+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 13:33

Әсәйҙәргә дан йырланды

Район мәҙәниәт һарайында донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешеләребеҙ - Әсәләр көнөнә арналған тантаналы байрам кисәһе булып үтте.

Был сараға йыйылған әсәйҙәр иң тәүҙә фойела “Хазина” төркөмөнән Ф.М.Рәхмәтуллина менән Р.М.Исхаҡова, Светлана Хәбибуллинаның, мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Оҫта ҡулдар” түңәрәге һәм Марина Рудкевичтың һәм бәләкәй залда башҡа бик күп оҫта әсәйҙәрҙең ҡул эштәрен ҡарап, әсәйҙәр ҡулдары нимә генә эшләй алмауына һоҡланып бөтә алманылар. Сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар етәкселәре Д.Мырҙабаева һәм Г.Герасимова ярҙамында күргәҙмә ойоштороп, был байрамға әсәйҙәренең портреттарын төшөрөп килтереүҙәре әсәйҙәр өсөн ҡыҙыҡлы, онотолмаҫлыҡ бер бүләк булды.

Сәхнәлә күрһәтелгән балалар һүрәттәренән үк әсәйҙәрҙең был донъяла иң изге йән, бала өсөн әсәйҙән дә бөйөк зат юҡ икәнлеген күрергә була ине. Был байрам сараһы ла “Әсә портреты” тип аталды. Ҡәләм һәм бумала тотҡан ҡыҙ менән малай сәхнәлә әсәйҙәрҙең портретын эшләү тураһында матур шиғыр һөйләп, шығырым тулы залдағы әсәйҙәрҙең алҡыштары менән башланып китте сара. Экрандағы видеояҙма ла әсәйҙәргә арналды. Ошондай мәртәбәле сараны матур, йөрәкте иретерлек итеп Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов сығыш яһап:

- Әсә - донъялағы иң изге кеше. Һеҙ беҙгә ғүмер бүләк итеп, ҡурсалап, ҡарап үҫтерәһегеҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла Әсәләр көнө менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхет, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың ихтирам-һөйөүенә сорналып йәшәүегеҙҙе теләйем һәм һеҙҙең алда баш эйәм, - тип, изге теләктәр менән ҡотлап үтте.

Сабый донъяға килгән мәленән үк әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп, яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй. Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлыҡ йөрәк парәһе. Байрам кисәһендә лә яңы тыуған тәүге сабыйҙары: Гүзәл һәм Руслан Әсфәндийәровтар - улдары Арсен, Әлиә һәм Алмаз Ардашировтар ҡыҙҙары Сабина менән сәхнәгә саҡырылып, район хакимиәте исеменән Руслан Йәғәфәр улы әсәйҙәргә - сәскәләр, бәпестәргә бүләктәр тапшырҙы.

Ғаилә күрке – балалар, тигәндәй, күп балалы ғаиләләр: Яугилде ауылынан 5 бала тәрбиәләүсе Гөлнара Хәйретдинова, Красноусолдан 4 ул үҫтереүсе Эльвира Ғабдуллина, Табындан 5 балалы Наталья Холмогорцеваны район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколова бүләктәр тапшырып ҡотлап үтте.

Ғаиләгә балалар алырға үҙҙәрендә көс һәм батырлыҡ тапҡан әсәйҙәр - Вәсилә Әбдрәшитова 2 улы, Наталья Лосева ҡыҙы менән сәхнә түрен биҙәне. Был изге йөрәкле әсәйҙәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.

Шулай уҡ игеҙәк булып тыуған Анастасия һәм Святослав Макаровтар (8 йәш) әсәләре Виктория Валерьевна, Данат

һәм Самат Әсфәндийәровтар (8 йәш) әсәләре Альбина Сабит ҡыҙы, Даяна һәм Дамир Дәүләтшиндар (4 йәш) әсәләре Лариса Петровна, Диана һәм Лиана Раяновалар (3 йәш) әсәләре Линара Лимовна, Илнур һәм Айҙар Мостафиндар (13 йәш) әсәләре Нурзилә Нурмөхәмәт ҡыҙы менән сәхнәгә күтәрелеүе үҙе бер һоҡланғыс тамаша булды. Уларға ла бүләктәр тапшырылды.

Юлыҡ ауылынан Юлыҡовтар - “Өлгө ал!” респуб-

лика конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡҡан, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған ғаилә. Ғаилә башлығы Рәхимйән дөйөм халыҡ өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡарған, тормош иптәше Суфия ауылда “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Ошо сарала уларға ла һүҙ бирелеп, республикала танылыу алған районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһе үҙҙәренең башҡарған эштәрен ҡыҫҡаса һөйләп, залда йыйылыусыларҙы изге эштәр ҡылыуға өндәнеләр.

Әлбиттә, бындай байрамдар йыр-бейеүһеҙ буламы ни?! Кисә “Эксклюзив” (етәкселәре Э.Хөснөтдинова һәм О.Кирдеева), “Төлкәҫ” ансамблдәренең (етәксеһе А.Буранова), “Быҙыбыт” ансамбленең (етәксеһе И.Хәбибуллин) урта төркөмө башҡарыуындағы, сәнғәт мәктәбенең (етәксеһе С.Бакаева) бейеүҙәре, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 3-сө класс уҡыусылары (етәкселәре Миңзиә Йомағолова) һәм башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары хоры, Диана һәм Лиана Зәйнуллиналарҙың “Әсәй яулығы” бейеүе, “Землячки” халыҡ хоры (етәксеһе Л.Рябова), ра-йон мәҙәниәт һарайы эргәһендә эшләп килгән “Ханым” клубының “Хазина” йыр ансамбле (етәксеһе З.Зәйнешева) сығышы, шулай уҡ “Әкиәт” балалар баҡсаһы коллективының “Йәйғор” йыр ансамбле (етәксеһе Г.Бәширова) “Әсәй теләктәре” йыры, район мәҙәниәт йортоноң вокал ансамбле (етәксеһе Х.Нәзиров) башҡарыуындағы сығыштар барыһы ла әсәйҙәргә бағышланып, уларҙа күтәренке кәйеф тыуҙырҙы.

Оло ихтирамға лайыҡлы байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнөнә килгән төрлө йәштәге әсәйҙәр был көндө рәхәтләнеп ял итеп, концерт ҡарап, тамаша ҡылып, шатланып таралышты.
Читайте нас: