Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, уҙған кесе йомала районға эш сәфәре менән БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин килеп китте. Ул ра-йон хакимиәтендә граждандарҙы йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмова ҡатнашты.
Өҫтәлмә белем биреү педагогы А.Миңлебаев ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт программалары хаҡындағы һорауҙы күтәреп сыҡты. Ғәмәлдәге программалар шундай шарттар ҡуя, ярҙамға мохтажлыҡ кисергән педагогтар талаптарҙың ҡайһыһына тап килмәҫкә лә мөмкин, тине ул. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һорауҙы ентекле тыңлағандан һуң, аңлатма-тәҡдимдәрен еткерҙеләр.
Ҡабул итеүгә килгән Красноусолдағы барлыҡ өс мәктәбенең бер төркөм уҡытыусы-ветерандары коммуналь хеҙмәттәргә компенсация түләү буйынса Федераль закондың үтәлмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм ғәҙеллек булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеләр. “Рәсәй Президенты бер сығышында бөтә уҡытыусыларға ла коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡаплатыуға 1200 һум аҡса түләнә, тигәйне, ә беҙҙең республикала ул ни бары 600 һум ғына тәшкил итә. Ә 1200 һумды бары тик дәүләт наградалары булғандар ғына ала, был дөрөҫ түгел, беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек мәғариф өлкәһендә 40-ар йыл хеҙмәт стажына эйәбеҙ. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артып тора, хатта быйыл ай һайын 2000 һум аҡса түләнек”, - тинеләр бер тауыштан педагогтар. Айбулат Хажин был мәсьәләне хәл итеүҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт менән сығасағын белдерҙе.
Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәп директорҙары Г.Петрова менән А.Рудкевич матди-техник базаны яңыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе – шул иҫәптән белем биреү учреждениеларын ҡайһы бер фәндәр (атап әйткәндә, физика кабинеттарын йыһазландырыу) буйынса төп дәүләт имтиханын тапшырыуға махсус ҡорамалдар менән комплектлау, компьютер кластарын йыһазландырыу, мультимедиа проекторҙары һәм башҡа ҡоролмалар һатып алыу. А.Рудкевич мәктәптә 460-тан ашыу уҡыусы белем алыуын, шуларҙың 150-һенең икенсе сменала уҡыуын, шулай уҡ спорт залының ҡыҫынҡылығын, тамаша залының булмауын билдәләп, үҙе етәкләгән белем биреү учреждениеһына төкәтмә төҙөү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны.
Г.Петрова 1-се мәктәпте компьютерҙар менән тулыландырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Мәктәптә белем алған 720 уҡыусыға 1 генә компьютер класы булыуын, улары ла иҫкелек сигенә етеүен билдәләне. Директор шулай уҡ 320 урынлыҡ мәктәптә уҡытыу ике сменала ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, бер сменала уҡытыуға күсереү өсөн төкәтмә төҙөү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Йәмәғәт ҡабул итеүенә район мәғариф бүлегенән А.Рафиҡов элекке УПК-ны ҡабаттан үҙ тәғәйенләнешенә ҡайтарыу мәсьәләһе менән килгәйне. Уның һорауына яуап итеп Айбулат Вәкил улы “Взлетай” программаһына иғтибар итеү тәҡдимен белдерҙе.
Йәнә бер үҙен борсоған проблема менән мөрәжәғәт итеүсе мәктәп эскәмйәһенән үк хоҡуҡи тәрбиәгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген билдәләп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә белем биреү учреждениеларында юғары класс уҡыусыларына хоҡуҡи грамоталылыҡ бу-йынса дәрестәр биреүҙе уҡытыу программаһына индереү мәсьәләһен бәйән итте. Был мәсьәлә буйынса мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа районда уҡыусыларҙы хоҡуҡи грамоталылыҡҡа өйрәтеү буйынса пилот проектын асыу мөмкинлеге тәҡдимен еткерҙе. Һорауҙар араһында шулай уҡ мәктәптәрҙә дин тәғлимәттәре нигеҙҙәрен өйрәтеүгә ҡағылышлылары ла булды. А.Хажин ҡәтғи рәүештә был мәсьәләне хәл итеү бары тик ата-әсәләрҙең теләге һәм дәрестәрҙе педагогик белемле мөғәллим уҡытҡанда ғына мөмкин булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы А.В.Хажин күтәрелгән һәр бер һорауҙы иғтибар менән тыңлап, һәр ҡайһыһына аныҡ яуаптар бирҙе, артабан өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап иткәндәрен яҙып алды. Дөйөм алғанда, йәмәғәт ҡабул итеүе эшлекле шарттарҙа үтте.
Ҡабул итеү тамамланғас, Айбулат Хажин хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов оҙатыуында Красноусолдағы бер нисә мәғариф учреждениеһында булып, эшмәкәрлектәре менән танышты. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында капиталь ремонт талап ителгән йоҡо корпусын, шулай уҡ уҡыу корпусын ҡарап сыҡты. Шулай уҡ район үҙәгендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһы ҡыйығы ла күптән яңыртыу мәсьәләһен хәл итеүҙе “көтә” – бының да тап шулай икәнен урынға барып күрҙе. Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә төкәтмә төҙөү өлгөрөп еткән мәсьәлә был уҡыу йортон ҡарап сыҡҡандан һуң, ошондай ҡарарға килделәр. Проект буйынса бында 8-ҙән10-ға тиклем класс, тамаша һәм спорт залдары, 150 урынлыҡ ашхана урынлаштырыу мөмкинлеге буласаҡ.
Айбулат Вәкил улының районға эш сәфәре емешле булды, тип әйтергә кәрәк, күп йылдар хәл ителмәгән ҡайһы бер проблемалар, йәғни боҙ урынынан ҡуҙғалды. Хәҙер иһә талаптарға ярашлы тейешле документацияны әҙерләп, хупланған проекттарҙы артабан тормошҡа ашырыу буйынса алға этәрергә кәрәк.