+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 13:09

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап


Ҡунаҡтарҙы бында ныҡлы әҙерләнеп көткәндәре ауыл мәҙәниәт йортоноң фойеһында уҡ күренеп торҙо – оҫта ҡуллы ағинәйҙәр үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйған. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Көгөш моңдары” китабының исем туйы булараҡ та ойошторолған кисә уның шиғырына яҙылған “Ағинәйҙәр” йыры менән башланып китте. Районда Сәсәндәр мәктәбенең ойошторолоуына 2 йыл тулыу ҙа билдәләнде сарала. Уның етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы ошо арауыҡта бик күп эштәр атҡарыуҙарын, рес-публика Сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулауҙарын бәйән итте. Сәсәндәр мәктәбенең әүҙем ағзаһы Эльвина Йәрмөхәмәтова быйыл Өфөлә үткән бәйгелә һөйләгән “Башҡортостан” шиғырын айырыуса илһамланып башҡарҙы. Фәүзиә апай үҙе конкурстағы таныштырыу шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар Ватан ауы-лы ағинәйҙәре менән берлектә “Килен төшөрөү” йолаһын да күрһәтте. “Йәншишмә” төркөмө ағзалары Ф.Ҡотлогилдинаның “Алтын балыҡ” әкиәтен дә оҫта итеп сәхнәләштергән. Тамашасылар бигерәк тә Арыҫлан Дәүләтҡоловтың уйнауын оҡшатты. Төркөмдә шөғөлләнеүсе балаларҙың һәр береһе та-

суири итеп шиғыр һөйләне, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Улар район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова ҡулынан Сәсәндәр мәктәбенең һәм район Ағинәйҙәр ойошмаһының Дипломдарын һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Рәмзиә Ғайса ҡыҙы байрам тәьҫораттары менән уртаҡлашып, “Бөгөнгө сара ҡағыҙҙа яҙылған түгел, ә ысынында башҡарылған эштәрҙе, ағинәйҙәр ниндәй эштәр башҡарырға тейешлеген күрһәтте. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның 7-се китабы донъя күрҙе. Китаптың исеме лә, йөкмәткеһе лә тыуған төйәгебеҙҙең атамаларына ауаздаш. Уларҙы халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән дә Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы күп эштәр башҡара. Әлеге көндә ул "Тормошобоҙ булһын иманлы" тип исемләнгән китап баҫтырырға тигән уй менән янып йөрөй. Уның был маҡсатҡа ирешеүен теләйбеҙ”, - тип һүҙен йомғаҡланы.

Ағинәйҙәр халыҡ араһында туған телде һаҡлаусы, яҡлаусылар ҙа икәнлеге осрашыуҙа тағы ла бер тапҡыр иҫбатланды. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй: һәр кем үҙ ғаиләһендә туған телдә һөйләшеү ҙә етә. Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәре менән әҙерләп күрһәткән “Ҡурай” композицияһында башҡортса шиғырҙар һөйләнде, Фәүзиә апай ейәне Айҙарға ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов Хәйбулла районынан алып ҡайтып биргән ысын ҡурай бүләк итте.

Ватан ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡтарына моңло йырҙар, мөнәжәттәр әҙерләгән. Ф.Ҡотлогилдина шиғырҙарына яҙылған “Яратам мин тормошто!” йырын тамашасылар экранда Лев Кулушев башҡарыуында ҡараны.

Сара һуңында төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр һүҙ алып, күркәм осрашыу үткәргәндәре өсөн Ватан ауылы ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр. Музыкаль бүләк алып килеүселәр ҙә булды: Үзбәк ауылынан Флүрә Ғәзизова ҡумыҙҙа, Себер тарафтарынан ҡайтҡан Мәүлиҙә Халиҡова флейтала дәртле көй уйнап ебәргәс, Фәүзиә апай бейергә лә төшөп китте. Имәндәш ауылы ағинәйҙәре матур йыр башҡарҙылар.

Күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, осрашыу Ватан ауылының ҡунаҡсыл, аш-һыуға оҫта ағинәйҙәре әҙерләгән мул һыйлы сәй табыны артында дауам итте.
Читайте нас: