Уҙған шәмбелә, йәғни 24 ноябрҙә район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Унда районыбыҙҙың 14 ауыл биләмәһенән 37 шәхси ярҙамсы хужалыҡ вәкилдәре һәм 16 крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәкселәре-эшҡыуарҙар (Р.Р.Йомағолов, Н.М.Әфләтуллин, Г.Ф.Вәғизова, А.Б.Маннанов, Р.Ғ.Мырҙағолов, Ғ.Ғ.Лоҡманов, Ф.Ф.Бәшәрова, Р.Х.Сәфәрғәлиев, Р.Ғ.Ғафаров, И.И.Рәхмәтуллина, М.Ш.Алиян һәм башҡалар) ҡатнашып, үҙ продукцияларын район үҙәге халҡына тәҡдим итте. Быйыл
уңыш мул булғас, хаҡтар ҙа сағыштырмаса осһоҙ ине. Йәрминкәлә иттең йәнеңә теләгәнен һатып алырға мөмкин булды: өйрәк, ҡаҙ, һыйыр, йылҡы, һарыҡ, сусҡа, хатта күркә ите лә тәҡдим иттеләр. Ярымфабрикаттар, һөт продукцияларын, шулай уҡ бал, көнбағыш майы, йәшелсә-емеш, шифалы үләндәрҙе, ҙур һорау менән файҙаланылған бойҙай, бесән, һалам, утынды ла халыҡ теләп һатып алды.
Районда уҙған йәрминкәләрҙең һәр ҡайһыһында даими ҡатнашып килгән “Шәхси эшҡыуар Н.Т.Фомин” менән “Ғафури” Ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиелары үҙҙәре етештергән икмәк-ҡалас изделиеларын, төрлө ҡамыр ризыҡтарын, тәм-томдо халыҡҡа тәҡдим итте. Ҡайнар сәй эсеп, йылынып алырға ла мөмкин булды.