайте нас: