-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 12:31

“Яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын”

Тыуған ерен, ғәзиз телен өҙөлөп яратҡан, уның хаҡына үҙен аямай хеҙмәт иткән танылған яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ж.Кейекбаев исемендәге район, М.Гәрәев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, 20 китап авторы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының 70 йәшлек күркәм юбилейына тирә-яҡ ауылдарҙан да ҡунаҡтар күп килгәйне.

Зиһенемә Йыһан һыйған минең,

Шағир иткән бөйөк Илаһым.

Йөрәгемдә – тиңдәше юҡ төйәк,

Сәйетбабам – рухым ҡиблаһы...

Шиғри шәлкемдәрҙән һуң көслө алҡыштар аҫтында сәхнә түренә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы сығып, түрҙән урын алды. Алып барыусылар Миңһылыу Абдуллина менән Фәнзил Ғәлин ҡотлау өсөн һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатовҡа бирҙе. Ул юбилярға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың ҡотлауын еткерҙе, ижади уңыштар, һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләне һәм иҫтәлекле бүләк, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Соколова, район

китапханаһы етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова ла ихлас ҡотлау һүҙҙәре, матур теләктәр әйтте.

Күп яҡлы һәләт эйәһе Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының һуңғы йылдарҙа донъя күргән, уҡыусыларҙың һорауы буйынса 2 тапҡыр нәшер ителгән, тормошсан, халыҡсан “Ҡатындар” трилогияһынан өҙөктө Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек”, район мәҙәниәт һарайының “Ғафури” халыҡ театрҙарының һәүәҫкәр артистары оҫта итеп уйнаны. Ҡыҫҡа ғына сәхнә күренешендә әҫәрҙең тәрән фәлсәфәһен тамашасыға еткергән сәхнә ветераны Флүрә апай Садиҡованың иңенә яҙыусы шәлъяулыҡ ябып, рәхмәтен һәм хөрмәтен белдерҙе.

Артабан юбилярҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһынан, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенән йәш шағир Рәшит Зәйнуллин, филология фәндәре докторы, профессор, халыҡ-ара Төркиәт академияһы академигы, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғиниәт Ҡунафин ҡотлап, яҙыусының ижад шишмәләре һайыҡмауын, уҡыусыны яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп тороуын теләнеләр.

Ҡотлауҙарҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М.Ғафури исемендәге премия лауреаты, телевидение һәм радио академигы Шәүрә Ғилманова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Әхмәҙиева, “Шоңҡар” журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Тамара Юлдашбаева, “Аманат” журналының бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова дауам итте. Шулай уҡ шағирәнең ижад һәм хеҙмәт юлы башланған район гәзите коллективының ихлас ҡотлау-сәләмдәрен “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева менән фотохәбәрсе Наил Латипов еткерҙе.

Ауылдаштарын Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин, “Сәйетбаба” башҡорт мәҙәни-тарихи үҙәге баш белгесе Рәзим Мәүлетҡолов, ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин да ҡотланы. Юбилярҙы тәбрикләргә тип килгән күрше Имәндәш ауылы ағинәйҙәре ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып дәртле йыр бүләк итте.

Бына сәхнә түренә Гөлнур апайҙың килене Ғәтиә һәм бер туған ҡустыһы Илдар Яҡуповтар күтәрелде. Улар яҡындарына йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен әйтте, хәтирәләр байҡаны, һалҡындарҙа ябынырһың, тип апаларының иңенә мамыҡ шәл япты.

Гөлнур Яҡупова бер шиғырында үҙе тураһында: “Ғәмәлдә мин бер баҫалҡы ҡатын, яҙам йөрәк хатын, йөрәк антын”, - тип яҙғайны. Сабыр ҡатын, фиҙаҡәр әсә, наҙлы өләсәйҙәрен ҡотларға ике юғары уҡыу йортон тамамлап, дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе ҡыҙы Гүзәл, юстиция полковнигы улы Рафаэль да ғаиләләре менән килгән. Әсәйҙәренә бөтмәҫ рәхмәт һәм һөйөү һүҙҙәрен әйтеп шатландырҙы улар.

Ҡотлауҙарҙан һуң Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы һүҙ алып: “Минең атайсалымдың хәтерен өҙмәй, йәштәргә, балаларға тарих биттәрен өйрәтеп йәшәгән

ауылдаштарыма бик рәхмәтлемен. Бөгөнгө ихлас күңелдән күрһәткән хөрмәтегеҙ үҙегеҙгә лә әйләнеп ҡайтһын.

Мин һыналған инде, ныҡ һыналған,

Мин илемдең балаһы.

Күңелемә йыһан үҙе һыйған,

Ил ғәмдәре шунда йыйылған...

Күңелемә, илем, кил, һыйын!” – тигән шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуйҙы сығышын.

Кисәлә шағирәнең шиғырҙарына йырҙарҙы Әлфиә Степанова, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Мусина, композитор Искәндәр Вәлли, йәш йырсы Айнур Абдуллин, Гөлфирә Бәширова башҡарҙы. “Әҙәм вә Һауа” поэмаһынан өҙөктө район мәҙәниәт һарайы артистары Эльвира Насирова менән Илшат Хәбибуллин сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ кисәне баянсылар ансамбленең, “Мырҙаҡай” фольклор, “Ынйылар” балалар бейеү коллективтарының сығыштары йәмләне.


Читайте нас: