+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2018, 14:56

“Беҙ коррупцияға ҡаршы!”

Декабрь башында Балалар ижады үҙәгендә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы көрәш көнө алдынан “Коррупцияға ҡаршы хәрәкәт” муниципаль программа сиктәрендә “Йәштәр коррупцияға ҡаршы” плакаттар конкурсы уҙҙы.

Уның маҡсаты йәштәрҙе хәҙерге замандың иң киҫкен проблемалары – коррупция һәм ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкә йәлеп итеү булды. Конкурста 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыусылар ҡатнашты. Плакаттар ҡағыҙҙа төрлө техникала агитация, мәғлүмәт һәм белем биреүсе ҡыҫҡа текстар менән сағыу ҙа, аныҡ та формала башҡарылған ине.

Ҡатнашыусылар бәйгегә бик ентек-ле әҙерләнгән. Конкурс һөҙөмтәләре бу-йынса 1-се урынға Елена Сәйфуллина, Лиана Вәлиева (етәксеһе – Т.В.Михайлова, Курорт мәктәбе) һәм Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының 4 “А” класы уҡыусылары (етәкселәре – Н.А.Шәйҙуллина), 2-се урынға Константин Хренов, Никита Суслов, Аида Бәхтийәрова (Н.А.Шәйҙуллина), Крис-тина Кулагина, Аделина Йәғәфәрова (етәксе – Ә.Р.Насирова, 2-се мәктәп), Ксения Сәйфуллина, Кристина Осипова (Т.В.Михайлова, Курорт мәктәбе), Алина Ғилманова (З.И.Баранова, Балалар ижады үҙәге), Регина Антипина (З.И.Баранова), Регина Кутушева (етәксе – Р.Н.Кинйәбаев, Балалар ижады үҙәге), 3-сө мәктәптең 6 “А” класы уҡыусылары (Г.Н.Калачигова), 3-сө урынға Вадим Коробов (З.И.Баранова), Виктория Прошина, Степан Никитин (Л.Б.Петрова, Аҡкүл мәктәбе), Анна Земцева (Р.Р.Шәмсетдинова, Балалар ижады үҙәге) лайыҡ булды.

Йәмғиәттең иң емергес, киң таралған коррупция күренеше төбө - тамырынан йолҡоп алынып ҡоротолорға тейеш, был көрәштән бер кем дә ситтә ҡалмаһын, тигән теләк белдерҙе конкурста ҡатнашыусылар. Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ һәм ҡатнашыусыларға әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: