+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 17:01

“Дуҫтар осрашыуы” күңелле үтте

3 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек торошо бу-йынса мөмкинлектәре сикле балалар өсөн “Дуҫтар осрашыуы” тигән сара үтте. Уны мәҙәниәт һарайы һәм Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойоштороп уҙғарҙы. Сарала район хакимиәтенән һәм “Ғаилә” үҙәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

Балалар янына ҡунаҡҡа әкиәт геройҙары Мәскәй әбей, Ҡар бабай, Минни Маус менән Микки Маус, киләһе йыл хужаһы – Сусҡа, Клепка менән Кнопка килеп, күңелдәрен күтәрҙе, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Тамашала ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙар улар менән бергә рәхәтләнеп күңел асты, йырланы-бейене, йомаҡтар ҡойҙо. Әүҙемдәр татлы

приздар алып ҡыуанды.

Тиҫтерҙәренә һәм уларҙың ата-әсәләренә Балалар ижады үҙәгенең “Эсперанто” (етәксеһе – А.Әбделмәнова), “Альянс” (етәксеһе - С.Бакаева) һәм мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Эксклюзив” (етәкселәре – О.Кирдеева, Э.Хөснөтдинова) хореография коллективтары, йырсылар Э.Йәрмөхәмәтова, А.Әхмәтйәнова концерт номерҙары бүләк итте.

Сара һуңында сәләмәтлеге сикле балаларҙың һәр ҡайһыһы бүләктәргә эйә булды һәм уны ойоштороуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәткән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе (етәксеһе – И.Йәнешев), эшҡыуарҙар Г.В.Ҡаҙаҡҡолова, Ә.Х.Фәй-зуллин, Н.Т.Фомин, Яңғыҙҡайындан “ШЭ Вәлишина” предприятиелары ярҙамында әҙерләнгән табын артында тәм-томдар, ҡамыр ризыҡтары, һуттар, емеш-еләк менән һыйланды. Үҙҙәренә иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәтле булып, ҡәнәғәт ҡалып таралыштылар.
Читайте нас: