Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2018, 16:57

Һәр кем файҙаланыр хеҙмәт

ЗАГС (Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү) – ул кеше тормошондағы бөтә ваҡиғаларҙы теркәүсе, барлаусы, дөйөмләштереүсе һәм конституцион хоҡуҡтарҙы яҡлаусы етди ойошма. 18 декабрҙә тап ошо һәр кем өсөн кәрәкле ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Риф ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Зәлифә Риф ҡыҙы, ЗАГС халыҡҡа ниндәй хеҙмәттәр күрһәтә?

- ЗАГС хеҙмәте кеше ғүмерендә була торған хәлдәр теҙмәһен – тыуыу, никахлашыу, айырылышыу, атайлыҡты билдәләү, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, исемде алыштырыу, үлем - һәммәһе ете төр актты теркәүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙың тәүге экземплярына төҙәтеүҙәр һәм үҙгәрештәр индерә, суд ҡарарҙары нигеҙендә гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙы тергеҙә һәм ғәмәлдән сығара, ҡабаттан таныҡлыҡтар, белешмәләр бирә, ойошма-учреждениеларҙың запросын башҡара, сит дәүләт биләмәләренән гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе хаҡындағы документтарҙы һорап ала, тантаналы шарттарҙа никахтарҙы теркәйбеҙ, 50, 60, 70, 75 йыл никахта йәшәүсе юбиляр ғаилә парҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡотлауын һәм бүләген, иҫтәлекле даталарҙа яңы тыуған сабыйҙарға тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырабыҙ.

- Һәр өлкәлә үҙгәрештәр, яңылыҡтар булып тора, ЗАГС-та был тәңгәлдә хәлдәр нисек?

- Эйе, ЗАГС-та ла бер яңылыҡ бар, ул да булһа, уҙып барған йылдың 1 октябренән бөтөн Рәсәй буйынса гражданлыҡ хәле акттарын теркәү буйынса Берҙәм дәүләт реестры (ЕГР) эшләй башланы. Рәсәй Федерацияһы халҡы хаҡында бөтөн ил буйынса дөйөм мәғлүмәт ресурсы булдырыла. Бының менән бәйле, берҙәм ЗАГС реестрына этаплап күсеүҙе көйләүсе норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнде.

- Берҙәм дәүләт реестры (артабан – БДР) нимәне аңлата?

- ЗАГС БДР-ы - Федераль һалым хеҙмәте әҙерләгән махсус программа ул. Бығаса бөтөн теркәүҙәр һәр бер ЗАГС төбәк бүлексәләренең акттар кенәгәһендә башҡарылып, тупланған мәғлүмәт ҡағыҙ форматта һаҡланды. Хәҙер иһә архив тупланмалары планлы рәүештә электрон форматҡа күсереләсәк. Федераль законға ярашлы, был эш 2020 йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

Акттар кенәгәләрен электрон форматҡа күсереү эшен башланыҡ. Ул бүлектең хеҙмәткәрҙәре көсө менән башҡарыла, был маҡсатҡа шулай уҡ бер операторҙы эшкә ҡабул иттек. Беҙҙең бүлек буйынса акт яҙмалары 223 227 яҙыуҙы тәшкил итә. Алдыбыҙҙа оло һәм яуаплы бурыс тора.

Был яңылыҡ халыҡ һәм икенсе төбәккә күсеп йәшәүселәр өсөн ЗАГС органдарында белешмәләр йәки документтар күсермәһен алыу процедураһын ярайһы ғына ябайлаштырасаҡ. Бынан ары ебәрелгән запростарҙы һәм инстанцияларҙан яуаптар көтөргә тура килмәйәсәк. Берҙәм дәүләт реестрындағы мәғлүмәтте һәр бер ЗАГС бүлегендә онлайн режимында инеп алыу планлаштырыла һәм унда бөтөн ил буйынса акт-тар яҙмалары буйынса мәғлүмәт буласаҡ. Шулай уҡ граждандар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте электрон юл менән Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталында (Дәүләт хеҙмәттәре (Госуслуги) сайты) үҙ аллы алыу планлаштырыла.

Элгәре ЗАГС органдары даими рәүештә ойошма-учреждениеларға (мәҫәлән, ФСС, ФНС, Росреестр һәм башҡалар) мәғлүмәт тапшыра ине. Хәҙер иһә яңы программаға ярашлы, ЗАГС органдары мәғлүмәт биреүҙә ҡатнашмай, сөнки барыһына ла ЗАГС БДР-ына инеү мөмкинлеге бар.

- Йылға йомғаҡ яһар мәл етте. Районда һеҙҙең өлкәлә хәлдәр нисек торҙо?

- Һөнәри байрамыбыҙ йылдың һуңғы айына тура килгәнлектән, йыллыҡ эшмәкәрлегебеҙгә йомғаҡ яһарға ла мөмкин. Ун бер ай ярымлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, районыбыҙҙа 152 никах теркәлде, айырылышыу осраҡтары 89 булды, 330 сабый донъяға килһә, үлем осраҡтары уҙған йыл менән сағыштырғанда күберәк булды (519). Уҙып барған йылда 50, 60, 70 йыллыҡ ғаилә юбилейҙарын билдәләгән 32 ғаилә парына Республика Башлығының Ҡотлауы һәм бүләктәре тапшырылды.

- Коллективығыҙ менән дә таныштырып китегеҙ.

-Район ЗАГС бүлегендә начальниктан тыш, әйҙәүсе белгес-эксперттар Марина Георгиевна Баржакова менән Эльмира Илшат ҡыҙы Басирова эшләй, алда әйткәнемсә, Берҙәм дәүләт реестрына мәғлүмәттәр индереү буйынса оператор Людмила Николаевна Әхмәтованы ноябрҙә эшкә ҡабул иттек.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремде һәм барлыҡ ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт, оптимизм, рух ныҡлығы, хеҙмәт уңыштары, ғаилә именлеге теләйем.

- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Зәлифә Риф ҡыҙы. Байрамығыҙ менән!


Читайте нас: