+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2018, 13:25

Мәҙәниәт һарайы яңы һулыш алды

Район мәҙәниәт һарайы барлыҡ сараларҙы үткәреү, халыҡты бер ергә туп-лап осраштырыр, йыйыр мәҙәни усаҡ. Ошо йортобоҙ үҙ матурлығын ташламаһын, тейешле талаптарға яуап бирһен өсөн уны ваҡытында ҡарап, матурлап тороу ҙа кәрәк. Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһына ярашлы унда косметик ремонт үтеп, ғафуриҙарға был Яңы йыл алдынан матур бүләк булды. Үткән аҙнала “Бәләкәй Ватаныбыҙ мәҙәниәте” (“Культура малой Родины”) проекты сиктәрендә Район мәҙәниәт һарайын презентациялау булып үтте.

Ремонттан һуң яңырыу кисергән Район мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында ауыл клубтары, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә лә ойошторғайны. Бурлынан Вадим Ғүмәровтың талдан үрелгән төрлө әйберҙәре, Юлыҡтан Нурсилә Ҡасҡынова, Үзбәктән Флүрә Ғәзизова, Туғайҙан Гөлнара Заһиҙуллина, Буруновканан Гүзәл Тажиева, сәнғәт мәктәбенән Наталья Шәйҙуллина, Мәндемдән Гөлнара Аҡҡолова, Еҙем-Ҡарандан Дилара Вәлиева менән Алһыу Сөләймәнованың, шәхси эшҡыуар Роман Бәшировтың төрлө ҡул эштәре, Мораҡтан Екатерина Тимофееваның сигелгән картиналары һәм балсыҡтан әүәләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләре, Игенйылғанан Зилә Сәйет-батталованың, Яңғыҙҡайындан Винера Мостафинаның картиналары, Толпарҙың бай өҫтәле, Табын коррекция мәктәп-интернатынан Олег Зиминдың һынлы сәнғәт эштәре, Сәйетбабанан Рабиға Йәрмиеваның балаҫтары, Рәйлә Сабитованың алҡа, беләҙек, мунсаҡ кеүек биҙәүес әйберҙәре, Курорттан Татьяна Михайлованың йөндән кейеҙ, Красная Поляна утарынан Сергей Тимофеевтың дарыу үләндәре һәм ағас эштәре был сараны тағы ла ба-йытты.

Муниципаль ра-йон хакимиәте башлығы исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов сығыш яһап:

- Бындай проекттарҙың булыуы бик һәйбәт. Әҙ аҡса түгел. 53 документ тапшырылһа, бары тик 15 районға ғына бындай бәхет тейҙе. Бер аҙ косметик ремонт эшләнде, костюмдар, аяҡ кейемдәре тектерелде, барабан, гитара кеүек инструменттар алынды һәм башҡа бик күп эштәр эшләнде. Документтар, смета әҙерләүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт, - тип һөйләп үтте.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколова сығыш яһап, ул да был проекттың уңышлы йомғаҡлау этабына килеп етеүенә сикһеҙ шатланы-уын белдерҙе.

- Бөтә йәмәғәт советы ағзалары исеменән, шулай уҡ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ихлас ҡотлауҙарын еткерәм. Был проект 2021 йылға тик-

лем дауам итәсәк әле. Унда һеҙ тағы ла ҡатнаша алаһығыҙ. Мин Башҡортостан Дәүләт концерт залына етәкселек итеүсе булараҡ та, сәхнә өсөн барыһы ла мөһим икәнен яҡшы аңлайым, - тип үҙенең тәбрикләү һүҙен әйтеп үтте “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватаныбыҙ мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу буйынса йәмәғәт советы ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Юрий Георгиевич Стульников.

Сығыш яһаусыларҙан һуң, район мәҙәниәт йорто артистарының, өлгөлө бейеү, Үтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ләйсән”, Сәйетбаба ауылының “Асанай” фольклор, ра-йон мәҙәниәт һарайының “Хазина”, Аҡкүл мәҙәниәт йортоноң “Тандышсем” ансамблдәре, “Грезы” халыҡ тынлы оркес-тры, Табын халыҡ казактар хорының һәм алып барыусыларҙың өр-яңы сағыу костюмдарҙа сәхнәлә ихлас сығыш яһауҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Зал һәр ваҡыт тулы булып, төрлө кисәләр үтеп, мәҙәниәт йорто гөрләп торһон.
Читайте нас: