+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 10:57

Ҡоштарға ярҙам итәләр

Красноусолдағы 2-се мәктәптең 1 “А” класс уҡыусылары уҡытыусылары Рима Ибәтуллина ойоштороуында “Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит!” акцияһы иғлан итеп, тымыҡ, матур көндө ҡоштарға тағараҡтарын сығарып элделәр.

Мәктәптә был акция йыл да иғлан ителә, уҡыусылар ата-әсәләре, ағайҙары ярҙамында ҡош оялары, тағараҡтар эшләп килтерәләр. Ҡыш көнө ҡайҙан ем табырға белмәй йөрөгән ҡоштар әллә ҡайҙан күреп, осоп киләләр. Ҡоштарға ярҙам итеү балаларҙа ла яҡшы, изге тойғолар ғына уята. Ҡоштар ҙа талпынып-талпынып осоп, сут-сут һайрап үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен белгертә.


Читайте нас: