-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 16:04

Район хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

7 декабрҙә муниципаль район Советының 37-се ултырышы булып үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән эшләү идаралығы начальнигы Г.Я.Букреев, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы О.В.Полстовалов, Башҡортостан Башлығы Идаралығы начальнигының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары, кадрҙар һайлап алыу бүлеге начальнигы И.В.Дудоров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә.М.Ишемғолов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятиелар, ойошмалар, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Муниципаль район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов ултырышты асып, унда ҡатнашыусы рәсми вәкилдәр менән таныштырҙы, көн тәртибен тауышҡа ҡуйҙы. Артабан депутаттар алдында район

хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс комиссияһы рәйесе Олег Владимирович Полстовалов сығыш яһаны. Ра-йон Хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеп 3 кеше ғариза бирһә, уларҙың 2-һенә конкурста ҡатнашыу хоҡуғы бирелде, тип билдәләне ул. Конкурс комиссияһының 7 декабрҙә үткән ултырышында район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә талаптарға тулыһынса яуап биргән ике кандидатты: Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм Рөстәм Рәшит улы Аҡбашевты тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был кандидаттар урындағы үҙидара буйынса комиссия-ла квалификация имтихандарын уңышлы тапшырғандар. Конкурс комиссияһы ултырышында Ф.Ф.Сыңғыҙов өсөн комиссияның 6 ағзаһының 6-һы, Р.Р.Аҡбашев өсөн 4-һе ыңғай тауыш биргән.

Муниципаль район Советы рәйесе З.М.Хафизов конкурс комиссияһы күпселек тауыш менән район хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидатты – Ф.Ф.Сыңғыҙовтың кандидатураһын тауышҡа ҡуйҙы. 16 депутаттың 15-е уның өсөн ыңғай тауыш бирҙе. Муниципаль район Советының Ф.Ф.Сыңғыҙовты район Хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарары бер тауыштан ҡабул ителде. З.М.Хафизов Фәнзил Фәйез улын район Хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе айҡанлы ҡотланы. Артабан З.М.Хафизов яңы тәғәйенләнгән район Хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сығышында үҙенә күрһәтелгән оло ышаныс өсөн республика етәкселегенә һәм район депутаттарына рәхмәт белдерҙе, район һәм уның халҡы хаҡына тулы көсөнә, асыҡ һәм намыҫлы эшләргә вәғәҙә бирҙе.

Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙенең эшен тамамланы.
Читайте нас: