+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 17:38
Ғаилә ҡото – ҡатын-әсәйҙә
Гүзәл затҡа ер йөҙөндә йәшәүҙе дауам итеү бурысы һалынған. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – әсә булыуҙа, тип бик тә дөрөҫ әйтелгән. Красноусолда йәшәүсе Светлана Валерий ҡыҙы Шәрипова ла ошондай бәхетле, күп балалы әсәйҙәрҙең береһе. Динар Дауыт улы менән өйләнешеп, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүҙәренә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Һәр кемгә өлгө булып йәшәгән ғаиләлә 3 бала буй еткерә. Улдары Эдуард менән ҡыҙҙары Эльнара Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5-се, 2-се класында белем алһалар, кескәй Әҙиләгә оҙаҡламай 2 йәш тула. Йәш ғаилә башта атай-әсәй фатирында йәшәһә, артабан үҙ нигеҙҙәрен булдырырға ҡарар итә. Йәш ғаиләләр өсөн булдырылған “Ауылды социаль үҫтереү” Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә субсидия юллап алып, ҡарағайҙан өр-яңы ҙур, иркен йорт һалып бөтөп, бер нисә йыл инде татыулыҡта ғүмер итә Шәриповтар. Чесноковка биҫтәһенең Төньяҡ урамындағы иң күркәм йорттарҙың береһе – тап уларҙыҡы. Ғаилә башлығы хәстәрлекле хужа булараҡ, ир-егеттәр эшен урын-еренә еткереп башҡарһа, хужабикә оҫта ҡулдары менән йортта күркәмлек, бөхтәлек, нур, ҡот булдырған. “Красноусол” шифаханаһында ләм менән дауалау корпусының дауалау буйынса администраторы булып эшләгән Светлана әле кескәй Әҙилә менән декрет ялында. Динар иһә Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөрөп, “Сода” ойошмаһында һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Спорт менән дә шөғөлләнергә өлгөрә, спортзалға волейбол уйнарға улын да үҙе менән алып йөрөй. Атай-әсәй наҙына төрөнөп, ғаиләлә иң өлкәне булып үҫкән ҡыҙ әсәһе Фәрисә Мәғәфүр ҡыҙынан (мәрхүмә инде) ысын мәғәнәһендә тормош өлгөләре алып үҫкән, йыр-моңға һәләт тә унан бирелгән. Света бик матур йырлай. Әлбиттә, Динар ҙа унан ҡалышмай. Балаларының сәнғәткә булған оҫталығы ла быуындан-быуынға күсә киләлер, Эльнара бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡойоп ҡуйған бейеүсе, шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбендә пианинола уйнарға ла өйрәнә, ә Эдуард ҡурай түңәрәгенә йөрөй. - Ишле ғаиләлә үҫмәһәм дә, балаларымдың күп булыуын теләй инем. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты, янымда минең өсөн өҙөлөп торған сәскәләй ҡыҙҙарым, улым бар. Өлкәндәре ҡул араһына инеп бара, туғандарын ҡарашалар, бер-береһенә иптәш булып шау-гөр киләләр, - ти шатлығы менән уртаҡлашып, йөҙө-нән йылмайыу, нур китмәгән Света йомшаҡ тауышы, ҡатын-ҡыҙға - әсәгә генә хас һөйкөмлөлөк, мөләйемлек менән балаларына бағып.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы