-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 17:25

Иң яғымлы һөйөү һүҙҙәре һеҙгә бағышлана, әсәйҙәр!

Бар байрамдар араһында иң изге, иң матур байрамдарҙың береһе – Әсә көнө уңайынан 16 ноябрҙә Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында күркәм сара булды. Унда беҙҙең райондан да делегация барҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был байрамда үҙе лә ҡатнашты.- Тик һәйбәт, бар яҡтан да килгән әсә генә буласаҡ атайҙар, ил һаҡсыларын, ысын ир-егетте һәм ғаилә усағын һаҡлаусы буласаҡ әсәйҙәрҙе тәрбиәләй ала, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул үҙенең сығышында. Ғаиләһендә күп бала тәрбиәләгән, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған Красноусолдан Ләйсән Табулдина менән Йәмилә Әбделмәнова һәм Яңғыҙҡайын ауылынан Лилиә Сөләймәнова үҙҙәренең ғаиләләре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, байрам сараһынан тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Красноусолда йәшәүсе һоҡланғыс ғаилә - Ләйсән менән Ринат Табулдиндар 9 бала – 2 ҡыҙ һәм 7 ул үҫтерә. Иң бәләкәсенә 5 йәш булһа, олоһона 29 йәш. Өс ейәнгә әсәй-олатай ҙа улар. Ҡайҙандыр әҙерҙе көтөп ятмай тырыш ғаилә, күпләп мал аҫрайҙар, йыл һайын 100-200-гә яҡын ҡош-ҡорт та тоталар. Ләйсән Ислам ҡыҙы тәүҙә Санкт-Петербург ҡалаһында медучилищела белем алһа, һуңынан Шолохов исемендәге Мәскәү гуманитар университетын ситтән тороп тамамлай. Әле “Миләшкәй” балалар баҡсаһында логопед-педагог. Ринат Ғиниәт улы Стәрлетамаҡ троллейбус депоһында водитель булып эшләй. - Өс йәшлек кенә сағымда әбейҙәр алдында 5 ҡыҙым, 5 улым була тип бейегәнмен. Бер үҙем генә үҫкәс, һәр саҡ һеңлем, туғаным булыуын теләп йөрөй торғайным. Хоҙай ишеткәндер инде, үҙемә ишле ғаилә бирҙе. Тормош иптәшем һәйбәт кеше. Бала тапҡас кеше итеү, тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Иманлы булһындар тип тырыштыҡ. Доға уҡымайынса йоҡламай торғайныҡ. Балалар ҙа “4” һәм “5”-кә генә уҡынылар. Өлкәндәре һәр береһе юғары белем алды. Әлиә ҡыҙымды бәләкәйҙән бәйләргә, тегергә өйрәттем. Әле “Әйнисә” студияһы бар. Төрлө конкурстарҙа, кисәләрҙә ҡатнашабыҙ. Хөкүмәт ярҙамын да алып торабыҙ. Балалар шатлыҡ ҡына килтерә бит, - тип һөйләп үтте Ләйсән. Был уңған ғаилә инвалид балалар өсөн “Мин бар”, “Мин беләм” тип аталған махсус мәктәп асырға ла уйлап йөрөй. Изге ниәттәре тормошҡа ашһын уларҙың. Ләйсән “Ағинәйҙәр” клубында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Өфө ҡалаһында Әсәләр көнөнә ойошторолған кисәнең бик матур үтеүен, оҫталыҡ дәрестәрендә күп нәмәгә өйрәнеп, белеп ҡалыуҙары тураһында, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, үҙ шатлығы менән уртаҡлашты Ләйсән Табулдина. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Лилиә Сөләймәнова тормош иптәше Ринат менән 3 бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Рафаэль күптән түгел Рәсәй Армияһы сафына баҫып, Дондағы Ростов ҡалаһында Милли гвардияла хеҙмәт итә. Икенсе улдары Рөстәм Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең 11-се, ҡыҙҙары Розалия 6-сы класында белем ала. Өс балаға хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә Лилиә Әмирхан ҡыҙы Ленин исемендәге колхоздың баш бухгалтеры булып эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре, яуаплы эше менән бер рәттән, ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрә ул. Тиҫтә йыллап төрлө кимәлдәге һайлау кампанияларында һайлау комиссияһы ағзаһы эшен башҡара, ата-әсәләр комитетының әүҙем ағзаһы ла ул. Өфөнән матур тәьҫораттар, яңы көс-дәрт, илһам алып ҡайтҡан Лилиә. Красноусолдан Йәмилә Рәжәб ҡыҙы менән Олег Валерьянович Әбделмәновтар 4 бала (берәүһе - ғаиләгә алынған) тәрбиәләп үҫтерә. Йәмилә Рәжәб ҡыҙы Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалында тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Ул ата-әсәләр комитетында, йәмәғәт тормошонда, эштә һәм өйҙә ҡайнап йәшәй. - Байрам бик оҡшаны. Фойела декоратив ҡул эштәренең бай йәрминкәһе ҡуйылғайны, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бында ғаиләләге кеүек йылы, дуҫтарса мөхиттә бер-беребеҙҙе күптән белгән таныштарҙай аралашып, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән әсәйҙәрҙе балаларға булған сикһеҙ һөйөү, әсәлек хисе берләштерҙе, - тип йылы тәьҫораттар менән уртаҡлашты Йәмилә Рәжәб ҡыҙы.Ә.РАМАЗАНОВА.

Читайте нас: