Республикала халыҡтың властарға һорауҙарын һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеүсе аналитик система эшләй
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Радий Фәрит улы Хәбиров республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып эшләй башлағаны бирле социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында халыҡтың мөрәжәғәттәрен күҙәтеп барыусы һәм мәғлүмәттәрҙе дәүләт структураларына тапшырыусы “Инцидент” аналитик интер-актив система индерелде.
Илдең башҡа төбәктәрендә уңышлы һынау үткән система Рәсәй хөкүмәте башланғысында эшләй башлай һәм тиҙ арала бөтә илгә тарала.
“Инцидент” программаһы “Бәйләнештә”, Facebook, Instagram, Twitter һәм “Клас-таштар” социаль селтәрҙәрен күҙәтеп бара. Уларҙа бер үк темаларға яҙылған проблемалы хәбәрҙәр бер урынға туп-лана. Төбәк администраторы ҡайһылары (мөрәжәғәттәрҙең һаны, күпме кешегә ҡағылыуы һәм башҡа баһалар буйынса) властарҙың хәл итеүенә мохтаж икәнлеген билдәләй. Проблеманың масштабына ҡарап, министрлыҡтар йәки урындағы үҙидара органдары уға яуап бирергә тейеш. Һәр “инцидент” урындағы етәкселек һәм Рәсәй Президенты хакимиәтендә айы-рым иҫәптә тора. Социаль селтәрҙәрҙәге һорауҙарға яуаптар биреү ваҡыты ла аныҡ билдәләнгән: тәүге яуап 2-3 сәғәт (проблеманың күләменә ҡарап – 24 сәғәт) арауығында, икенсеһе (һорауҙың хәл ителеүе йәки эш башланыуы тураһында) - 8 көн эсендә, әгәр күберәк ваҡыт кәрәк икән, был хаҡта ла яуап булырға тейеш. Яуаптарҙың сифаты һәм проблеманы хәл итеү тәрәнлеге етәкселәрҙең эш һөҙөмтәһен билдәләй.
“Башинформ” агентлығы нигеҙендә төҙөлгән дәүләт медиахолдингы (уға күптән түгел бөтә республика һәм район гәзиттәре лә инде) халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап биреү системаһына әүҙем ҡушылды.
Быға тиклем дә “Табын” гәзитендә халыҡты борсоған һорау-яуаптар баҫылып барҙы. Артабан да хәл ителергә тейешле мәсьәләләр тураһында яҙып тороғоҙ. Уларға компетентлы етәкселәрҙең яуаптары гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.