-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 17:33

Өсләтә бәхетлеләр

Бынан биш йыл элек Имәндәш ауылынан Лилиә һәм Рифат Йәғәфәровтар ғаиләһендә өс игеҙәк тыуыуы районды ғына түгел, бөтә Башҡортостанды таң ҡалдырғайны. Гәзитебеҙҙең етеҙ фотохәбәрсеһе Наил Латипов был яңылыҡты үҙ күҙҙәре менән барып күреп, фотоға төшөрөп тә алғайны. Күптән түгел бәләкәс Азалия, Азамат, Азаттың беренсе юбилейҙары – 5 йәштәре тулып үтте. Форсат тейгәндә уларҙың ғаиләһен күреү теләге менән беҙ улар йәшәгән йортҡа юлландыҡ. Йәғәфәровтарҙың өйө тәбиғәттең иң матур, хозур ерендә урынлашҡан. Ҡаршыла Уҡлыҡая күренеп тора, эргәлә генә үтә күренмәле Еҙем йылғаһы ағып ята. Өйҙә ни эшләп тынлыҡ икән, тип, барып кереүгә, хужабикә беҙҙе “улар баҡсала шул”, - тип ҡаршы алды. Бер нисә көн элек кенә 24 ҡаҙ һуйғандар икән. Ғаилә өсөн был да файҙалы эш. Кәрәк-яраҡ эш өсөн үҙҙәренең “Газель” машиналары ла бар. Йорт-тирәләре күркәм, өйҙәренә газ үткән. - Хәҙер балалар бер төрлө үҫтеләр инде. Бөтә нәмәне һорап, тотоп ҡарап, йүгереп йөрөйҙәр. Тик бына үҙемә һөнәрем буйынса эш булмауы ғына ҡыйын. Салауат ҡалаһында медучилище бөткән инем, - тип һөйләп алды Лилиә. Балаларҙы тиҙерәк күреү маҡсатында Лилиәнең үҙен алып, Имәндәш мәктәбендә урынлашҡан балалар баҡсаһына барҙыҡ. Ғаилә хужаһы Рифат мәктәптә завхоз булып эшләй икән. Балалар баҡсаһына барып кереү менән ҡояштай балҡып торған, һап-һары сәсле, ап-аҡ йөҙлө өс таған кеүек йүгереп сыҡҡан балаларҙы күреү менән уларҙың Азалия, Азамат, Азат икәнлектәрен аңланыҡ. Ике яғында “һаҡсылар” менән йөрөргә күнеккән тик тормаҫ Азалия бер тынала бөтә хәбәрҙәрен һөйләп тә бирҙе. Тәрбиәселәре Илмира Зәйнешева Азалия менән Азаттың һүрәт төшөрөргә, Азаматтың йырларға, бейергә яратыуын асып һалды. - Улар бер тик тормайҙар инде ул. Белмәгәндәре юҡ, сос, зирәктәр, - тип һүҙгә ҡушылды тәрбиәсе ярҙамсыһы Рәүилә Муллашева. “Ҙур үҫкәс кем булырға теләйһегеҙ?”, - тигән һорау биреү менән Азалия – “әсәй”, Азамат, Азат “атай”, тип шат йылмайып яуапланылар. Эйе, әсәй-атай булыуҙан да ҙур мәртәбә юҡтыр ул донъяла. Ата-әсәһенең көтөп алған күҙ нурҙары киләсәктә лә ғаиләләренә һөйөнөстәр генә килтерһен. Нәҫелдәрен лайыҡлы дауам итерлек ҡыҙ һәм улдар булып үҫһендәр.Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: