+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2018, 12:52

Яңы йылды яңы фатирҙа


Фәнзил Фәйез улы тәү сиратта барыһын да иҫтәлекле ваҡиға һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, яңы фатирҙа яңы көс-дәрт, яҡшы кәйеф менән йәшәй башлауҙарын, бәхет, уңыштар теләне.

Артабан да район халҡының көнкүрешен яҡшыртыу, төҙөклән-дереү өлкәһендә бик күп эштәр, мәҫәлән, “Уңайлы башҡорт ихатаһы” программаһында ҡатнашырға планлаштырабыҙ, тине район етәксеһе.

Яңы фатир алыусыларҙы Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева ла тәбрикләп, шатлыҡтарын уртаҡлашты, яңы йорт эргәһендә киләсәктә автобус туҡталышы ҡуйыласаҡ, магазин асыласаҡ, күсенеү мәшәҡәттәрендә лә ярҙам итергә әҙербеҙ, тип билдәләне.

Фатир хужалары исеменән Гөлсәсәк Әбделмәнова район һәм ауыл биләмәһе етәкселәренә, төҙөүселәргә рәхмәт әйтте.

Лубат биҫтәһенең Мостай Кәрим урамы, 37-се йорт адресы буйынса урынлашҡан яңы йорттоң фатир хужалары менән әңгәмәләшергә лә тура килде. Уларҙың береһе – “Ғафури ҡулланыусылар йәмғиәте”нең икмәк бешереүсеһе Рәмзиә Фазылова: “Был көндө 2006 йылда сиратҡа баҫҡаны бирле көттөк. 2012 йылда авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына индек. Быға тиклем 2 ҡыҙым менән элекке Красноусол быяла заводы ятағында бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған бинала, һуңынан кеше торлағында түләп йәшәнек. Ошондай йылы, яҡты, уңайлы фатир алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Беҙҙең турала хәстәрлек күргән хөкүмәт һәм район етәкселәренә рәхмәтлебеҙ,” - тип яңы торлағы менән таныштырҙы. Фатир сантехника, газ плитаһы, энергияны иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған, эске биҙәү эштәре башҡарылған. Айырым йылытыу системаһы фатирҙы теләгән ваҡытта йылытырға мөмкинлек бирә, йылы һыу ҙа йыл әйләнәһенә була тигән һүҙ. Ҡыҫҡаһы, төҙөүселәр барлыҡ уңайлыҡтарҙы ла булдырған, яңы фатир хужаларына ҡыуанып йәшәргә генә ҡала.
Читайте нас: