Зарарлы һәм ауыр эш шарттарында эшләүселәр өсөн пенсия йәше артмай. Улар файҙаһына эш биреүсе, эш шарттарын махсус баһалау һөҙөмтәһе буйынса, тарифҡа ярашлы страховка иғәнәләре түләй. Был ер аҫты эштәрендә, зарарлы һәм эҫе цехтарҙа, ауыр тимер юл хеҙмәтендә һәм метрополитенда, тауҙарҙа эшләгән, геологик экспедицияларҙа, граждандар авиацияһының осоу һәм осоу-һынау составындағыларға һәм башҡа эшселәргә ҡағыла.
Яңы закон әле пенсия алған пенсионерҙарға ҡағылмай. Быға тиклем түләнгән пенсия льготалары ла һаҡлана. Бынан тыш, эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн закон буйынса оҙайлы пенсия артыуы, шул иҫәптән пенсия күләмен инфляция кимәленән юғарыраҡ итеп индексациялау ҡарала.
Шулай уҡ пенсия йәше радиа-ция һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргәндәр өсөн дә үҙгәрмәй. Социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тейешле кешеләргә:
- 5 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм уларҙы 6 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға;
- 8 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең береһенә йәки опекунға;
- Себерҙә йәки уға тиңләнгән ерҙә тейешле эш стажы булған 2 йәки унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға;
- Себерҙә йәки уға тиңләнгән ерҙәрҙә даими йәшәгән һәм болан ҡараусы, балыҡсы, һунарсы-промысловик булып эшләүселәргә;
- хәрби йәрәхәт һөҙөмтәһендә һәм күҙ буйынса 1-се төркөм инвалидтарына пенсия йәше арттырылмай.
Ташламалы категориялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Пенсия фондының pfrf.ru рәсми сайтында табырға мөмкин.