+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2018, 16:57

Республика Башлығы шыршыһында

Һәр йылдағыса, быйыл да районыбыҙ мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, спортта, ижадта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән иң-иңдәре Республика Башлығы шыршы байрамында ҡатнашты.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Рамазан Мөхәмәтйәнов (5 кл.) менән Лилиә Сәғәҙиеваға (7 кл.), 1-се мәктәптең 8-се класс уҡыусылары Азалия Әбделмәнова һәм Софья Мельникҡа, 2-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Айҙар Шәрипов, 3-сө мәктәптән Дарья Никитина (8-се кл.), Юлыҡ мәктәбенән Кәрим Караульщиков (6-сы кл.), Табын коррекция мәктәп-интернатынан Гөлнар Нафиҡоваға (7-се кл.) шыршы байрамына барып ҡайтыу бәхете тейҙе.

26 декабрҙә Мәскәүҙә, Кремль майҙансығында Рәсәй Президенты шыршы байрамы уҙасаҡ. Унда республикабыҙ район-ҡалаларынан ҡатнашасаҡ 114 уҡыусы араһында Красноусолдағы 1-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы, өҫтәл теннисы буйынса районыбыҙ данын даими яҡлаған чемпионка Полина Сабирова ла бар.


Читайте нас: