...Үтеп кенә барған, һай, ғүмерҙең
Алдарына сығып йүгерҙем, - тип йырлана беҙҙең төбәктә сыҡҡан “Мәндем буйы” йырында. Сәйетбаба мәҙәни ял үҙәгендә үткәрелгән сараның түрендә ултырыусы йәштәре туҡһанды уҙған инәй-аҡһаҡалдарҙың ҡайһыһына ла килешер ине был һүҙҙәр. Үткән йылдарға, юлдарға, күргән-кисергәндәргә бирешмәй, һынмай-һығылмай Ваҡыттың үҙе менән бәхәскә инепме,әллә ярапмы йәшәй бит улар. Егерменсе быуат баштарында донъяға килеп, иң дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы мәлдәрендә тиҙ арала өлкәнәйергә мәжбүр булған үҫмерҙәр улар, үҙәккә үткән аслығын да, елеккә үткән һыуығын да, күтәргеһеҙ ауырлыҡтар ҙа, йән өшөткөс юғалтыуҙар ҙа кисергән быуын. Советтар Союзы өсөн үҙҙәрен аямай хеҙмәт иткән быуын, юғары идеалдар менән янып, ана-бына коммунизм тигән хөрриәт көткән быуын...
Байрамға 90-98 йәшлек 13 кеше саҡырылһа ла, шуларҙан бишәүе генә килә алды. Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы Фәттәхова, Бибиниса Мәхмүт ҡыҙы Фәхриева (Ҡаранйылға ауылы), Асия Сәғәҙәт ҡыҙы Шаһиева, Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова, Әхмәт Әхмәтша улы Латипов, Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Шакиров, Абдулла Әхмәҙи улы Байбулдин 90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршылаһа, Ғәйшә Мөхтәр ҡыҙы Яхина, Мәүлиҙә Шәмсетдин ҡыҙы Фәтҡоловалар - 91, Маһира Әбдрахман ҡыҙы Ноғоманова (Ҡаранйылға), Хәлиҙә Әбдрәхим ҡыҙы Рәхимова - 93, Минебикә Хажиәхмәт ҡыҙы Фәттәхова - 94, Маһира Мансур ҡыҙы Ғәрифуллина 98 йәште ашаҡлағандар икән. Уларҙың ошо йәшкә етеүҙәре балалары, туғандары ғына түгел, бөтә ауыл өсөн шатлыҡ. Сабырлыҡ, уңғанлыҡ, аҡыл, миһырбанлыҡ өлгөһө булған өләсәйҙәр, олатайҙар булыуы беҙҙең тормошҡа йәм бирә.
“Шакиров авый”. Сәйетбаба мәктәбендә уҡыған олоһо-кесеһе “Башланғыс хәрби әҙерлек” дәресен алып барыусы уҡытыусыны шулай тип йөрөттө. Шәмдәй төҙ кәүҙәле, үҙен хәрбиҙәрсә етди тотҡан уҙаманды тәү күргәндә нисек иҫемдә ҡалдырғанмын, ул әле лә ныҡлы икән. Ғәлимйән Мөхәмәтйән улының насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуы, өлгөлө ғаилә башлығы, донъяһында ысын хужа булыуы - барыһы ла йәше менән генә түгел, ә бәлки йәшәйеше менән дә уҡыусыларына үрнәк, атҡарылаһы бер бейеклек булып ҡалалыр.
Балаларҙы ата-әсәләренә оҡшатып таныусан ололар. Мәүлиҙә Фәтҡолованы иһә ейәнсәренә оҡшатып танығайным заманында. Ул саҡта етмеште уҙған инәйҙең зыңғырлап торған яңғырауыҡлы тауышына, иркен тынына хайран ҡалып тыңлағайным. Районда уҙғарыла килгән Зәки Мәхмүтов исемендәге Оҙон көй конкурсында ҡатнашҡайны ул. Бөгөнгө көндә Мәүлиҙә инәй 9 ейән-ейәнсәргә, 14 бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй, тормош юлдашы Зәйнулла бабай менән бергә 55 йыл ғүмер иткәндәр. Һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, I, II дәрәжә "Әсәлек даны" миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ҡаранйылға ауылы моңлоларға бай ул. Мәүлиҙә инәй кеүек, 1925 йылғы Маһира Ноғоманова ла моң эйәләренең береһе. Бәләкәйҙән оло тормош һынауҙарын үтеп, тормоштоң әсе һынауҙарына бирешмәйенсә, арымай-талмай тыуған колхозына хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Әлеге көндә тыуған ауылында барына шөкөр, юғына сабыр итеп улы Вәкил менән гөрләтеп донъя көтөп ята Маһира инәй.
Матурлығы менән һушымды алған Мөнирә Ғәзизова Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Сәйетбабаға килен булып төшкән. Тормош иптәше Мәүлембирҙе менән йылдар ауыр тип тормай, нәҫел ағасын дауам итеп, аҡыллы, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле 9 бала үҫтергәндәр. Хәҙерге көндә Мөнирә инәйҙең 23 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәрҙәре илебеҙҙең төрлө яҡтарына таралып матур донъя көтә.
Атайымдың ике туған апаһы Асия Шаһиева ғаиләбеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө лә, ғорурлығыбыҙ ҙа, серҙәшебеҙ ҙә. Күптән хаҡлы ялға сыҡҡан ҡыҙҙарына ғына түгел, ейәнсәрҙәренә лә кәңәшсе лә, терәк тә ул. Йәштән яңғыҙ ҡалғас, нисек салғыһын да, көрәген дә, балтаһын да үҙе тотҡан, һаман да шулай ул, үҙ донъяһын үҙе көтә, ихатаһында ла, йортонда ла бөхтәлек, тәҙрә төптәре гөл менән тулы, баҡсаһында ла күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерә.
Тормошҡа ғашиҡ булып йәшәһәң генә матур ғүмер итеп булалыр. Быуатҡа тиң ғүмер өсөн иһә ниндәй йәшәү көсө кәрәк! “Ҡарты барҙың ырыҫы бар” тигән халыҡ. Шөкөр, ырыҫыбыҙ бар икән!
Кисәлә юбилярҙарҙың яҡындары, балалары, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы А.Сәйфуллин, ветерандар советы рәйесе З.Ишмырҙин, тарихи-мәҙәни үҙәк белгесе Р.Мәүлетҡолов, әүҙем йәмәғәтсе М.Вәлиева һ.б. тәбрикләү һүҙе әйттеләр, күркәм концерт номерҙарына күңел хушланды. Ҡарттарыбыҙға һаулыҡ насип итһен, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙары һүрелерлек бәләләр килмәһен, ә ҡалғандарға уларға тиң ғүмер һәм йәшәү көсө булһын ине...